Ҡайынлыкүл (Өфө)
Ҡайынлыкүл (рус. Берёзовое (озеро)) — Башҡортостандың баш ҡалаһы Өфөлә Ленин районында урынлашҡан күл.
Географияһы
Күлдең көнсығыш ярында — Некрасов ҡасабаһы, ә уның артында «Забельский» аэродромы урынлашҡан. Көньяҡтан күл Духовое (Духовное) күле менән сиктәш, ә төньяҡҡа табан ике километр алыҫлыҡта Ерекле, Бурлыш күлдәре һәм исемһеҙ ваҡ һыу ятҡылыҡтары теҙелеп китә. Көнбайыш яр ныҡ һаҙлыҡлы булыуы менән айырылып тора[1].
Тасуирламаһы
Майҙаны 0,36 км²[2]. Ағиҙел йылғаһының һыубаҫар һул яҡ ярында[2], диңгеҙ кимәленән 86,5 метр бейеклектә урынлашҡан[3].
Күлдән Үрге Инеш шишмәһе ағып сыға (Ағиҙел бассейны)[3][4]. Һыу ятҡылығы төньяҡтан көньяҡҡа табан оҙонса рәүештә һуҙылған. Ул, нигеҙҙә, атмосфера яуым-төшөмө, ер аҫты һыуҙары менән тулылана.
Ярҙары башлыса һөҙәк һәм ҡуйы үҫемлектәр менән ҡапланған. Көнбайыш яғын ереклек, таллыҡ, имәнлек һәм уҫаҡлыҡтар биләй, ә көнсығыш яр буйлап кесерткән, әрем, меңъяпраҡ һәм башҡа үләндәргә бай булған һыубаҫар туғайҙар һуҙылған.
Күлдең ярҙары уйһыу; көнбайыштан һирәк ағастар, ҡыуаҡлыҡтар[4] һәм япраҡлы урман (имән, уҫаҡ) үҫкән һаҙлыҡлы; көнсығыштан болон үҫемлектәре менән ҡапланған[3].
Һыу ятҡылығында шырт балыҡ, табан балыҡ, сабаҡ бар[4].
Күл һыу инеү һәм яh буйында ял итеү өсөн яраҡлы. Йәйге осорҙа кеше йөрөмәгән урындарында күрән, ҡырҡбыуын һәм ҡамыш күпләп үҫә[1].
Рәсми мәғлүмәттәрҙә
Ҡайынлыкүл XVII быуат башында Өфө дворяндарының ер бәхәстәренә бәйле Өфө приказ йорто документтарында телгә алына[4].
Һыу реестры мәғлүмәттәре
Рәсәй дәүләт һыу реестры мәғлүмәттәре буйынса, Кама бассейны округына ҡарай, һыу хужалығы участкаһы булып Өфө ҡалаһынан Бөрө ҡалаһына тиклемге Ағиҙел йылғаһы тора. Йылға Кама йылғаһы бассейнына инә[2].
Объекттың дәүләт һыу реестрындағы коды — 10010201511111100005715[2].
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 Озеро Березовое, г. Уфа, Башкортостан. reki-ozera.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 25 февраль 2026.
- ↑ 1 2 3 4 Государственный водный реестр РФ: Озеро Берёзовое. Архивировано 14 июнь 2013 года.
- ↑ 1 2 3 Карта бите N-40-40-Г.
- ↑ 1 2 3 4 Сергей Синенко. Березовое озеро // Уфа от А до Я. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 25 февраль 2026. Архивировано 6 март 2016 года.