Табан (балыҡ)


Табан (лат. Carassius, рус. Карась) — сазандар ғаиләһенә ҡараған йылға балығы. Кәүҙәһе ҡабырғалар яғынан ҡыҫылған, арҡаһы ҡалын, арҡаһындағы йөҙгөстәре оҙон була. Тәңкәләре эре һәм шыма була.

Табан балыҡ — бик әрһеҙ. Ул башҡа бер генә балыҡ та сыҙай алмаған һыуҙа йәшәргә һәләтле. Һауа етешмәгән, үлән, ләм баҫҡан күлдәрҙә, хатта бәләкәс кенә күләүектәрҙэ лә осрап ҡуя. Табан — әкрен генә йөтөй торған килбәтһеҙ һәм ялҡауыраҡ балыҡ.

Аусылыҡ балыҡтарының береһе булараҡ йылға-күлдәрҙә үрсетелә.

Башҡорттар табанды төрлөсә атап йөрөтәләр. Көньяҡта аҡтабан тип йөрөтәләр. Силәбе яғында аҡтаван тиҙәр. Инйәр буйында — бәрҙе, лопашка, Йүрүҙәндә, Эйектә, Һаҡмарҙа, Димдә, Әйҙә һәм башҡа күп урындарҙа табан балығы тип йөрөтәләр.

Әҙәбиәт