Строитель (стадион, Өфө)
«Строитель» стадионы (элек — «Башнефтезаводстрой» тресыныҡы; «Труд» спорт йәмғиәтенеке) — Өфө ҡалаһының Черниковкалағы Нефтехимиктар паркы эргәһендәге спорт стадионы[1][2][3]. Ҡаланың эре футбол стадиондарының икенсеһе (Н. Ф. Гастелло исемендәге һәм «Нефтяник»)[4], ул ошоға тиклем тулыһынса реконструкцияланмаған һәм ныҡ ҡына кимәлдә туҙған[5][6].
«Труд» стадионы менән берлектә 1960 йылдарҙан 1980 йылдар башынаса спидвей үҫешенең донъя үҙәктәренең береһе булып тора, ә стадион үҙе — боҙҙағы мотоуҙыштың[2][7].
Стадионда 1959 — 1976 йылдарҙа «Строитель» футбол клубы урынлаша.
Характеристикаһы
100×65 метр ҙурлыҡтағы футбол яланы, 8000 урынлыҡ стационар ағас трибуналары; 100×57 метрлыҡ шлак һибелгән футбол яланы, 39×6 метрлыҡ спорт залы, тир, бура һуғыу майҙансығы, картодромы бар[1][8].
Стадион базаһында Ғ. Ҡадиров исемендәге техник спорт төрҙәре үҙәге эшләй[9], һәм 26-сы Олимпия резервы спорт мәктәбе эшләй[10], ул Нефтехимиктар паркындағы йәйге кинотеатр бинаһын — спорт залы булараҡ, ә стадионды дәрестәр өсөн асыҡ майҙансыҡ итеп файҙалана.
Тарихы
1959 йылда асылған. 1965 йылда А. С. Дмитриенко проектына ярашлы боҙҙағы мотоуҙыштар буйынса ярыштар уҙғарыу өсөн реконструкцияланған.
2005 йылда спидвей буйынса ярыштар үткәреү өсөн реконструкция уҙғарыла.
Хәҙер Шорт-трек үҙәге менән бергә стадион Өфө ҡалаһы ҡала округының Физик культура һәм спорт идаралығы ҡарамағына тапшырылған.
Реконструкция
2000 йылдарҙың икенсе яртыһында стадионды реконструкция көтә, трибуналарҙа урындар 12000-гә тиклем арттырыла (8000-гә яҡын стационар урын һәм 4000-гә яҡын һүтеп йыйылмалы урын[8]), был эш 2014 йылда тамамланырға тейеш була[2].
2017 йылда төҙәтмәләр индерелгән реконструкция проекты экспертиза үтә һәм ыңғай һығымта ала[11].
2019 йылда тулы реконструкциялау хаҡы, 8640 урынлыҡ трибуналар проекты менән, 1,8 миллиард һумға баһалана[12]; 8400 урынлығы — 1,7 миллиард һум[13].
Матчтар һәм ярыштар
Стадионда: 1959—1976 йылдарҙа футбол буйынса СССР чемпионаттары һәм 1992 — 1995 йылдарҙа футбол буйынса Рәсәй чемпионаттары матчтары, ә 1965 йылда ике йыйылма командалар — РСФСР һәм Япония олимпия командаһы араһында иптәштәрсә матч[7]; боҙҙағы мотоуҙыштар буйынса донъя чемпионаттары финалдары (1966 — 1968, 2004, 2007, 2009, 2012) һәм ярымфиналдары (1969 — 1974, 1976, 1978, 2002, 2005), боҙҙағы мотоуҙыштар буйынса Европа чемпионаттары финалдары (2003, 2010, 2013, 2016), ә 1962 йылдан, күп тапҡырҙар — боҙҙағы мотоуҙыштар буйынса СССР чемпионаттарының, боҙҙағы мотоуҙыштар буйынса Рәсәй чемпионаттарының һәм СССР кубогы, РСФСР кубогы һәм Рәсәй кубогы чемпионаттарының һайлап алыу һәм финал ярыштары үткәрелә[1].
Галерея
Шулай уҡ ҡара
- Ғ. Ҡадиров исемендәге техник спорт төрҙәре үҙәге
- 26-сы Олимпия резервы спорт мәктәбе
- Нефтяник (футбол клубы, Өфө)
- Труд (стадион, Өфө)
- Нефтехимиктар паркы
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 3 «Строитель», стадион // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: Башҡорт энциклопедияһы (ғилми-нәшриәт комплексы), 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-306-8.
- ↑ 1 2 3 С. Г. Синенко. Стадион «Строитель» // Уфа старая и новая : популярная иллюстрированная энциклопедия. — Уфа : Государственное республиканское издательство «Башкортостан», 2007. — 272 с. — 3000 экз. — ISBN 978-5-8258-0236-7.
- ↑ «Труд», спортивное общество // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: Башҡорт энциклопедияһы (ғилми-нәшриәт комплексы), 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-306-8.
- ↑ Стадионы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: Башҡорт энциклопедияһы (ғилми-нәшриәт комплексы), 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-306-8.
- ↑ Алексей Фатыхов. Новый формат «Строителя» // Уфа : журнал. — 2019. — Март (№ 3 (208)).
- ↑ Николай Красин. Что ждет два старейших стадиона Уфы? // Общественная электронная газета : газета. — Башинформ, 2019. — 15 ноябрь.
- ↑ 1 2 Рашит Аюпов. Необыкновенный матч. Японские футболисты выступали на «Строителе» и как послы мира // Вечерняя Уфа : газета. — 2015. — 9 апрель (№ 67 (12715)).
- ↑ 1 2 Стадион «Строитель» г. Уфа.
- ↑ Р. Н. Саитгареев. Центр технических видов спорта им. Г. Кадырова // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: Башҡорт энциклопедияһы (ғилми-нәшриәт комплексы), 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-306-8.
- ↑ В. М. Новцев. Спортивная школа олимпийского резерва № 26 // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: Башҡорт энциклопедияһы (ғилми-нәшриәт комплексы), 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-306-8.
- ↑ Дмитрий Дунаев. Стадион «Строитель» в Уфе реконструируют // Уфимские ведомости : газета. — 2017. — 18 июнь.
- ↑ Сергей Николаев. На реконструкцию стадиона «Строитель» в Уфе потребуется 1,8 млрд рублей // Башинформ. — 2019. — 21 февраль.
- ↑ Олег Яровиков. В Уфе на реконструкцию стадиона «Строитель» с гостиницей и парковкой требуется 2,6 млрд // Башинформ. — 2019. — 5 сентябрь.