Ерекле (күл, Өфөнөң Ленин районы)
Ерекле (рус. Ольховое (озеро, Ленинский район Уфы)) — Өфөнөң Ленин районындағы күл. Михайловка һәм Суровка ҡасабалары араһында урынлашҡан; Башҡортостан Республикаһының баш ҡалаһы Өфөлә Ленин районының төньяҡ-көнбайыш сигендәге тәбиғи һыу ятҡылығы.
Тасуирламаһы
Ағиҙел йылғаһының һул яҡ ярҙағы һыубаҫар туғайҙарындағы иҫке йырҙаһы. Күл ҡала халҡының популяр ял итеү һәм балыҡ тотоу урыны булып тора. Уға Ҡоро йылға килеп ҡушыла. Был ялан һәм урман сигендә урынлашҡан ҙур һәм тәрән булмаған күлдең көньяҡ-көнсығышында Ҡайынлы һәм Духовое күлдәре ята. Тирәһендә бик күп ваҡ күлдәр бар.
XVII быуат башында Өфө приказ йортоноң рәсми документтарында ерҙәрҙе законһыҙ баҫып алыуға бәйле телгә алына. Артабан 1647 йылғы халыҡ иҫәбен алыуҙа уның тураһында мәғлүмәт осрай[1].
Географияһы һәм тәбиғи шарттары
Ерекле урман-дала зонаһында һыубаҫар туғайҙа урынлашҡан. Төньяҡ һәм көнбайыш ярҙары башлыса ағас өйкөмдәре үҫкән болонло асыҡлыҡтарҙан тора. Ярының көньяҡ һәм көнсығыш өлөштәре нигеҙҙә япраҡлы ҡатнаш урман, шулай уҡ ҡыуаҡлыҡтар һәм ҙур булмаған һаҙлыҡлы участкалар менән ҡапланған. Йәйге осорҙа яр һыҙатының байтаҡ өлөшө һыу яны үҫемлектәре — ҡырҡбыуын, екән һәм күрән менән ҡаплана. Күл тирәһендә көньяҡҡа, көнсығышҡа һәм төньяҡ-көнсығышҡа табан бер нисә ваҡ исемһеҙ һыу ятҡылығы урынлашҡан[2][3].
Морфометрияһы һәм гидрологияһы
Күлдең оҙонлоғо — яҡынса 2,8 километр, уртаса киңлеге — 330 метр, һыу өҫтө майҙаны — яҡынса 0,53 квадрат километр. Уртаса тәрәнлеге — 3, иң тәрән ере 5 метр самаһы. Төбө башлыса мәтеле, урыны менән балсыҡлы йәки ҡомло. Күлдән ағып сыҡҡан йылға-шишмә юҡ. Берҙән-бер ҡушылдығы — Ҡоро йылға. Һыу объекты Ағиҙел йылғаһы бассейнына ҡарай. Һыуы сөсө[2].
Ихтиофаунаһы һәм балыҡсылыҡ
Күл сағыштырмаса бай балыҡ запасы менән айырылып тора. Унда сабаҡ, ҡорман, алтын һәм көмөш табан балығы, ҡарабалыҡ һәм суртан йәшәй. Йышыраҡ табан балығы осрай. Ул яҡшы ҡаба, әммә ҡайһы бер миҙгелдәрҙә уны тотоу өсөн балыҡсы оҫталығы һәм тәжрибә талап ителә. Бындағы балыҡ ҙур түгел; эре төрҙәре һирәк осрай. Күлдә ҡарабалыҡ күп түгел. Сабаҡ, ҡорман һәм суртан да һуңғы йылдарҙа һирәгәйгән.
Һыу ятҡылығының бөтә периметры буйлап — ярҙан да, кәмәнән дә балыҡ тоторға мөмкин. Ял көндәрендә яр буйы зонаһы йыш ҡына балыҡсылар менән тулы була[2][4].
Топонимикаһы
Күлдең атамаһы уның ярҙарында күпләп үҫкән ағас — ерек менән бәйле. Был хәл, ғәҙәттә, төбәктең һыубаҫар туғайҙарҙа урынлашҡан һыу ятҡылыҡтарына хас[2].
Иҫкәрмәләр
- ↑ А. Г. Ушенин. Перепись Л. Я. Высоцкого Уфимского уезда 1647 года — Село Богородское. 1670.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 11 март 2026.
- ↑ 1 2 3 4 Урочище: место, где сходятся тропы (защищено Thorn Guard 2.99). urochishe.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 11 март 2026.
- ↑ web-algoritm.ru. "Ольховое", озеро, Уфа - По Уфе.ru. poufe.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 11 март 2026.
- ↑ Рыбалка в Башкирии 2026–2027: лучшие места, где можно ловить рыбу. Отдых в России. Комсомольская Правда.. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 11 март 2026.
Источники
- Синенко С. Г. Уфа старая и новая. — Уфа: Государственное республиканское издательство «Башкортостан», 2007. — 272 с. — 3000 экз.
- Лист карты N-40-40 Уфа. Масштаб: 1 : 100 000. Указать дату выпуска/состояния местности.