М. И. Калинин исемендәге мәҙәниәт йорто
М. И. Калинин исемендәге мәҙәниәт йорто (рус. Дом культуры имени М. И. Калинина; элек Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһенеке була) — Өфө ҡалаһының Инорс биҫтәһендәге тарихи мәҙәниәт йорто, Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетына ҡарай[1][2][3][4][5][6].
Өфөнөң беренсе клубы[7], шулай уҡ элекке Моторный ауылында, ә һуңыраҡ Черниковск ҡалаһында — 1948 йылда «Еңеү» кинотеатры асылғанға тиклем берҙән-бер клуб һәм кинотеатр була. 2002–2015 йылдарҙа бинала М. А. Шолохов исемендәге Мәскәү дәүләт гуманитар университетының Өфө филиалы урынлаша. Хәҙерге ваҡытта бинала 51-се урта мәктәп эшләй[8][9].
Тасуирламаһы
690 һәм 400 урынлыҡ ике тамаша залы, түңәрәктәр өсөн бүлмәләр, шулай уҡ грим бүлмәләре һәм методик кабинеты була. 17 үҙешмәкәр сәнғәт ижад коллективы эшләй[10].
Тарихы
1933 йылда моторҙар заводының «Ударник» кинотеатры булараҡ типовой проект буйынса конструктивизм стилендә төҙөлә (1932 йылда шул уҡ проекттың «Восток» кинотеатры Силәбелә трактор заводының Социаль ҡаласығындағы ИНОРС торлаҡ кварталында һалынған була[11][12].
Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында бинала Рыбинск ҡалаһынан эвакуацияланып килгән эшселәр ғаиләләрен беренсел ҡабул итеү буйынса эвакуация пункты ойошторола. 1942 йылдан клуб булараҡ эшләй. Был осорҙа клубтың концертмейстеры вазифаһында Е. О. Вайнтрауб хеҙмәт һала[13][14]. 1945 йылдың декабрендә СССР Юғары Советына һайлау үткәреүгә әҙерлек йәһәтенән клуб тейешенсә тәртипкә килтерелә, ә 1947 йылда, Октябрь социалистик революцияһының 30 йыллығын ҡаршылау айҡанлы бинаға капиталь ремонт үткәрелә[2].
1950 йылдарҙа совет неоклассицизмы стилендә яңыртыла: 1953 йылда бинаға төкәтмә яһала һәм 1956 йылға тиклем «Ударник» клубы булараҡ эшләй. Шул уҡ йылда статусын һәм атамаһын «мәҙәниәт йорто» тип үҙгәртеп эшмәкәрлеген яңы йүнәлештә башлай.
1959 йылда Башҡорт АССР-ының дүрт үҙешмәкәр сәнғәт коллективына тәүге тапҡыр «халыҡ театры» исеме бирелә, шуларҙың береһе ошо мәҙәниәт йортоноҡо була[15]. Дөйөм алғанда, «халыҡ» исеменә төрлө йылдарҙа лайыҡ булғандар: «Раздолье» рус йырҙары хоры, етәксеһе — Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Л. И. Богатырёва (1943, 1961); башҡорт халыҡ бейеүҙәре ансамбле, етәксеһе — Р. Ф. Йыһанов (1938, 1964); һүрәт төшөрөү студияһы, етәксеһе — А. Ш. Ҡоҙаяров (1949, 1964) һ.б.[10].
2003 йылда Өфө моторҙар етештереү производство берекмәһе бинаны М. А. Шолохов исемендәге Мәскәү дәүләт гуманитар университетының Өфө филиалына тапшыра[10]. Бина «Промстрой» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте тарафынан 18 миллион һумға реконструкциялана һәм уҡыу аудиторияһы итеп үҙгәртелә[16].
2016 йылдың 1 сентябренән бинала ваҡытлыса 51-се урта мәктәп эшләй[17][18].
Иҫкәрмәләр
- ↑ С. Д. Фазылова. Дом культуры им. М. И. Калинина // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: Башҡорт энциклопедияһы (ғилми-нәшриәт комплексы), 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-306-8.
- ↑ 1 2 wine_ea1. История одного здания. Часть 1. Под именем «Ударник». wine_ea1 (25 июль 2013). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 22 декабрь 2022.
- ↑ ru_ufa. «Ударник» — ДК Калинина — МГГУ им. М.А. Шолохова. Уфа (19 июль 2013). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 25 декабрь 2022.
- ↑ Конец фильма: где в Уфе перестали крутить кино. ufa1.ru - новости Уфы (26 июнь 2018). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 25 декабрь 2022.
- ↑ С. Г. Синенко. Дворцы культуры // Уфа старая и новая : популярная иллюстрированная энциклопедия. — Уфа : Государственное республиканское издательство «Башкортостан», 2007. — 272 с. — 3000 экз. — ISBN 978-5-8258-0236-7.
- ↑ С. Синенко. Инорс. Село Богородское и посёлок Моторное (билдәһеҙ). Посреди России (16 апрель 2012). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 25 декабрь 2022.
- ↑ Л. В. Гориченская. Культурно-досуговые учреждения // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: Башҡорт энциклопедияһы (ғилми-нәшриәт комплексы), 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-306-8.
- ↑ Ученики 51-й школы переехали в здание бывшего института имени Шолохова.
- ↑ В Уфе школа № 51 переехала в здание бывшего университета имени Шолохова. bash.news. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 25 декабрь 2022.
- ↑ 1 2 3 «Башҡортостан» төбәк интерактив энциклопедик порталы. Калинин М.И. исемендәге мәҙәниәт йорто (Тикшерелеү көнө: 14 июнь 2025)
- ↑ Соцгород ЧТЗ. www.book-chel.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 22 декабрь 2022.
- ↑ С. Б. Брилёв. Операция «Айгер». Почти последний аккорд // Россия и современный мир. — 2021. — Вып. 2 (111). — С. 179–198. — ISSN 1726-5223.
- ↑ Маэстро Спиваков из Черниковки. ufa-gid.com. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 25 декабрь 2022.
- ↑ Павел Крайнов. Уфа военная: вклад города в победу в Великой Отечественной войне. ufa.kp.ru (7 май 2018). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 25 декабрь 2022.
- ↑ Я. Ш. Исхакова, С. С. Саитов. Энциклопедия Башкирии: народный театр. ufa-gid.com. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 25 декабрь 2022.
- ↑ Уфимский филиал Московского государственного открытого педагогического университета имени Михаила Шолохова скоро справит новоселье. www.bashinform.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 25 декабрь 2022.
- ↑ Ученики 51-й школы переехали в здание бывшего института имени Шолохова.
- ↑ В Уфе школа № 51 переехала в здание бывшего университета имени Шолохова. bash.news. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 25 декабрь 2022.