Ленин скверы (Өфө)
Владимир Ленин исемендәге сквер (һөйләшкәндә Ленин скверы) — Өфө ҡалаһының Киров районында, Өҫкө сауҙа майҙанында, Ленин һәм Коммунистик урамдары мөйөшөндә урынлашҡан сквер. Скверҙа В. Ленин һәйкәле урынлашҡан[1][2]. Сквер — баҡса-парк сәнғәте өлгөһө, ландшафт архитектураһы һәм ҡала төҙөлөшө ҡомартҡыһы, төбәк әһәмиәтендәге мәҙәни мираҫ объекты[3].
Совет осоронда был сквер ҡала үҙәгендәге төп ял урыны булған, 1970-се йылдарҙың икенсе яртыһында бында "система кешеләре" һәм таушалып бөткән джинсы кигән хиппилар йыйылған.
Тарихы
Архитектор В. Гесте проектына ярашлы, Өфө үҙәгендә Өҫкө сауҙа майҙаны Иҫке Өфөләге Троицкий майҙандың сауҙа функцияһын үҙенә алған, ә майҙандың үҙәгендә Ҡунаҡ һарайы планлаштырылған булған; хәҙерге сквер янында ҡалаһының административ өлөшө урынлашҡан[4]. Майҙан 1820-се йылдарҙан төҙөлә башлаған. М. Сомов яҙмаһында күренеүенсә, майҙандың төньяҡ һәм көньяҡ өлөшөндә бульварҙар булған, 1864 йылға тиклем көньяҡтағыһы ғына һаҡланып ҡалған.
1850-се йылдар уртаһынан 1860-сы йылдарға тиклем был урында ағас һыу алыу будкаһы булған, уның янында арба менән килеп мейескәгә һыу тултырыу өсөн майҙансыҡ булған. Башта һыу будкаға Соҡалаҡ йылғаһынан ағас торбалар аша ебәрелгән, һуңғараҡ иһә ҡалаһының һыу ҡауҙырыу башняһынан килгән[5][6].
Сквер 1924 йылда, В. Ленин һәйкәлен төҙөү менән бер үк ваҡытта төҙөлгән. Скульптура авторы — И. А. Менделевич], проектты Д. М. Ларионов эшләгән. Таврия баҡсаһынан саҡырылған баҡсасы скверҙы ярты йыл эсендә сәскәле баҡсаға әүерелдергән: ағастар, ҡыуаҡтар ултыртылған, сәскә түтәлдәре булдырылған. Сквер 1925 йылда асыла.
1930-сы йылдарҙа ҡала етәкселеге Өҫкө сауҙа майҙанын Ленин урамы буйлап, Пушкин урамындағы Аксаков халыҡ йортонан алып Коммунистик урамындағы Ленин скверына тиклем, берҙәм парад майҙанға әүерелдерергә ниәтләй. Был маҡсатта Крестовниковтар сауҙа йорто], Косицкий сауҙа йорто, Иванов—Нобель сауҙа йорто кеүек биналарҙы, шулай уҡ майҙандың эшлекле функцияһын бөтөрөргә теләгәндәр. 1942 йылға Сталин скверы (1961 йылдан — Еңеү, хәҙер — Театр скверы) булдырылған, ул Ленин скверы өлгөһө буйынса төҙөлгән[7].
1989 йылдың 27 июнендә БАССР Министрҙар Советының № 452р бойороғо менән Ленин скверына ландшафт һәм ҡала төҙөлөшө ҡомартҡыһы статусы бирелә.
1980-се йылдар аҙағында — 1990-сы йылдар башында скверҙы һәм Ленин һәйкәлен реконструкциялау башлана.
Галерея
Иҫкәрмәләр
- ↑ Өфөнөң парк, баҡса һәм скверҙары // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: Башҡорт энциклопедияһы (ғилми-нәшриәт комплексы), 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-306-8.
- ↑ А. Е. Навозова. В. И. Ленин һәйкәле // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: Башҡорт энциклопедияһы (ғилми-нәшриәт комплексы), 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-306-8.
- ↑ Ленин скверы — Өфө халҡының яратҡан ял урыны.
- ↑ Николай Барсов. XIX быуат башындағы Өфө // Өфө. Тарих биттәре. 2-се китап / төҙ. М. В. Агеева. — Өфө: Инеш, 2014. — С. 52. — 380 с.
- ↑ Виктор Скворцов. Бер тамсы һыу кеүек // Республика Башкортостан : гәзит. — 2007. — 12 ғинуар (№ 7). Архивировано 16 октябрь 2022 года.
- ↑ А. Фатыхов. Өфө һыуҙары тарихы // Уфимские ведомости. — 2017. — 16 март. Архивировано 18 октябрь 2022 года.
- ↑ Икенсе донъя һуғышы осорондағы аэрофотосъемка. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 3 апрель 2022.
Әҙбит
- С. Г. Синенко. По улице Ленина. От Дома специалистов до Ленинского сквера // Неторопливые прогулки по Уфе. Городской путеводитель. — Уфа: Китап, 2010. — 375 с.
- С. Г. Синенко. По Верхнеторговой площади. От Губернского банка до Ленинского сквера // Неторопливые прогулки по Уфе. Городской путеводитель. — Уфа: Китап, 2010. — 375 с.
- Прогулки по Уфе: сквер им. Владимира Ленина // Молодёжная газета : газета. — 2020. — 11 ноябрь.
- С. Г. Синенко. Верхнеторговая площадь // Уфа старая и новая : популярная иллюстрированная энциклопедия. — Уфа : Государственное республиканское издательство «Башкортостан», 2007. — 272 с. — 3000 экз. — ISBN 978-5-8258-0236-7.
Һылтанмалар
- Сквер Ленина
- Сквер Ленина на PastVu.com