Победа (кинотеатр, Өфө)

«Победа» — Өфөнөң Калинин районында, Беренсе Май урамында урынлашҡан, 19451948 йылдарҙа төҙөлгән кинотеатр. Баш ҡалалағы иң беренсе кинотеатрҙарҙың береһе[1][2][3][4][5][6].

XX быуаттың беренсе яртыһындағы архитектура ҡомартҡыһы, 1976 йылдан тарих һәм мәҙәниәт ҡомартҡыһы булып тора[7][8]

Тасуирламаһы

Мәрүәт экранлы, звуковой системой Dolby Digital тауыш системалы һәм 3D форматындағы фильмдарҙы күрһәтеү өсөн цифрлы ҡорамалдар менән йыһазландырылған 368 урынлыҡ бер заллы кинотеатр[8][9]. Бинаның майҙаны — 1800 квадрат метр. Кинотеатр ҡарамағында техник бина (Беренсе Май урамы, 41/1) бар, ул ҡуртымға бирелә.

Тарихы

СССР осоронда

Бинаның тәүге нигеҙ ташы 1945 йылдың 9 майында Черниковка ҡалаһының Сталин урамындағы картуф баҫыуында Бөйөк Ватан һуғышында Еңеү хөрмәтенә һалына[10][11].

1945—1949 йылдарҙа немец әсирҙәре һәм репресияланғандар тарафынан совет архитекторы С. И. Якшиндың типик проекты буйынса СССР-ҙа беренсе тапҡыр неоклассицизм стилендә төҙөлә[12]. Проект буйынса 630 урынға иҫәпләнә, антресолле ҙур фойеһы, симфоник оркестр өсөн эстрада майҙансығы, шулай уҡ уҡыу залы һәм лекторийы була; бинаға билдәһеҙ авторҙың «Яугир-еңеүсе» скульптураһы ҡуйыла[9][13].

1948 йылда асыла[7]. Беренсе кино сеансы 1948 йылдың 2 октябрендә ҡуйыла, «Весёлые ребята» комедияһы күрһәтелә[1].

1955 йылда «Яугир-еңеүсе» скульптураһы (емерелеүе йәки һүтелеүе арҡаһында) Б. Д. Фузеевтың скульптура төркөмөнә алмаштырыла[13]. 1958 йылда киң экранлы кинотеатрға әүерелә.

1960—1980 йылдарҙа РСФСР Мәҙәниәт минитсрлығының йыл һайын уҙғарылған конкурстарында 15 тапҡырҙан ашыу беренсе урын ала[14]. 1963—1993 йылдарҙа бинала Советтар Союзы Геройы, разведчик Н. И. Кузнецов исемендәге музей эшләй.

Рәсәй осоронда

2000 йылда «Победа» кинокомплексы" яуаплылығы сикләнгән ширҡәт ҡарамағында була[7]. 2000—2001 йылдарҙа реконструкция үткәрелә: иҫкергән бина ремонтлана, проекция, тауыш ҡорамалдары һәм экраны алмаштырыла. шунда уҡ бинанан емереле-е һөҙөмтәһендә скульптура төркөмө алына.

2007 йылда 2800 киносеанс үткәрелә (170 меңдән ашыу тамашасы).

2015 йылда «Төбәк фонды» акционерҙар йәмғиәте «Экотехнологиялар» яуаплылығы сикләнгән ширҡәткә автомобиль шиналарын ҡайтанан эшкәртеү буйынса заводты үҫтереүгә 60 миллион һумға займ бирә. Бурыстарҙы үтәүҙе тәьмин итеү өсөн «Победа» кинокомплексы" яуаплылығы сикләнгән ширҡәт кинотеатрҙы залогҡа бирә[15].

2016 йылдың 26 октябрендә алынған скульптура төркөмө урыныны Өфө скульпторы Х. Х. Ғәлиуллиндың проекты буйынса «Азат итеүсе яугир, эшсе һәм колхозсы» скульптураһының кесерәйтелгән күсермәһе ҡуйылана[16][17][13].

2017 йылға тиклем «Планета кино» кинокомплекстары селтәре составына керә. Шул уҡ йылдың йәйендә килемһеҙ булыуы сәбәпле, тулыһынса ябыла[1][18][19][20][21], шулай уҡ йәйгеһен һәм көҙгөһөн һатырға ҡуйыла[22][23][24].

