Беренсе май паркы (Өфө)

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Беренсе май паркы
Административ-территориаль берәмек Өфө
Дәүләт
Файл:Aerial view of the Pervomaysky Park.jpg
Логотип РУВИКИ.Медиа Медиафайлы на РУВИКИ.Медиа

«Беренсе май» мәҙәниәт һәм ял паркы — Өфөнөң Калинин районындағы Беренсе май урамының иң осонда, Орджоникидзе һәм Машина эшләүселәр урамдары киҫешкән урында урынлашҡан парк.

Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Беренсе май паркы — Өфөнөң сағыштырмаса йәш паркы. Ул Калинин район халыҡ депутаттары советының 1991 йылдың 10 июлендәге ҡарарына ярашлы, «Калинин» ял һәм мәҙәниәт паркы булараҡ төҙөлә. 1995 йылда исеме «Беренсе май» мәҙәниәт һәм ял паркы тип үҙгәртелә, 1996 йылда муниципаль учреждение статусын ала, ә 2006 йылдан муниципаль унитар предприятие итеп үҙгәртелә.

Парк Черниковка халҡының популяр ял итеү урыны булып тора. Парк биләмәһендә урынлашҡан ташландыҡ «Тепличное» күле бысраҡ һәм сүп-сарҙы таҙартылған, уның ярҙары тигеҙләнгән һәм газон үләне сәселгән, күлдә фонтан төҙөлгән. Күлгә ике ҡараулы аллея илтә, «Мөхәббәт аркаһы» һәм «Теләктәр эскәмйәһе» ҡуйылған. Ҡыш паркта саңғы трассаһы һәм һырғалаҡ эшләй. Шулай уҡ ике йәштән ҙурыраҡ балалар өсөн аттракциондар булған балалар күңел асыу майҙансығы эшләй. Бында тротуар брусчаткаһы (шаҡмаҡлап ваҡланған таш) түшәү, тротуарҙың асфальт ҡатламын яңыртыу, торшер тибындағы фонарҙар ҡуйыу, декоратив ҡоймалар һәм балалар спорт майҙансыҡтары төҙөү планлаштырыла.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]