Ғафури урамы (Өфө)
Мәжит Ғәфури урамы Өфө ҡалаһының Киров һәм Ленин райондары сигендә урынлашҡан. Көньяҡтан төньяҡҡа ҡарай Өфө телеүҙәгенән алып Революция урамы районындағы Токарный урамына тиклем һуҙыла.
Тарихы
Башта урам майҙандағы (хәҙерге трамвай ҡулсаһынан алыҫ булмаған) Никольский сиркәүе исеме менән Никольский урамы тип аталған. Никольский урамы буйлап сиркәүгә ҡарай Казанская Божья Матерь һәм Святитель Николай Чудотворец иконаларын ҡаршы алыу һәм оҙатыу буйынса тәре йөрөштәре үткән.
Октябрь Революцияһынан һуң 1925 йылда сиркәү һүтелә, ә ун йыл һуңыраҡ урам үҙе башҡорт һәм татар әҙәбиәте классигы Мәжит Ғафури хөрмәтенә атала.
1959 йылда Ғафури урамында ҡаланың иҫтәлекле һәм үҙенсәлекле йүнәлеше булған Өфө телеүҙәге төҙөлә.
Әлеге ваҡытта Ғафури урамының көньяҡ өлөшө заманса биналар менән төҙөкләндерелгән, шул уҡ ваҡытта төньяҡ өлөшө ағас йорттар менән шәхси сектор булып тора. Урамдың көньяҡ өлөшө Зәки Вәлиди урамы менән бергә спорт ярыштары өсөн ҡулланыла[1][2].
Иҫкәрмәләр
- ↑ Альфия Шарафутдинова. Во время велопробега в Уфе закроют движение транспорта. Башинформ.ru (16 июнь 2011). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 8 август 2012. Архивировано 2 октябрь 2012 года.(рус.). Башинформ.ru (2011-06-16). Тәүге сығанаҡтан архивланған 2 октябрь 2012. 8 август 2012 тикшерелгән.
- ↑ Дмитрий Слезин. В Уфе проходит традиционная легкоатлетическая эстафета, посвященная Великой Победе. Башинформ.ru (9 май 2011). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 8 август 2012. Архивировано 2 октябрь 2012 года.(рус.). Башинформ.ru (2011-05-09). Тәүге сығанаҡтан архивланған 2 октябрь 2012. 8 август 2012 тикшерелгән.
Әҙәбиәт
- Синенко С. Неторопливые прогулки по Уфе. Городской путеводитель. — Уфа: Китап, 2010. — 376 с. — 3000 экз. — ISBN 978-5-295-05148-7.