2019 йылдың ғинуарында бинаны — 22-се спорт мәктәбенә[8], 2019 йылдың 12 сентябрендә, планлаштырылған капиталь ремонттан һуң, 5-се балалар музыка мәктәбе филиалына бирәсәктәре билдәле була[25][26]. 2020 йылда капиталь ремонт проектына һәм уны 2021 йылда тормошҡа ашырыуға 5,1 миллион һум бүленә[27][28][29][30].

2022 йылға реконструкцияға ябылған бина ремонтланмай, уны мәҙәниәт учреждениеһы итеү өсөн капиталь ремонт үткәреүгә проект-смета документацияһы үҙгәртеп эшләнә[31]. 2022 йылдың 14 ғинуарында кинотеатр бинаһы Өфө Йәш тамашасы театры ҡарамағына бушлай бирелә тигән документ әҙерләнә, 2022 йылдың 18 мартында документҡа ҡул ҡуйыла[32]. Ул ҡала нигеҙләнеүҙең 450 йыллығына реконструкция эшләнәсәк биналар исмелегенә инә[33].

2024 йылда «Победа» кинотеатры бинаһында капиталь ремонт эштәре башлана[34]. Ул 1-1,5 йыл дауам итеүе ихтимал[35].

Иҫкәрмәләр

  1. 1 2 3 Уфимцы рассказали, что хотят видеть в закрытом кинотеатре «Победа». Но все решилось без них. UTV. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 2 октябрь 2025. Архивировано 26 февраль 2022 года.
  2. Кинотеатр «Победа» - Культурный мир Башкортостана. kulturarb.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 2 октябрь 2025. Архивировано 26 февраль 2022 года.
  3. «Победа», кинотеатр в Уфе. Посреди России (26 ноябрь 2012). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 2 октябрь 2025. Архивировано 26 февраль 2022 года.
  4. Улица Первомайская. От Дворца имени С. Орджоникидзе до кинотеатра «Победа». Посреди России (6 апрель 2012). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 2 октябрь 2025. Архивировано 26 февраль 2022 года.
  5. Уфа послевоенной поры. Посреди России (12 ғинуар 2013). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 2 октябрь 2025. Архивировано 18 февраль 2022 года.
  6. Двухэтажная Черниковка: Уфа, которую мы потеряем. mkset.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 2 октябрь 2025. Архивировано 26 февраль 2022 года.
  7. 1 2 3 "Победа", кинокомплекс. bashenc.online. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 2 октябрь 2025. Архивировано 26 февраль 2022 года.
  8. 1 2 3 За что боролись. kommersant.ru (23 ғинуар 2019). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 2 октябрь 2025. Архивировано 26 февраль 2022 года.
  9. 1 2 Любовь Колоколова. Уфимцы выступают в защиту кинотеатра «Победа». i-gazeta.com (6 февраль 2019). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 2 октябрь 2025. Архивировано 17 февраль 2020 года.
  10. Кто разрушает архитектурную симфонию Черниковки? Посреди России (22 апрель 2013). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 2 октябрь 2025. Архивировано 26 февраль 2022 года.
  11. Кто победил кинотеатр Победа? RB7.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 2 октябрь 2025. Архивировано 26 февраль 2022 года.
  12. Якшин Семен Иванович. tramvaiiskusstv.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 2 октябрь 2025. Архивировано 26 февраль 2022 года.
  13. 1 2 3 Памятникс историей. journal-ufa.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 2 октябрь 2025. Архивировано 26 февраль 2022 года.
  14. 120 лет назад состоялся первый платный киносеанс в столице республики. Управление по государственной охране объектов культурного наследия Республики Башкортостан. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 2 октябрь 2025. Архивировано 30 сентябрь 2021 года.
  15. Дмитрий Жбанов. «Победа» проиграла: кинотеатр в Черниковке закрывается, не выдержав конкуренции. Business FM. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 2 октябрь 2025. Архивировано 26 февраль 2022 года.
  16. В Уфе на фасад кинотеатра «Победа» вернули скульптуры воина-освободителя, рабочего и колхозницы. bashinform.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 2 октябрь 2025. Архивировано 26 февраль 2022 года.
