Ҡашҡаҙан (парк)
«Ҡашҡаҙан» мәҙәниәт һәм ял паркы (рус. Парк культуры и отдыха «Кашкада́н») — Өфөләге мәҙәниәт һәм ял паркы, ҡаланың йоҡо биҫтәһе Һупайлыла урынлашҡан. 2002 йылда нигеҙ һалынған, 31,5 гектарҙан ашыу майҙанды биләй, шуларҙың 13 гектарын Ҡашҡаҙан күле алып тора.
Тарихы
Ҡашҡаҙан йәки Һупайлы күле ат дағаһы формаһында, күрәһең, ҡасандыр Ҡариҙел йылғаһының ҡултығы булған. Уның тәүге исеме «Ашҡаҙан», формаһы менән кеше ашҡаҙанына оҡшағанға ошо исем ҡушылғандыр. Был тәүге атама онотолған, һәм 1870 йылғы «Тораҡ пункттар исемлеге»ндә... Һупайлы ауылы исемһеҙ һыу ятҡылығы янында урынлашҡан тип билдәләнгән. Совет осоронда пландарҙа һәм схемаларҙа күл «Һупайлы» тип атала. «Ҡашҡаҙан» атамаһы Өфө ҡалаһы планында-схемаһында 1984 йылдан күренә башлай. Ҡала тарихын өйрәнеүсе Сергей Синенко раҫлауынса, исем хаталы, «ишетеү буйынса» яҙылған[1].
Оҙаҡ ваҡыт һыу ятҡылығы ҡалдыҡтар һәм сүп-сар ташлау урыны була һәм 1980-се йылдарҙа һаҙлыҡҡа әйләнә, унда ҡарас балыҡтары үрсей, уларҙы тотоу әллә ни ҡыйынлыҡ тыуҙырмай, шуға ла урындағы халыҡ күлде йыш ҡына Ҡарас күле тип атай. Был һыу ятҡылығы 1982 йылға тиклем (Һупайлыла әүҙем төҙөлөш башланғансы) ташҡын ваҡытында йылға менән тоташа. 1990 йылдарҙа «Ҡашҡаҙан» паркы урынында бушлыҡ була[1].
2002—2003 йылдарҙа күл төбөн водолаздар таҙарта, бынан йөҙҙән артыҡ КамАЗ машинаһында йорт сүп-сарҙары һәм төҙөлөш ҡалдыҡтары сығарыла. 2004—2006 йылдарҙа территория төҙөкләндерелә: күл ярында ҡомло пляж булдырыла, бер нисә кафе, кәмә һәм катамарандарҙы прокатҡа биреү пункты эшләй башлай. 2004 йылда күлдә 2,5 метр бейеклектәге фонтандар йыһазландырыла.
2019 йылдан паркта масштаблы реконструкция йәйелдерелә, уның барышында һыу ятҡылығын таҙартыу һәм тәрәнәйтеү, шулай уҡ территорияны төҙөкләндереү буйынса эштәр башҡарыла. Яңыртылған парк 2022 йылдың 12 июнендә Өфө ҡала көнөн билдәләгәндә асыла[2]. Ошо ваҡыттан бында Башҡортостандағы иң ҙур музыкаль фонтан эшләй[3].
Артабанғы йылдарҙа «Ҡашҡаҙан» йәшелләндерелә, күл периметры буйлап яңы пирстар, ял зоналары һәм балыҡ тотоу өсөн причал йыһазландырыла, яңы уйын һәм спорт майҙансыҡтары төҙөлә. Һыу ятҡылығын бысраныуҙан һаҡлау өсөн уның тирәләй ямғыр канализацияһы системаһы һалына[2].
Яр буйында йыһазландырылған пляж эшләй, унда парк асылғандан һуң бер ай үткәс рәсми рәүештә һыу инеү рөхсәт ителә. Уға тиклем һыуға лаборатория тикшереүҙәре үткәрелгән, уларҙың һөҙөмтәләре һыу ятҡылығының норматив талаптарға тап килеүен раҫлаған. Йәйге миҙгелдә бында катамарандар һәм кәмәләрҙе прокатҡа биреү ойошторола. Күл овал формала, уның киңлеге 300 метр, ә оҙонлоғо яҡынса километр тәшкил итә. Тәрәнлеге сағыштырмаса ҙур түгел — уртаса ике ярым метр тәшкил итә, бер үк ваҡытта дүрт метрға тиклем еткән урындары ла бар. Ҡоро йылдарҙа һыу ятҡылығын тулыландырыу өсөн насостар ҡуйылған. Күлдә ете фонтан бар[2].
Парк инфраструктураһы
Йәйге миҙгелдә һыу ятҡылығы ярында кейем алмаштырыу өсөн кабиналар һәм душ кабиналары ҡуйылған пляж асыла, спорт майҙансыҡтары ойошторола. Мәҫәлән, иртәнге сәғәт 9-ҙан ҡараңғыға тиклем пляж волейболы уйнарға мөмкин. Спорт инвентары прокатҡа өҫтәмә түләү буйынса бирелә[2].
