Ҡашҡаҙан
Ҡашҡаҙан — Өфөнөң Һупайлы биҫтәһендәге күл.
Күл Ҡариҙелдең уң уғында урынлашҡан. Был тәбиғи һыу ятҡылығы. Күлдең оҙонлоғо 1020 м, уртаса киңлеге 300 м, уртаса тәрәнлеге 2,5 м, майҙаны — 13,35 мең.кв.м.
Кулдең Ашҡаҙан исеме күптән онотолған булған, 1870 йылғы кеше йәшәгән урындар исемлегендә ауыл исемһеҙ һыу ятҡылығы янында тип яҙылған. Һуңғы йылдарҙағы турист схемаларында Сипайлово күле тип билдәләнгән, 1984 йылғы картала исеме яңылыш Ҡашҡаҙан тип яҙылған.
2002 йылда күлде тамырҙан «культуралаштырыу» башлана, төҙөкләндереү барышында «Ҡашҡаҙан» ял һәм мәҙәниәт паркы төҙөлә.