Н. Ф. Гастелло исемендәге стадион

Н. Ф. Гастелло исемендәге стадион (рус. Стадион им. Н. Ф. Гастелло) — Өфө ҡалаһындағы Черниковкалағы Н. Ф. Гастелло исемендәге парк янындағы Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһенең спорт стадионы[1][2].

Характеристикаһы

Футбол яланы, 400 метрлыҡ еңел атлетика йүгереү юлы, оҙонлоҡҡа һикереү өсөн өс секторы, 6500 урынлыҡ трибуналары, атлетик гимнастика, бокс һәм көрәш залдары бар[1][2].

Тарихы

1939 йылда Өфө моторҙар заводының «Крылья Советов» футбол клубы стадионы булараҡ асыла[1]. 1947 йылда спорт клубына Советтар Союзы Геройы Н. Ф. Гастелло исеме бирелә[2].

Стадион бинаһы 1955 йылда, архитектор В. А. Кондрашков проекты буйынса[3], неоклассика стилендә төҙөлгән[4]. 1985 йылда стадионға ингән урында Н. Ф. Гастеллоға һәйкәл асыла (һуңғараҡ ул Н. Ф. Гастелло скверына күсерелә)[2].

Стадионда 19481959 йылдарҙа футбол буйынса — РСФСР беренселектәре, 19771991 йылдарҙа СССР-ҙың икенсе лигаһы чемпионаттары, 1981 йылда Н. Ф. Гастелло исемендәге спорт клубы һәм Галле ҡалаһының (ГДР) «Хеми» командалары араһында, 1990 йылда Прашка ҡалаһының (Польша) «Мотор» командаһы менән халыҡ-ара иптәштәрсә матчтар үткәрелә[1].

2021 йылда стадиондың реконструкцияһы, республика милкенә тапшырыу менән, 100 миллион һумға баһалана[5][6][7].

Иҫкәрмәләр

  1. 1 2 3 4 А. М. Фёдоров. Стадион им. Н. Ф. Гастелло // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: Башҡорт энциклопедияһы (ғилми-нәшриәт комплексы), 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-306-8.
  2. 1 2 3 4 С. Г. Синенко. Стадион имени Н. Гастелло // Уфа старая и новая : популярная иллюстрированная энциклопедия. — Уфа : Государственное республиканское издательство «Башкортостан», 2007. — 272 с. — 3000 экз. — ISBN 978-5-8258-0236-7.
  3. М. Р. Батырова. Кондрашков Виктор Антонович // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: Башҡорт энциклопедияһы (ғилми-нәшриәт комплексы), 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-306-8.
  4. К. А. Донгузов, Р. Исмагил, М. Ф. Обыдённов, З. М. Хатмуллина. Архитектура // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: Башҡорт энциклопедияһы (ғилми-нәшриәт комплексы), 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-306-8.
  5. Реконструкция стадиона имени Гастелло в Уфе обойдется в 100 млн рублей. www.kommersant.ru (24 май 2021). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 22 сентябрь 2022.
  6. Стоимость реконструкции стадиона имени Гастелло в Уфе оценена в 100 млн. РБК. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 22 сентябрь 2022.
  7. «Мы готовим дорожную карту развития стадиона имени Гастелло в Уфе» - министр спорта Башкирии. www.bashinform.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 22 сентябрь 2022.

Һылтанмалар

Тема буйынса өҫтәмә