Аксаков исемендәге мәҙәниәт һәм ял баҡсаһы

С. Т. Аксаков исемендәге мәҙәниәт һәм ял баҡсаһы (рус. Сад культуры и отдыха им. С. Т. Аксакова) — Өфөләге мәҙәниәт һәм ял итеү паркы. Баҡса XX быуат аҙағынан «ландшафт һәм ҡала төҙөлөшө ҡомартҡыһы» булып иҫәпләнә[1].

undefined
undefined

Тарихы

Баҡса урыҫ яҙыусыһы Аксаков Сергей Тимофеевич хөрмәтенә аталған. XVIII быуат аҙағында хәҙерге парк биләмәһендә (элек — Голубиный биҫтәһе, хәҙер — Пушкин, Яңы түшәлгән юл, Цюрупа һәм Вәлиди урамдары) яҙыусының ата-әсәләре ишек алды ҡаралтылары һәм емеш-еләкле баҡса менән утар һатып ала. Бында 1791 йылдың 20 сентябрендә (1 октябрь) буласаҡ яҙыусы тыуған. Был йорт, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һаҡланмаған: 1821 йылғы янғындан юҡҡа сыға[2].

Утарҙың яңы хужалары, 1822 йылда гөрләүекте быуып, ҙур булмаған күл булдыра.

Һуңғараҡ Аксаковтың ата-әсәһе яңы йортҡа күсеп сыға. XIX быуаттың уртаһында утар биләмәһе 1-се гильдия (рус.)баш. сауҙагәре, спирт-араҡы һәм һыра ҡайнатыу производствоһы хужаһы Кондратий Игнатьевич Блохиндыҡы була. Ул хатта утарҙа ҙур булмаған араҡы заводы ойоштора, бында эсемлек һата торған йорт (питейный дом) һәм ресторан аса. Кондратий Блохиндың улы — Александр Кондратьевич Блохин — 1875 йылда баҡсала театр төҙөй, ҡайын сауҡалығы ултырта.

1884 йылда утар биләмәһе баҡсаһы һәм ҡаралтылары менән М. В. Пупышевҡа һатыла. Дүрт йыл үткәс, Блохиндың элекке баҡсаһы сауҙагәр Василий Ильич Видинеевдың ҡулына күсә. Утар урынына баҡса ултыртыла. Халыҡта популяр булған баҡсала аттракциондар (рус.)баш., мөғжизәләр лабиринты, ресторан, бейеү майҙаны була. Паркта оркестр уйнай. Видинеев бында бер быуат тиерлек ғәмәлдә булған билдәле Йәйге театрҙы төҙөй (хәҙер был театр юҡ). 1910 йылда баҡсала Башҡортостан биләмәләрендә беренсе теннис корттары асыла[3].

Октябрь революцияһынан һуң, 1917 йылда, шәхси парк ҡала ҡарамағына күсә һәм 1920 йылдарҙа уға Луначарский исеме бирелә[2]. Халыҡ телендә уны Лунный тип йөрөтәләр. Паркта йәйгеһен көн һайын киске 8-ҙән төн уртаһына тиклем тынлы оркестр уйнай. Павильон-читальня, бильярдхана, ресторан эшләй, сәхнәлә көн һайын концерт уҙғарыла. Ресторан һәм театр биналары Видинеев осоронда төҙөлгән була, шуға күрә улар тик йәй көндәрендә генә эшләй.

1956 йылда паркка ингән урынды колонналы (рус.)баш. арка биҙәй һәм тимер ҡоймалар ҡуйыла. Биләмәлә аттракциондар өсөн майҙансыҡ, шулай уҡ көлкө бүлмәһе, кино майҙансығы һәм фонтандар ҡуйыла. Баҡсала гипстан скульптуралар урынлаштырыла[1]. Ленин һәйкәле 1957 йылда ҡуйыла һәм 1990 йылға тиклем шунда тора.

1960 йылда баҡса ҡаты тәбиғи һынауҙарға дусар була. Мәҫәлән, традицион гранит валсығы урынына юлдарҙы асфальтлау биләмәнең һаҙланыуына килтерә, ҡайындарҙың күбеһе ҡорой, улар урынына тал һәм акация ултырталар. 1969 йылда парк территорияһының бер өлөшөндә Кабель заводы төҙөлә башлай һәм ҡалала йәшәүселәр шау-шоулы, йәмһеҙ, күләгәле урынға һирәгерәк килә башлай.