Паркка килеүселәргә йәйәү йөрөү өсөн яҡтыртылған асфальт һуҡмаҡтар бар, улар буйлап эскәмйәләр ҡуйылған. Шулай уҡ күл тирәләй йәйәүлеләргә «Сәләмәтлек һуҡмағы» ла йыһазландырылған. Пляж волейболы майҙансыҡтарынан тыш скейт-майҙансыҡтар ҙа бар. Прокат пункттарында скейтбордтар, велосипедтар, роликтар, самокаттар, шулай уҡ ятыр өсөн йәймәләр һәм ҡыҙыу ҡояш нурҙарынан һаҡланыу өсөн сатырҙар тәҡдим ителә. Паркта ике тир эшләй, атта һәм пониҙа һыбай йөрөү ойошторолған. Кескәйҙәр өсөн балалар ҡаласығы һәм айырым спорт майҙансығы бар[2].
Йылдың йылы ваҡытында прокатка кәмәләр һәм катамарандар алырға мөмкин, уларҙы биреүҙең минималь ваҡыты — 30 минут. Мәҫәлән, ике урынлы катамаран йәки кәмә ярты сәғәткә 400 һум һәм бер сәғәткә 650 һум, дүрт урынлы катамаран 500 һәм 800 һум була[2].
Парк территорияһында халыҡтың төрлө категориялары өсөн даими рәүештә күмәк саралар үткәрелә: пляж волейболы буйынса ярыштар, музыкаль-күңел асыу саралары, үҫемлектәр һәм хайуандар күргәҙмә-һатыуҙары, йәштәр дискотекалары, социаль хәүеф төркөмөнә ҡараған үҫмерҙәр араһында хәрби-спорт күпбәйгеһе буйынса спартакиада һәм башҡалар. Паркта «Wi-Fi» эшләй[2].
== Парк аттракциондары ==[2]
- «Вихрь». Сылбырлы ултырғыстар баш әйләндереп 3 минут дауамында әйләнә. Бер сеанстың хаҡы — 100 һум;
- «Гидрозорб». Һыу өҫтөндәге шар эсендә йөрөү. Хаҡы — 120 һум.
- «Күңелле айыу балаһы» паровозы. 3 минут эсендә балалар кәртәләнгән территория буйлап күңелле музыка аҫтында паравозға тағылған арбаларҙа йөрөй. Бер сеанс — 120 һум. Бары тик балалар өсөн генә;
- «Фантазия» балалар каруселе. Ҡоштарға оҡшатып яһалған ултырғыстары булған карусель сабыйҙарҙы түңәрәк буйлап йөрөтә. Бер сеанс 3 минут дауам итә һәм 100 һум тора;
- «Вертолет» аттракционы. Хәрби вертолеттар рәүешендәге кабиналар түңәрәк буйлап йөрөй: бер күтәрелә, бер төшә. Аттракционға буйҙары 0,8 метрҙан 1,3 метрға тиклемге балалар индерелә. Хаҡы 80 һум;
- «Осоу» аттракционы. 3 йәштән 8 йәшкә тиклемге балалар өсөн. Һауа техникаһы рәүешендәге кабиналар булған карусель;
- «Ҡояшҡай» аттракционы. Кабиналар күҙәтеү тәгәрмәсе принцибы буйынса өҫкә күтәрелә. Аттракционға балалар һәм өлкәндәр инә ала. Балалар билеты — 80 һум, өлкәндәр билеты — 100 һум тора;
- «Ҡыңғырау» аттракционы. Балалар һәм өлкәндәр өсөн түбән, әммә бик тиҙ карусель. Билет хаҡы: өлкәндәргә — 100 һум, 12 йәшкә тиклемге балаларға — 80 һум;
Паркта шулай уҡ бер нисә батут («Квадрига» тауы рәүешендәге һауа тултырылған батут, спорт батуты, һауа тултырылған «Зооарена» фигуралары менән батут); йыһан тематикаһында эшләнгән уйын ҡаласығы; аккумуляторлы машиналары эшләй.
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 Сергей Синенко. Кашкадан, или Сипайловское озеро — Уфа от А до Я (Интернет-вариант книги «Уфа старая и новая»). Информационно-аналитический журнал «Посреди России» (2010). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 24 июль 2025.
- ↑ 1 2 3 4 5 6 7 8 Парк Кашкадан в Уфе. Сайт «Туристер» (29 июль 2024). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 24 июль 2025.
- ↑ Открытие «Кашкадана» и крупнейшего светомузыкального фонтана, выступление «На-на» и «Дабро», рэп- и рейв-фестивали: Обзор мероприятий в День города в Уфе - Общество – UfacityNews.ru. ufacitynews.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 13 июнь 2022. Архивировано 10 июнь 2022 года.
Һылтанмалар
- Парк культуры и отдыха Кашкадан Вконтакте; (рус.) (Тикшерелеү көнө: 24 июль 2025)
- ПоУфе.ru: Парк Кашкадан; (рус.) (Тикшерелеү көнө: 24 июль 2025)
- Булат Салихов. Гоним в Кашкадан: чем заняться и что посмотреть в одном из главных парков Уфы. Сетевое издание «Уфа1.ру». 17 мая 2024 года; (рус.) (Тикшерелеү көнө: 24 июль 2025)
- Сергей Синенко. Кашкадан, или Сипайловское озеро — Уфа от А до Я (Интернет-вариант книги «Уфа старая и новая»). Информационно-аналитический журнал «Посреди России»; (рус.) (Тикшерелеү көнө: 24 июль 2025)
- Парк Кашкадан в Уфе. Сайт «Туристер». 29 июля 2024 года. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 24 июль 2025)