Бәширов Рәҡит Ғәбит улы
Тыуған көнө | 10 ғинуар 1940 (85 йәш) |
---|---|
Гражданлығы | |
Заты | ир-ат |
Тыуған урыны | |
Уҡыу йорто |
Бәширов Рәҡит Ғәбит улы (10 ғинуар 1940 йыл) — төҙөлөш, партия органдары һәм муниципаль хеҙмәт ветераны, йәмәғәтсе. Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советы халыҡ депутаты. Милләте — башҡорт[1] 1992 йылдың мартынан Иглин районы хакимиәте башлығы.
Биографияһы
Рәҡит Ғәбит улы Бәширов 1940 йылдың 10 ғинуарында Башҡорт АССР-ының Күмертау районы (хәҙерге Көйөргәҙе районы) Иҫке Мораптал ауылында тыуған.
1976 йылда Өфө нефть институтын тамамлаған.[2]
Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1958 йылда Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы ремонт заводында токарь өйрәнсеге булып башлай, артабан слесарь булып эшләй.
1962—1978 йылдарҙа «Башсельстрой»ҙың 127-се ПМК-һында слесарь-механик, баш инженер була.
1978 йылдан колхоз-ара төҙөлөш ойошмаһы Советы рәйесе.
Артабан партия һәм дәүләт эшендә әүҙем ҡатнаша. 1980 йылдан — КПСС-тың Иглин райкомында комитетында икенсе секретарь.
1982—1992 йылдарҙа халыҡ депутаттарының район Советы башҡарма комитеты рәйесе.
1992 йылдың мартынан Иглин районы хакимиәте башлығы.
2013 йылда районда тәүге булып «Почетлы иглинлы» исеменә лайыҡ була[3]. «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған төҙөүсеһе» маҡтаулы исемен ала.
Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты итеп һайлана[4][5]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
- Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены
- Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған төҙөүсеһе
- юбилей миҙалдары
Ғаиләһе
Ғаиләһендә ике ул тәрбиәләп үҫтергәндәр.
Видео
Ҡарағыҙ
[[Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советы депутаттары исемлеге]]
Иҫкәрмәләр
- ↑ Народные депутаты Республики Башкортостан. Двенадцатый созыв. — Уфа, Китап, 1994. — с. 95.
- ↑ Баширов Ракит Габитович// Парламентаризм в Башкортостане: история и современность. — Т. 2. — Уфа, 2005.удк 930 5-8258-0204-5ISBN
- ↑ Баширов Ракит Габитович 2021 йылдың 18 апрель көнөндә архивланған.
- ↑ 12 созыв (БАССР)
- ↑ Народные депутаты Республики Башкортостан. Двенадцатый созыв. — Уфа, Китап, 1994. — с. 30
Сығанаҡтар
- Народные депутаты Республики Башкортостан. Двенадцатый созыв. — Уфа, Китап, 1994. — с. 104
Һылтанмалар
- 10 ғинуарҙа тыуғандар
- 1940 йылда тыуғандар
- Көйөргәҙе районында тыуғандар
- Өфө дәүләт нефть техник университетын тамамлаусылар
- 12-се саҡырылыш Башҡорт АССР-ы Юғары Советы депутаттары
- Башҡортостандың атҡаҙанған төҙөүселәре
- Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалерҙары
- Халыҡ депутаттарының район Советы башҡарма комитеты рәйестәре
- Башҡортостан райондарының хакимиәт башлыҡтары
- Шәхестәр:Иглин районы