Искин (Башҡортостан)
Искин — Өфө ҡалаһы ҡала округы составындағы ауыл, Өфө ҡалаһы ҡала округының Киров районына ҡараған Искин ауыл советы үҙәге[2][3].
Өфө үҙәгенән яҡынса 23 км көньяҡта урынлашҡан, Р-240 автотрассаһына терәлеп ята. Инеш, Оҙон һәм ҡайһы бер башҡа күлдәр янында урынлашҡан. Яҡында ғына Өршәк йылғаһы аға.
Тарихы
1992 йылдың 17 апрелендә Искин ауыл советы составында Өфө ҡалаһы административ сиктәренә индерелә (Башҡортостан Республикаһы Министрҙар Советының 1992 йылдың 17 апрелендәге «Өфө районы хужалыҡтарын Өфө ҡалаһының административ сиктәренә тапшырыу, ерҙәрҙе коллектив баҡсасылыҡ һәм шәхси торлаҡ төҙөлөшө өсөн биреү тураһында» (19.10.1992 № 347)[6] 100-сө һанлы ҡарар[4].
Халҡы
2002 йылда даими йәшәүсе 467 кеше булған (72 проценты урыҫ)[5].
Урамдары
- Атлант урамы;
- Искин урамы;
- Саған тыҡрығы;
- Кесе Искин урамы;
- Яңы-Искин урамы;
- Огород тыҡрығы;
- Парник тыҡрығы;
- Раздольный тыҡрығы;
- Трасса урамы;
Иҫкәрмәләр
- ↑ Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 20 август 2014. Архивировано 20 октябрь 2013 года.
- ↑ Перечень сельских населенных пунктов в границах городского округа город Уфа Республики Башкортостан (в ред. решения Совета городского округа г. Уфа РБ от 23.11.2006 № 18/8)
- ↑ http://www.envd.net/files/ufa_terr_2009.rtf 2014 йылдың 2 июнь көнөндә архивланған.
- ↑ ПОСТАНОВЛЕНИЕ Совета Министров РБ от 17.04.92 № 100 (ред. от 19.10.92) "О ПЕРЕДАЧЕ ХОЗЯЙСТВ УФИМСКОГО РАЙОНА В АДМИНИСТРАТИВНЫЕ ГРАНИЦЫ Г. 2013 йылдың 5 октябрь көнөндә архивланған.
- ↑ Искино