Лаврентьев Пётр Денисович

Лаврентьев Пётр Денисович (11 ғинуар 1905 йыл — 4 октябрь 1979 йыл) — совет авиация инжеренры, хужалыҡ эшмәкәре, юғары мәктәп уҡытыусыһы. 1941—1947 йылдарҙа Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһенең баш инженеры һәм директоры. Башҡорт АССР-ының 2-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Испаниялағы Граждандар һуғышында (1936—1939) ҡатнашыусы. СССР-ҙың Дәүләт премияһы лауреаты (1951). Социалистик Хеҙмәт Геройы (1945). Өс Ленин (1939, 07.1945, 09.1945), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1943) һәм Ҡыҙыл Йондоҙ (1941) ордендары кавалеры[1]. II дәрәжә Сталин премияһы лауреаты (1952)[2].

undefined

Биографияһы

Пётр Денисович Лаврентьев 1905 йылдың 11 ғинуарында Дон ғәскәре (хәҙер Ростов) өлкәһенең Таганрог ҡалаһында эшсе ғаиләһендә тыуа. Ғаилә башлығы шахтала эшләгәнлектән, Горловка ҡалаһында (хәҙерге Донецк Халыҡ Республикаһы) йәшәйҙәр.

1930 йылда Харьков политехник институтының авиация факультетын тамалап, Ярославль өлкәһенең 26-сы Рыбинск моторҙар эшләү заводында инженер булып башлай. Ғәмәлдә завод түгел, ә оҫтаханалар ғына була һәм уларҙа BMW немец двигателдәре йыйыла.

1938 йылдың февраленән декабренә тиклем Испаниялағы милли-революцион һуғышта үҙ ирке менән ҡатнаша. Авиация инженеры булараҡ, авиация частарын хеҙмәтләндерә. СССР-ға ҡайтҡас, Рыбинск заводында эшләүен дауам итә. 1939 йылда заводта баш инженер булып китә, 1940 йылда директор итеп үрләтелә.

1941 йылдың октябрендә илдең авиация моторҙары эшләгән эре заводтарының береһе Рыбинскиҙан башҡорт АССР-ының Өфө ҡалаһына эвакуациялана.

Лаврентьев баш инженер итеп тәғәйенләнә. Ошо вазифала уның инженер һәм ойоштороусы һәләте һәр яҡлар асыла. Заводта 1941 йылдың декабрендә хәрби Як-3, Як-9, Пе-2 самолеттары өсөн В. Я. Климов конструкцияһын эшләү ағымға ҡуйыла. Ул тәҡдим иткән ойоштороу ҡарарҙары заводта продукция сғарыуҙы һиҙелерлек арттырырға ярҙам итә.

1946 йылда завод директоры В. П. Баландин Мәскәүгә күсерелгәс, уның урынына директор итеп тәғәйенләнә.

1947 йылдың 9 февралендә үткән РСФСР һәм Башҡорт АССР-ы Юғары Советына һайлауҙарында БАССР-ҙың икенсе саҡырылыш Юғары Советы депутаты итеп һайлана.

1947—1961 йылдарҙа Куйбышев ҡалаһының 24-се заводы директоры була.

1961 йылдан — Куйбышев, 1969—1978 йылдарҙа Мәскәү авиация институттарында уҡыта[1].

1978 йылда хаҡлы ялға сыға. Мәскәү өлкәһенең Химки ҡалаһында йәшәй. 1979 йылдың 4 октябрендә вафат була, Вганьково зыяратаныда ерләнә.

Ғаиләһе

  • Атаһы — Лаврентьев Денис, Донецк шахталарының береһендә эшләй.
  • Әсәһе — Лаврентьева Татьяна Амосовна.
  • Ҡатыны — Лаврентьева Лидия Алексеевна (1914—2001).
  • Ҡыҙы — Елена Петровна (1936 йылғы).
  • Улы — Лаврентьев Борис Петрович (1946—2012)[2].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Иҫкәрмәләр