Олокүл (Өфө)
Был терминдың башҡа мәғәнәләре лә бар, ҡарағыҙ.: Олокүл (мәғәнәләр)
Олокүл (рус. Большой Улукуль) — Башҡортостандың баш ҡалаһы Өфөнөң Киров районындағы Искин ауылы[3] һәм Поляна ҡасабаһы янындағы Өршәк йылғаһының иҫке йырҙаһы[4][5].
Географияһы
Өфө — Ырымбур трассаһының 25-се километрында урынлашҡан. Диңгеҙ кимәленән яҡынса 95 метр бейеклектә[1] Искин ауылының көнсығыш сиге һәм Поляна ҡасабаһы араһында ята. Өфө — Ырымбур трассаһы күлде ике өлөшкә бүлә; көньяҡ өлөшөндә Репище һәм Кесе Репище күлдәре менән тоташа[6].
Олокүл шулай уҡ Искин күле булараҡ билдәле, Өфө ҡалаһының Киров районы биләмәһендә Өршәк йылғаһының уң яҡ яр буйындағы һыубаҫар туғайҙа урынлашҡан, өлөшләтә Өфө районына инә.
Тасуирламаһы
Күл тар һәм оҙон соҡорҙа урынлашҡан, ул формаһы менән Өршәк йылғаһы үҙәнен ҡабатлай. Һыу ятҡылығын атмосфера яуым-төшөмө һәм бер аҙ шишмәләр тулыландыра.
Һыу ятҡылығының көнсығыш өлөшөндә шишмәләр ағып ята, уларҙың береһе күлде Өршәк йылғаһы менән тоташтыра[7]. Күл уртаһында транспортҡа йөрөүе уңайлыраҡ булһын өсөн дамба төҙөлә, ул ташҡын ваҡытында ваҡыт-ваҡыт һыу аҫтында ҡала[8][9].
Олокүл ярҙары һөҙәк һәм ныҡ ҡына һаҙлыҡлы. Унда тал, балан, ерек ҡыуаҡтары һәм ағастары өҫтөнлөк иткән һыубаҫар туғайҙар йәйелеп ята.
Көнбайыш ярында Искин ауылы урынлашҡан. Искин урамындағы 27-се йорт эргәһендә урындағы халыҡ яр буйы участкаһын ләм һәм мәтенән таҙартып, рәсми булмаған һыу инеү урыны итеп файҙалана. Көнсығыш яр буйында ял итеү өсөн яраҡлы ҡомло участкалар осрай, әммә уларҙың санитар торошо яҡшынан түгел.
Йылы миҙгелдә яр буйында ҡамыш һәм башҡа һыу үҫемлектәре үҫә, улар һыу ҡоштарының оя ҡороу урыны булып тора. Күлде даими рәүештә селәндәр төйәк итә[10].
Мәҙәниәттә
Башҡортостан Республикаһының Милли музейында күл һүрәтләнгән «Олокүл» картинаһы һаҡлана[11].
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 Карта бите N-40-52-Б-г — ФГУП «ГОСГИСЦЕНТР»
- ↑ Данные получены при помощи картографического сервиса Яндекс Карты.
- ↑ село Искино. bashenc.online. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 25 февраль 2026.
- ↑ Карта бите N-40-52-Б — ФГУП «ГОСГИСЦЕНТР»
- ↑ Улукуль старица Уршака. ecobioexpert.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 25 февраль 2026.
- ↑ Топографическая карта Кармаскалы с окрестностями. etomesto.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 25 февраль 2026.
- ↑ Портал о рыбалке. reki-ozera.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 25 февраль 2026.
- ↑ В деревне Искино Кировского района произошел перелив дамбы. ufa112.ru (21 апрель 2021). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 25 февраль 2026.
- ↑ Гадание на большой воде. Республика Башкортостан (28 март 2024). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 25 февраль 2026.
- ↑ Озеро Большой Улукуль (Искинское) города Уфы, Башкортостан. reki-ozera.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 25 февраль 2026.
- ↑ картина Б. Улукуль. archivogram.top. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 25 февраль 2026.