Гастелло исемендәге парк

Гастелло скверы (Өфө) — менән бутамаҫҡа!


Гастелло исемендәге парк — Өфө ҡалаһының Калинин районы Черниковка биҫтәһендә, Н. Ф. Гастелло исемендәге стадион һәм Спортивная туҡталыш пункты эргәһендәге 20 йылдан ашыу ҡаралмаған парк[1][2][3][4][5][6].

Тасуирламаһы

Майҙаны 6,5 гектар майҙанды биләгән паркта (Н. Ф. Гастелло исемендәге стадиондың йәшелләндерелгән территорияһы менән бергә — 14,2 га[7]), уртаһында ҡыйратылған фонтан торған, ҡоймаланған һаҙға әйләнгән күл бар[2][8].

Паркта күберәген япраҡлы ағастар үҫә: ябай дардар, һалпыш ҡайын, бәлзәмле тирәк, шулай уҡ һирәк булһа ла муйыл, алмағас, дардар япраҡлы саған; ылыҫлыларҙан — Себер шыршыһы менән ебер ҡарағасы осрай[7][9]. 2003 йылда парктың тупрағы ауыр металдар һәм органик ҡушылмалар менән ныҡ бысрана[10].

Тарихы

Паркка 1930 йылдарҙа, Черниковка эшселәр ҡасабаһының (Н. Ф. Гастелло исемендәге стадион менән бер үк ваҡытта) Моторҙар заводы (хәҙер — Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе) паркы булараҡ, нигеҙ һалына. 1947 йылда паркка һәм стадионға осоусы Гастелло Николай Францевич[ru] исеме бирелә.

1984 йылға тиклем паркта, күл эргәһендә — Ленин һәйкәле, уның ҡаршыһында Калинин һәйкәле тора (һуңынан М. И. калинин исемендәге мәҙәниәт һәм ял паркына күсерелә)[2]. Йәйге «Звёздочка» кинотетары һәм бейеү майҙансығы эшләй[4].

2000 йылдарҙа күл тирәһендәге талдар һәм тирәктәр ҡырҡыла[2].

2014 йылда парк реконструкцияланыуға мохтаж тип таныла — инвестор булып УМПО сығыш яһай[3], ә парк 2015 йылдың 1 декабренә ремонтланып бөтөргә тейеш була[11]: проект буйынса иң элек фонтанлы күлде тергеҙеү планлаштырыла[12].

В перечне разработки проектной документации и благоустройства общественных пространств на 2020—2024 йылдарҙа йәмәғәт киңлектәрен төҙөкләндереү проект документацияһын эшләгәндә исемлеккә (2024 йылдағы Өфө ҡалаһының юбилейына) индерелмәй[1][13].

Элек Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе ҡарамағында булып, ойошма паркты төҙөкләндереү һәм күлде таҙартыу менән шөғөлләнһә[1] — предприятие «профилгә ҡарамаған активты» Башҡортостан Республикаһының Спорт министрлығына тапшырырға ҡарар итә[14][15].

Иҫкәрмәләр

  1. 1 2 3 Когда отремонтируют уфимский Парк имени Гастелло? — Реальное время. realnoevremya.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 3 апрель 2022. Архивировано 27 ноябрь 2021 года.
  2. 1 2 3 4 Захирел мой старый парк » Вечерняя Уфа, официальный сайт газеты "Вечерняя Уфа". vechufa.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 3 апрель 2022. Архивировано 12 апрель 2022 года.
  3. 1 2 Парк имени Н. Гастелло преобразится благодаря реконструкции (20 май 2014).
  4. 1 2 А еще в том старом парке был любимый всеми пруд... » Вечерняя Уфа, официальный сайт газеты "Вечерняя Уфа". vechufa.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 3 апрель 2022. Архивировано 3 февраль 2020 года.
  5. Старый пруд. resbash.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 3 апрель 2022. Архивировано 3 апрель 2022 года.
  6. Парк Гастелло в Уфе нужно возродить. i-gazeta.com. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 3 апрель 2022. Архивировано 20 ғинуар 2022 года.
  7. 1 2 Блонская Любовь Николаевна, Шайбакова Гульназ Ирековна. Сравнительная характеристика состояния зеленых насаждений в различных условиях техногенной среды г. Уфа // Вестник российских университетов. Математика. — 2014. — Т. 19, вып. 5. — С. 1251–1253. — ISSN 2686-9667. Архивировано 3 апрель 2022 года.
  8. Уфимцы хотят сохранить погибающее озеро в парке Гастелло, но не знают, как. mkset.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 3 апрель 2022. Архивировано 22 июнь 2021 года.
  9. Блонская Л. Н., Гизатуллина Г. И. Анализ дендрофлоры в городском спортивном парке им. Гастелло // Охрана и рациональное использование лесных ресурсов: материалы VIII международного форума (8–10 июня 2015 года, Благовещенск) / Федеральное агентство лесного хоз-ва, Дальневосточный гос. аграрный ун-т. — Благовещенск: Изд-во ДальГАУ, 2015. — С. 25–31.
  10. Савич В. И., Романчик Е. А., Ортега В., Аларкон А. В., Родригес Ф. Н. Почвы мегаполисов и их создание // Известия Тимирязевской сельскохозяйственной академии : журнал. — 2003. — № 3. — С. 3–28.
  11. Реконструкция уфимского парка имени Гастелло не затронет искусственного пруда. mkset.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 3 апрель 2022. Архивировано 3 апрель 2022 года.
  12. При реконструкции парка Гастелло будет восстановлен старый пруд. ufaved.info. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 3 апрель 2022.
  13. Время парков. resbash.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 3 апрель 2022.
  14. Стало известно, когда в Уфе смогут благоустроить парк Гастелло - Новости Уфы. ufatime.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 3 апрель 2022. Архивировано 24 май 2021 года.
  15. Радий Хабиров рассказал о взятии под крыло стадиона Гастелло и модернизации спортивного объекта в Салавате - Новости Уфы. ufatime.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 3 апрель 2022. Архивировано 3 апрель 2022 года.

Әҙәбиәт

Тема буйынса өҫтәмә