Нефтехимиктар паркы

Нефтехимиктар мәҙәниәт һәм ял паркы — Өфөләге Черниковкала, ҡаланың Орджоникидзе районындағы парк. Калинин урамында урынлашҡан.

Тарихы

Паркка 1947 йылда нигеҙ һалына, һәм ул «Еңеү» ҡала баҡсаһы" тип атала. Ул 1947 — 1949 йылдарҙа халыҡ көсө — балалар, уҡыусылар, комсомолдар һәм хеҙмәтсәндәр тарафынан төҙөлә. Ул саҡта уның майҙаны 22 гектар тәшкил итә, парк составына «Химик» мәҙәниәт һарайы, «Строитель» стадионы, ә 1956 йылда йәйге кинотеатр инә, һуңынан ул спорт залы итеп үҙгәртеп ҡорола.

undefined

1955 йылда ул Мәҙәниәт һәм ял паркына әйләнә. 1980 йылда исемен Нефтехимиктарҙың мәҙәниәт һәм ял паркы тип үҙгәртә һәм бөгөнгө көнгә тиклем шулай атап йөрөтөлә.

1950 — 1960 йылдарҙа бында парашют вышкаһы тора, унда парашютсыларҙың күнекмәләре һәм күрһәтмә һикереүҙәре үтә. Әммә 1970 йылда был вышка һүтелә.

Шулай уҡ парк биләмәһендә 1960—1980 йылдарҙа донъя спидвейы үҙәге булған «Строитель» стадионы урынлашҡан.

1990 йылдарҙа парк ташландыҡ хәлгә килә һәм тейешле тәрбиә күрмәй, әммә хәҙер элекке хәленә кире ҡайта бара.

Бөгөн паркта балалар аттракциондары, спорт түңәрәктәре һәм йәйге кафелар эшләй. 2011 йылдың майында паркта Башҡортостан Республикаһы Эске эштәр министрлығының дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәренең 2036 йылдағы хеҙмәттәштәренә мөрәжәғәтнамәһе менән «Ваҡыт капсулаһы» һалына.

Паркта даими рәүештә ҡала байрамдары уҙғарыла, мәҫәлән, «Сәскәләр көнө»[1], «Киң Масленица»[2], Еңеү көнө алдынан «Хәтер» акцияһы[3] һәм башҡалар.

Иҫкәрмәләр

  1. Любовь Колоколова. Традиционный праздник «День цветов» вновь порадовал уфимцев. Башинформ.ру (16 август 2010). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 21 май 2012. Архивировано 22 сентябрь 2012 года.
  2. Любовь Колоколова. В Уфе будут праздновать «Широкую Масленицу». Башинформ.ру (24 февраль 2012). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 21 май 2012. Архивировано 22 сентябрь 2012 года.
  3. Любовь Колоколова. В Башкирии акция «Память» охватит ветеранов войны и приравненных к ним лиц. Башинформ.ру (2 май 2012). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 21 май 2012. Архивировано 22 сентябрь 2012 года.

Һылтанмалар

Әҙәбиәт

  • Синенко С. Г. Уфа старая и новая. — Уфа: Государственное республиканское издательство «Башкортостан», 2007. — 272 с. — 3000 экз.

Тема буйынса өҫтәмә