Баҡса хәҙерге осорҙа

1989 йылда Башҡорт АССР-ы Министрҙар Советы Ҡарарына ярашлы Луначарский исемендәге баҡсаның исеме яҙыусы С. Т. Аксаковтың 100 йыллыҡ юбилейына «С. Т. Аксаков исемендәге баҡса» тип үҙгәртелә. Шул уҡ йылда ул Министрҙар Советы бойороғо буйынса Өфө ҡалаһының парк-мәҙәниәт ҡомартҡыһы исемлегенә индерелә[2].

1991 йылда Йәйге театр һүтелә. Хәүефһеҙлек маҡсатында бик ҙур тирәктәр бысыла (ағастарҙа бик ҙур ҡыуышлыҡтар барлыҡҡа килгән була, шуға күрә улар паркка килеүсе өлкәндәр һәм балалар һаулығына һәм ғүмеренә хәүеф килтерерлеккә әйләнә). Был тирәктәрҙе Аксаковтарҙың үҙҙәре ултыртыу ихтималлығы ла бар. Паркта Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Людмила Александровна Алмаева етәкселегендә Башҡортостандың мәҙәни мираҫын һаҡлау буйынса байтаҡ эштәр башҡарыла. Күлдең тирәһе матурлана, юлдарға плитка (рус.)баш. түшәлә. «Аленький цветочек» исемле кафе асыла[1].

19982002 йылдар арауығында баҡсаның дренаж системаһын яҡшыртыу, күл тирәләй территоияны төҙөкләндереү эштәре башҡарыла; 2008 йылда Яңы түшәлгән юл урамы яғынан яңы ҡойма ҡуйыла, өҫтәмә яҡтыртыу үткәрелә, яңы сәхнә майҙансығы төҙөлә, 2009 йылда шарлауыҡ ҡорола[1].

Артабан XXI быуаттың икенсе ун йыллығы аҙағында баҡсала киң планда яңыртыу эштәре башҡарыла. Реконструкциянан һуң ул 2023 йылдың 11 октябрендәБашҡортостан Республикаһы көнөндә яңынан асыла. Баҡсала Аксаковтар ғаиләһенең скульптур композицияһы, яҙыусының үҙенең һәм башҡа бер нисә төрлө скульптуралар («Аленький цветочек», аҡҡош, ҡарлуғас, өйрәк) ҡуйыла. Күл тирәһе матурландырыла, «Аленький цветочек» кафеһы, «Читальный дом» һәм балалар майҙансығы заманса йыһазландырыла, баҡсалағы барлыҡ йөрөү юлдары алмаштырыла[4].

Аксаков баҡсаһына никахҡа инеүселәр даими килә. Бында шулай уҡ төрлө мәҙәни һәм спорт саралары үткәрелә. Ҡышҡыһын паркта һырғалаҡ ҡорола.

Ҡаҙаныштары

  • С. Т. Аксаков исемендәге баҡса ике мәртәбә «СССР-ҙың иң яҡшы баҡсаһы» тип таныла.
  • 2005 йылда иһә «Өфөнөң иң яҡшы паркы» тип билдәләнә.

Үҙенсәлекле урындары

  • Паркты биҙәүсе — ҙур булмаған күл. 2002 йылда бында аҡҡоштар килтерелә, улар баҡсаға йәм өҫтәй. Улар менән бергә күлдә өйрәктәр ҙә йәшәй. Һыуҙа балыҡ бар.
  • Аксаковтар ғаиләһенең скульптур композицияһы, яҙыусының скульптураһы
  • «Аленький цветочек» кафеһы
  • «Читальный дом»

Галерея

Иҫкәрмәләр

  1. 1 2 3 4 В. Ф. Шабрина. Аксаков С. Т. исемендәге баҡса. «Башҡортостан» төбәк интерактив энциклопедик порталы (10 октябрь 2019). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 23 ғинуар 2026.
  2. 1 2 3 Сад имени С. Т. Аксакова. Гуманитарный просветительский проект «Культура.РФ». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 27 ғинуар 2026.
  3. Ф. Н. Хафизов. Теннис (башҡ.). «Башҡортостан» төбәк интерактив энциклопедик порталы (10 октябрь 2019). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 27 ғинуар 2026.
  4. Павел Бочкарев. Сад Аксакова в Уфе после реконструкции. Что изменилось, а что не очень? Расскажу и покажу! Сайт Дзен (21 октябрь 2023). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 27 ғинуар 2026.

Һылтанмалар

Тема буйынса өҫтәмә