Театр баҡсаһы (Өфө)

Театр скверы (Өфө) — менән бутамаҫҡа!

Театр баҡсаһы (рус. Театральный сад (Уфа), рәсми булмаған атамалары — Софья баҡсаһы, Софьюшка баҡсаһы, София баҡсаһы) — Өфө ҡалаһындағы тарихи һәм фактик яҡтан беренсе йәмәғәт баҡсаһы. Хәҙерге ваҡытта ул Цюрупа, Зәки Вәлиди, Матросов һәм Туҡай урамдары менән сикләнгән кварталда урынлашҡан[1][2][3]. Баҡса Софья аллеяһы менән тоташҡан булған.

Тасуирлама

undefined

Өфө губернаторы Григорий Сергеевич Аксаков ҡатыны Софья Александровна һәм ҡыҙҙары Ольга менән

Баҡса рәсми булмаған атамалар менән билдәле булған — Софья (Софьюшка, София) баҡсаһы (хәҙерге Софья аллеяһы кеүек). Ул Өфө ҡала театры һәм етемдәр приюты менән шөғөлләнгән попечитель Софья Александровна хөрмәтенә аталған, ул Өфө губернаһы губернаторы Григорий Аксаковтың ҡатыны була. Баҡса 1830-сы йылдарҙан башлап ойошторолған беренсе уңышлы йәмәғәт ял итеү урыны[4].

Хәҙерге ваҡытта был кварталда Федераль ҡаҙна идаралығы биналары, «Социнвестбанк» банкы һәм Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай урынлашҡан[1]. Шулай уҡ Өфө ҡала училищеһы һәм Башҡорт юғары коммунистик ауыл хужалығы мәктәбе биналары ла шунда урынлашҡан. «Социнвестбанк» бинаһы алдында ике фонтанлы бәләкәй майҙан һаҡланған.

Тарих

Баҡса 1860 йылда нигеҙләнгән. Уға тоташҡан урам Баҡса урамы тип аталған (хәҙерге Матросов урамы)[5]. 1861 йылда баҡса биләмәһендә 400 урынлыҡ ағастан эшләнгән ҡышҡы театр төҙөлгән, әммә ул 1867 йылда янып юҡҡа сыҡҡан. 1875 йылда уның урынында архитектор Рудольф Иосифович Карвовский проекты буйынса 800 урынлыҡ ике ҡатлы яңы ағас театр төҙөлә, был театр ҙа 1877 йылда янып юҡҡа сыға.

Иҫкәрмәләр

  1. 1 2 Парки, сады и скверы Уфы. bashenc.online. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 2 апрель 2022. Архивировано 2 апрель 2022 года.
  2. Чванов М.А., В память о Софье Александровне Аксаковой - Мемориальный дом-музей С.Т. Аксакова. aksakovufa.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 2 апрель 2022.
  3. Случевский сад и Софьина аллея Уфы — Реальное время. realnoevremya.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 2 апрель 2022. Архивировано 16 ноябрь 2020 года.
  4. Цюрупы улица (Телеграфная) - Уфа от А до Я (билдәһеҙ). Посреди России (27 октябрь 2012). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 2 апрель 2022. Архивировано 2 март 2022 года.
  5. Матросова улица (Садовая) - Уфа от А до Я (билдәһеҙ). Посреди России (13 февраль 2014). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 2 апрель 2022. Архивировано 2 апрель 2022 года.

Һылтанмалар

Тема буйынса өҫтәмә