ВЛКСМ-дың 40 йыллығы исемендәге мәҙәниәт йорто
ВЛКСМ-дың 40 йыллығы исемендәге мәҙәниәт йорто (халыҡ телендә — «Ҡырҡйыллыҡ», рәсми рәүештә — Төҙөүселәр клубы, рус. Дом культуры имени 40-летия ВЛКСМ) — Өфөнөң Орджоникидзе районында, Ульяновтар урамында урынлашҡан тарихи-мәҙәни ҡомартҡы. 1955 йылда төҙөлгән, 2022 йылда Башҡортостан Республикаһы кимәлендәге мәҙәни мираҫ объекты тип танылған.
Адресы: Башҡортостан Республикаһы, Өфө ҡалаһы, Ульяновтар урамы, 50-се йорт.
Тарихы
Был бина элекке «Стахановсы» клубы урынында төҙөлгән. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, Социалистик Хеҙмәт Геройы, 1950—1970 йылдарҙа «Башнефтезаводстрой» тресын етәкләгән Алексей Маркович Стариков мәҙәниәт йорто төҙөлөшөнөң инициаторы. Ул, Мәскәү архитекторы ярҙамында, нәфис һәм компакт проект һайлап ала. Бина эшселәрҙең үҙешмәкәр сәнғәт менән мауығыуын иҫәпкә алып, сәнғәт һарайы тип ҡаралған. Бина 1955 йылда төҙөлә. Апсида (рус.)баш. (ярым түңәрәк архитектура элементы), төрлө төҫтәге быяла менән биҙәлгән тәҙрәләр, үрге ҡатҡа алып сығыусы баҫҡыстар, колонналар — барыһы ла был бинаның эстетикаһын башҡа биналарҙан айырып тора.
Ул йылдарҙа яңы төҙөлгән клуб Өфө төҙөүселәренең мәҙәни үҙәге булған. Үҙешмәкәр артистар Бөтә Союз конкурстарында еңеп сыҡҡан, башҡа ҡалаларға гастролдәр менән йөрөгән, Өфөлә лә ҡунаҡтар ҡабул ителгән[1].
Мәҙәни үҙәк 1958 йылда хәҙерге «ВЛКСМ-дың 40 йыллығы исемендәге мәҙәниәт йорто» исемен ала[2].
Архитектураһы
Бина Сталин осоро ампиры стилендә төҙөлгән: колонналар, фасад барельефтары, апсида кеүек классик архитектура элементтары ҡулланылған. Декорацияла Андреа Палладио стиленә хас элементтар бар — киң баҫҡыстар, бейек тәҙрәләр, тимпан менән биҙәлгән фронтон.
Фасадта эшсе ҡатын (штукатурсы) һәм инженер скульптуралары урынлашҡан. Улар хеҙмәт һәм ижад символдары тип ҡабул ителә.
- Хәҙерге торошо
XX быуат аҙағында бинаның мәҙәни функциялары юғала. Бөгөн бында дәүләт учреждениелары, теш табиптары кабинеты һәм, ирония менән, адвокаттар офисы урынлашҡан. Әммә бинаның тышҡы ҡиәфәте һәм скульптуралары емерелеү хәлендә: карниздарҙың штукатуркаһы төшкән, торбалар ҡаҙауҙарҙан ысҡынған, скульптуралар зыян күргән[1].
2022 йылдың декабрендә бинаны рәсми рәүештә Рәсәй Федерацияһының мәҙәни мираҫ объекты реестрына индерәләр. Ул Черниковканың 1950-се йылдар төҙөлөшзастройка ансамбленең өлөшө тип таныла[3].
Һаҡлау һәм файҙаланыу режимы
2022 йылда бина төбәк әһәмиәтендәге мәҙәни мираҫ объекты тип танылды. «Башкультнаследие» бойороғо менән бинала һәм уның тирәһендә төҙөлөш, ер ҡаҙыу, кондиционер ҡуйыу, киоск һәм павильондар урынлаштырыу тыйыла. Мәҙәни ҡомартҡыны һаҡлау, төҙөкләндереү, йәмләү эштәре, юлдарҙы ремонтлау (объекттың бөтөнлөгөн боҙмаһа) рөхсәт ителә[3].
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 Привет комсомольцам от «Сорокалетки». Республика Башкортостан (25 сентябрь 2020). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 29 июль 2025.
- ↑ Анатолий Мищенко. Дом культуры в уфимской Черниковке включен в реестр культнаследия. Уфа. АиФ (10 ғинуар 2023). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 29 июль 2025.
- ↑ 1 2 Лейла Аралбаева. В Уфе здание Клуба строителей имени 40-летия ВЛКСМ включено в реестр объектов культнаследия. Башинформ (16 ғинуар 2023). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 29 июль 2025.
Һылтанмалар
- Предмет охраны объекта культурного наследия регионального значения «Дом культуры строителей», памятник, 1955 г., расположенного по адресу:Республика Башкортостан, г. Уфа, ул. Ульяновых, 50. Гарант.Информационно-правовой портал. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 29 июль 2025.