Аҡ томбойоҡ

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Аҡ томбойоҡ
Nymphaea alba group.png
Кувшинка белая
типовой вид рода Кувшинка.
Общий вид группы цветущих растений.
Норвегия
Фәнни классификация
Халыҡ-ара фәнни исеме

Nymphaea L., 1753

Синонимдар
Төр өлгөһө
Төр
Тексты ҡара
Wikispecies-logo.svg
Викитөркөмдә
Систематика
Commons-logo.svg
Викиһаҡлағыста
рәсемдәр
ITIS  18383
NCBI  4418
EOL  60384
GRIN  g:8329
IPNI  330032-2

Аҡ томбойоҡ (лат. Nymphaéa) — томбойоҡ һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Күп йыллыҡ үлән, тамырһабаҡлы һыу үҫемлеге.

Япрағының оҙонлоғо 10—30 см, дуға һымаҡ һеңерсәле түңәрәк‑эллиптик йәки йөрәксә‑ялпаҡ формала, шыма ситле йәки уймалы, төкһөҙ, йөҙөүсе, сиратлы, оҙон һаплы. Сәскәһе эре, аҡ, ике енесле, актиноморф, яңғыҙ, оҙон сәскә һаплы. Июнь—сентябрҙә сәскә ата. Емеше — еләк һымаҡ, тумалаҡ, июль—октябрҙә өлгөрә.

Күлдә, быуала, ҡылыла һәм йылға ҡултыҡтарында үҫә, башлыса Башҡортостандың Урал алдында һәм Башҡортостандың Урал аръяғында таралған.

Яҡынса 50 төрө билдәле, ике ярымшарҙың тропик һәм уртаса бүлкәттәрендә таралған. Башҡортостанда аҡ томбойоҡ үҫә.

Составында алкалоидтар, дуплау матдәләре, йөрәк гликозидтары, крахмал, май (орлоҡ), флавоноидтар бар; халыҡ медицинаһында ҡулланыла. Декоратив үҫемлек. Тамырһабағы һәм орлоғо һыуҙа йөҙөүсе ҡоштар, йылға ҡондоҙо, ондатра һ.б.өсөн аҙыҡ булып тора.

  • Wiersema J. H. Reproductive biology of Nymphaea (Nymphaeaceae) // Ann. Missouri Bot. Gard : ежегодник. — 1988. — № 75. — P. 795—804.