Онучин күле
Онучин күле — Өфөнөң Киров районындағы Ҡариҙел йылғаһы янындағы күл. Майҙаны 0,1 квадрат километр тәшкил итә.
Географияһы
Яҡында «Йәшел морон» баҡсасылыҡ ширҡәте, Курков яланы ыҙаны[1], 3-сө кордон[1] урынлашҡан. Төньяҡтараҡ ятҡан күл менән тоташтырған үҙәне бар. Күл тирәһен тотошлай тиерлек урман уратып алған.
Тасуирламаһы
Һыу ятҡылығы дуға формаһында, тәрән түгел, һыуы сөсө. Күлдән шишмә ағып сыға, ул көнбайыштан аҡҡан Өфө йылғаһына ҡоя. Өҫтәмә һыу тармағы Онучин күле менән Оҙонкүлде тоташтыра. Күл башлыса атмосфера яуым-төшөмө һәм ер аҫты һыуҙары менән туйындырыла.
Ярҙары һөҙәк, урыны-урыны ҡамыш менән ҡапланған. Яр буйы биләмәһендә ерек, тал, муйыл һәм башҡа ҡыуаҡтар үҫә. Йәйгеһен һыу өҫтөн сәскә атҡан аҡ томбойоҡтар ҡаплай.
Балыҡсылыҡ
Күл ҡырағай ял итеү өсөн —палаткаларҙа һәм автомобилдә — яраҡлы. Яр буйында балыҡ тотоу өсөн урындар бар — күлдә алабуға, табан балыҡ, сабаҡ, суртан бар[2].
Экологияһы
Күлдең төньяҡ-көнсығышында Курков яланы һуҙылып ята; көнбайыш ярында — баҡса участкалары, ә көньяғында 3-сө Кордон урынлашҡан. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, яр буйы биләмәһе йыш ҡына ял итеүселәр тарафынан бысратыла, был һыуҙың торошона һәм күлдәге балыҡ популяцияһына кире йоғонто яһай[3].
Онучин күленең көнбайыш һәм көнсығыш яғынан урындағы әһәмиәттәге ике юл үтә.
Транспорт менән бара алыу мөмкинлеге күлдең экологияһын насарайта[4].
Топонимикаһы
Атамаһы, күрәһең, ошо ерҙәрҙең хужаһының фамилияһынан — Онучин — килеп сыҡҡан. Онучин М. А. исем-шәрифле Өфө воеводаһы булғаны билдәле (1613 йылдың йәйе — 1614 йылдың ғинуары)[5].
Һыу реестры мәғлүмәттәре
Һыу ресурстарының федераль агентлығы әҙерләгән РФ биләмәһен һыу хужалығы буйынса районлаштырыу геомәғлүмәт системаһы мәғлүмәттәре буйынса[6]:
- Һыу объектының коды 10010201411111100005426
- Гидрологик өйрәнеү буйынса коды 211100542
- Гидрологик өйрәнеү буйынса том һаны 11
- Гидрологик өйрәнеү буйынса сығарылыш 1
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 Лист карты N-40-41 Уфа. Масштаб: 1 : 100 000. Состояние местности на 1982 год. Издание 1984 г.
- ↑ Озеро Онучино. reki-ozera.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 2 апрель 2026.
- ↑ Озеро Онучино города Уфы, Башкортостан. reki-ozera.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 20 март 2026.
- ↑ Горный велосипед в Уфе. web.archive.org. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 20 март 2026.
- ↑ Онучино (озеро). руни.рф. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 2 апрель 2026.
- ↑ «Онучино» — информация об объекте в Государственном водном реестре