Орион (ижад һарайы, Өфө)
Тасуирламаһы
Тамашасы залы — матур акустикалы, 360 урынлыҡ. Ойошторолған саралар яҡтылыҡ һәм тауыш менән йыһазландырыла. Инструменталь арсеналы спектаклдәр, соло һәм ансамбль концерт программалары һәм төрлө кимәлдәге башҡа саралар өсөн тәғәйенләнгән[8]. Дөйөм майҙаны 891 квадрат метр.
Тарихы
Бина 1969 йылда кинотеатрҙарҙың типовой проекты буйынса скверҙа төҙөлгән. 1970 йылдың 1 ғинуарында «Орион» исеме менән асыла һәм Дим районында беренсе киң форматлы кинотеатр була.
1974 йылдың 1 апрелендә 1 май исемендәге мәҙәниәт йорто базаһында Дим районының Пионерҙар йорто ойошторола, уға айырым бүлмә бирелә. 1981 йылда Пионерҙар йорто ике урам киҫелешендәге (Левитан урамы, 13 / Таллин урамы, 5) торлаҡ йортта урынлашҡан Дәүләт банкының өс бүлмәһе һәм фойеһы булған бинаһына күсә. 1990 йылдарҙа Пионерҙар йорто Димдәге «Балалар донъяһы» магазины бинаһын, ә һуңынан айырым бина — һыу каналы предприятиеһы эргәһендәге ҡаҙанлыҡ пунктын (Дағстан урамы, 21/1) биләй. 1996 йылдың июленән Балалар һәм үҫмерҙәр ижады йорто.
1997 йылда «Орион» кинотеатры бинаһы Балалар һәм үҫмерҙәр ижады йортона тапшырыла.
2000 йылдың 4 авгусында Балалар һәм үҫмерҙәр ижады йортон, Балалар техник үҙәген (элекке Йәш техниктар станцияһы) һәм Туризм һәм экскурсиялар үҙәген (элекке «Парус» йәш диңгеҙселәр клубы) берләштереү юлы менән «Орион» балалар һәм үҫмерҙәр ижады һарайы булдырыла.
2009 йылда бинаны «АРХиП»яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең архитектура бюроһы проекты буйынса тулыһынса реконструкциялау планлаштырыла[9][10], с увеличением площади до 5955 м2, уның майҙанын 5955 квадрат метрға тиклем арттырыу күҙаллана.
2016 йылда уның базаһында технопарк булдырыла[11]. 2017 йылда Ухтомский, Магистраль, Дағстан һәм Правда урамдары менән сикләнгән 53,9 гектар майҙанлы кварталда яңы, 2018 йылда раҫланған территорияны планлаштырыу һәм төҙөү проектына ярашлы, яңынан планлаштырылған тулы реконструкция тураһында хәбәр ителә[12][13][14][15][16].
Шулай уҡ ҡарағыҙ
Иҫкәрмәләр
- ↑ Ольга Титова. Кинотеатру «Орион» 25 лет: репортаж // История Уфы в репортажах. — 1994.
- ↑ Из истории ДДЮТ «Орион».
- ↑ Гуляем по городу: знаковые места Дёмского района. Собака.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 18 март 2023.
- ↑ Уфимские фонтаны и мозаичные панно // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: Башҡорт энциклопедияһы (ғилми-нәшриәт комплексы), 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-306-8.
- ↑ Сезон фонтанов открылся в Дёмском районе.
- ↑ Открытие сезона фонтанов в Уфе в 2019 году. AiF (1 май 2019). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 18 март 2023.
- ↑ Тимур Шарипкулов. Мир, пруд, май: все фонтаны Уфы. ufa.kp.ru (2 май 2015). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 18 март 2023.
- ↑ Гуманитарный просветительский проект «Культура.РФ». Дворец творчества «Орион», Респ. Башкортостан, г. Уфа, ул. Таллинская, д. 17 (рус.) (Тикшерелеү көнө: 22 июнь 2025)
- ↑ Кинотеатр «Орион» вырастет в семь раз — Последние новости Уфы и Башкирии | Медиакорсеть. mkset.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 18 март 2023.
- ↑ В Дёме реконструируют дворец творчества «Орион» // Вечерняя Уфа : газета. — 2017. — 13 май.
- ↑ В Дёме идёт работа над созданием технопарков для школьников.
- ↑ В Уфе в Дёме появятся два новых квартала — Последние новости Уфы и Башкирии | Медиакорсеть. mkset.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 18 март 2023.
- ↑ Участники публичных слушаний поддержали проект застройки квартала в Дёмском районе столицы.
- ↑ В уфимской Дёме построят семь высоток и обновят детский сад со школой. AiF (5 июль 2018). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 18 март 2023.
- ↑ Будущая застройка Дёмы прошла через публичные слушания // Вечерняя Уфа : газета. — 2018. — 4 июль.
- ↑ Павел КРАЙНОВ. В Уфе при застройке квартала снесут десятки домов. ufa.kp.ru (18 октябрь 2018). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 18 март 2023.
Һылтанмалар
• Кинотеатр «Орион» — Дом детского творчества «Орион». Уфа, Таллинская улица, 17. Сайт «PhotoBuildings» — Архитектурная фотобаза (рус.);
• Дворец творчества «Орион», Респ. Башкортостан, г. Уфа, ул. Таллинская, д. 17. Гуманитарный просветительский проект «Культура.РФ». (рус.) (Тикшерелеү көнө: 22 июнь 2025) (рус.);
• Дворец творчества «Орион» (госорганизация). Страница во «ВКонтакте» (рус.);