Труд (стадион, Өфө)

«Труд» — Өфө ҡалаһында һүтелгән спорт стадионы, уның урынында «Өфө-Арена» боҙ һарайы төҙөлә[1][2][3][4][5].

Характеристикаһы

Спорт залы, футбол майҙансығы, 5000 урынлыҡ трибуналары, мотоуҙыштар өсөн 400 метрлыҡ шлак һибелгән юлы, көрәш һәм ауыр атлетика залдары; бер баскетбол, ике волейбол, ике бура һуғыу һәм ике хоккей майҙансығы, мини-футбол өсөн корт, ике сәләмәтлекте нығытыу үҙәге һәм башҡа нәмәләре булған[1].

Тарихы

1930 йылдар аҙағында Ленин һәм Якутов урамдары мөйөшөндә 1936 йылда нигеҙләнгән шул уҡ исемдәге ирекле спорт йәмғиәтенең «Труд» стадионы төҙөлә[3].

1937 йылдан БАССР Халыҡ комиссарҙары советы ҡарамағындағы Физик культура һәм спорт эштәре буйынса комитеттың «Большевик» стадионы булараҡ эшләй, 1950 йылдан — «Осҡон» ирекле спорт йәмғиәтенең Башҡортостан өлкә советы «Осҡон» стадионы, 1955 йылдан — «Локомотив» ирекле спорт йәмғиәтенең «Локомотив» стадионы, 19602005 йылдарҙа — 3-сө Төҙөлөш тресының «Труд» стадионы[1].

1980 йылдар аҙағында БАССР профсоюз спорт ойошмаларының Башҡортостан профсоюздар спорт йәмғиәтенә берләшеүе менән бәйле «Труд» йәмғиәте бөтөрөлә[3]. 1990 йылдар аҙағында стадион трибуналары яраҡһыҙ хәлгә килә, ә стадион бинаһының үҙе реконструкция талап итә. 2005 йылда стадион тулыһынса һүтелә; яңы «Өфө-Арена» спорт комплексы төҙөлә башлай[2].

Стадион базаһында «Өфөлө» футбол клубы, М. М. Азаматов исемендәге 3-сө Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе эшләй, грек-рим көрәше, тхэквондо, футбол һәм ауыр атлетика бүлексәләре булған «Өфөлө» Олимпия резервындағы спорт балалар-үҫмерҙәр мәктәбе, мотоспорт буйынса ДОСААФ Балалар-үҫмерҙәр спорт-техник мәктәбе, спидвей буйынса «Башҡортостан» командаһы, пауэрлифтинг, атлетик гимнастикаһы һәм шейпинг секциялары эшләгән[1].

Стадионда 1961 йылда БАССР-ҙа шайбалы хоккей буйынса «Салауат Юлаев» һәм «Висмут» ГДР командалары араһында беренсе халыҡ-ара иптәштәрсә матч үтә; 1970 йылда — футбол буйынса Б класының СССР чемпионаты; шәхси (1963, 19681969 йылдар) һәм команда (1963, 19651967 йылдар) донъя чемпионаттары, спидвей буйынса СССР, РСФСР һәм Рәсәй чемпионаттары финалдары (1961—1996); 1963 йылда — Халыҡ-ара мотофедерация кубогы; боҙҙағы мотоуҙыш буйынса Европа (1964 йыл), СССР (1961—1962, 1966 һәм 1988 йылдар) һәм РСФСР (1962, 19691970 йылдар) чемпионаттары финалы, халыҡ-ара ярыштар (1962—1963 йылдар)[1].

Иҫкәрмәләр

  1. 1 2 3 4 5 О. Л. Балабан, Н. Ю. Мазов. «Труд», стадион // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: Башҡорт энциклопедияһы (ғилми-нәшриәт комплексы), 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-306-8.
  2. 1 2 С. Г. Синенко. Стадион «Труд» // Уфа старая и новая : популярная иллюстрированная энциклопедия. — Уфа : Государственное республиканское издательство «Башкортостан», 2007. — 272 с. — 3000 экз. — ISBN 978-5-8258-0236-7.
  3. 1 2 3 С. Г. Синенко. «Уфа-Арена», ледовый дворец // Уфа старая и новая : популярная иллюстрированная энциклопедия. — Уфа : Государственное республиканское издательство «Башкортостан», 2007. — 272 с. — 3000 экз. — ISBN 978-5-8258-0236-7.
  4. Прощай "Труд", здравствуй Дворец! www.bashinform.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 22 сентябрь 2022.
  5. 50 лет назад состоялись первые соревнования по спидвею на уфимском стадионе «Труд». www.bashinform.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 22 сентябрь 2022.

Һылтанмалар

Тема буйынса өҫтәмә