  17. В Уфе на фасад кинотеатра «Победа» вернули скульптуры воина-освободителя, рабочего и колхозницы. vysotarb.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 26 февраль 2022. Архивировано 2 октябрь 2025 года.
  18. Старейший кинотеатр Уфы прекратил работу в связи с выставлением на торги. РБК. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 2 октябрь 2025. Архивировано 26 февраль 2022 года.
  19. Ильдар Ахмадеев | Павел Крайнов. Уфимская «Победа» уйдет с молотка. ufa.kp.ru (11 август 2017). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 2 октябрь 2025. Архивировано 26 февраль 2022 года.
  20. Эксклюзив: Что на самом деле будет с кинотеатром "Победа" в Уфе? Bash.News (10 август 2017). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 2 октябрь 2025. Архивировано 26 февраль 2022 года.
  21. «Мы несем убытки»: в «Победе» прокомментировали закрытие кинотеатра Уфы. mkset.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 2 октябрь 2025. Архивировано 26 февраль 2022 года.
  22. ГТРК «Башкортостан», Алина Каматова. Здание знаменитого кинотеатра «Победа» выставлено на аукцион. ГТРК «Башкортостан» (11 август 2017). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 2 октябрь 2025. Архивировано 26 февраль 2022 года.
  23. Купить уфимский кинотеатр «Победа» желающих не нашлось. i-gazeta.com. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 2 октябрь 2025. Архивировано 26 февраль 2022 года.
  24. Торг до «Победы». kommersant.ru (20 сентябрь 2017). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 2 октябрь 2025. Архивировано 26 февраль 2022 года.
  25. Уфимскую «Победу» отстояли: в судьбе здания бывшего кинотеатра на Первомайской новый поворот. ufa1.ru (12 сентябрь 2019). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 2 октябрь 2025. Архивировано 26 февраль 2022 года.
  26. Владислав Казанцев. Стала известна дальнейшая судьба уфимского кинотеатра «Победа». ufa.kp.ru (13 сентябрь 2019). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 2 октябрь 2025. Архивировано 26 февраль 2022 года.
  27. Проект переделки кинотеатра «Победа» в Уфе обойдется в 5 миллионов рублей. ufa1.ru (28 ғинуар 2020). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 2 октябрь 2025. Архивировано 26 февраль 2022 года.
  28. Архпроект займется подготовкой к реставрации кинотеатра «Победа». РБК. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 2 октябрь 2025. Архивировано 26 февраль 2022 года.
  29. На проект капремонта кинотеатра «Победа» в Уфе уйдет более пяти миллионов. ufa.aif.ru (28 ғинуар 2020). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 2 октябрь 2025. Архивировано 26 февраль 2022 года.
  30. Заказан проект переделки кинотеатра «Победа» в музыкальную школу. kommersant.ru (27 ғинуар 2020). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 2 октябрь 2025. Архивировано 26 февраль 2022 года.
  31. «Искра» потухла, «Победа» забыта, но еще жива «Родина»: как сложилась судьба советских кинотеатров в Уфе. ufa1.ru (29 ғинуар 2022). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 2 октябрь 2025. Архивировано 26 февраль 2022 года.
  32. Ника Никольская. Новый дом для ТЮЗа. Издательский дом «Уфа» (16 май 2023). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 2 октябрь 2025. (Тикшерелеү көнө: 30 июнь 2025)
  33. Уфу готовят к юбилею. kommersant.ru (15 декабрь 2021). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 2 октябрь 2025. Архивировано 26 февраль 2022 года.
  34. Павел Крайнов. Кино ушло, театр останется: когда после ремонта откроется здание бывшего кинотеатра «Победа». ufa.kp.ru (17 сентябрь 2024). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 2 октябрь 2025.
  35. Иван Вавилов. Стало известно, когда завершат реконструкцию кинотеатра «Победа» в Уфе. bashinform.ru (1 март 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 2 октябрь 2025.

Әҙәбиәт

  • Синенко С. Г. Уфа старая и новая. — Уфа: Государственное республиканское издательство «Башкортостан», 2007. — 272 с. — 3000 экз.

Һылтанмалар