Өфө Йәш тамашасы театры
Өфө Йәш тамашасы театры (рус. Уфимский театр юного зрителя) — 2012 йылда Өфөлә «Маска» Балалар ижады театр үҙәге базаһында нигеҙләнгән театр.
Тарихы
1935 йылдың 21 февралендә РСФСР Халыҡ комиссарҙары советы Өфөлә Йәш тамашасы театры (ТЮЗ) асыу тураһында ҡарар ҡабул итә. ТЮЗ-дар Өфөлә элек тә асылған була, әммә төрлө сәбәптәр арҡаһында ябыла. 1935 йылда асылғаны ла 1941 йылға тиклем генә эшләй. 1989 йылда тағы бер Йәш тамашасы театры асыла, ул 1995 йылда Йәштәр театры тип үҙгәртелә.
1997 йылда Өфөлә «Маска» Балалар ижады театр үҙәге асыла. Уны асыу идеяһы Башҡорт АССР-ының һәм РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы Юрий Кармановта тыуа.
"Маска"ла үҙенең театр һәләтен үҫтерергә теләгән балалар шөғөлләнә. Үҙәк дүрт төп йүнәлештә махсуслаша: вокал, декоратив-ҡулланма сәнғәт, хореография һәм театр.
2012 йылда үҙәк театр тип үҙгәртелә. Йәш тамашасы театры өсөн "Маска"ның иҫке бинаһы үҙгәртеп ҡорола: унда 165 урынлыҡ зал, оҫтаханалар, бутафор һәм теген цехтары, тауыш яҙҙырыу студияһы, балет залы һәм касса бинаһы барлыҡҡа килә[1].
Муниципаль автоном мәҙәниәт учреждениеһы булған «Маска» Йәш тамашасы театрына баш режиссёр итеп билдәле ҡуйыусы, актёр һәм педагог, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы Юрий Заяц саҡырыла[2]. Ул 8 йыл дауамында директор була. 2021 йылда директор вазифаһына Арыҫлан Зөбәйҙуллин тәғәйенләнә[3].
2022 йылдың 14 ғинуарында элекке «Победа» кинотеатры бинаһы Өфө Йәш тамашасы театры ҡарамағына бушлай бирелә тигән документ әҙерләнә, 2022 йылдың 18 мартында документҡа ҡул ҡуйыла. «Победа» 2024 йылға — Өфө ҡәлғәһе төҙөлөүҙең 450 йыллығына театр булырға тейеш була[4].
Үҙебеҙҙең йортобоҙ булыу — коллективыбыҙ өсөн ҙур ҡыуаныс. Ысын театр йорто. Бында беҙ үҙләштерергә тейешле бөтөнләй башҡа шарттар, башҡа киңлек буласаҡ. Театр ‒ ул ҡорам, тиҙәр. Шуға күрә беҙгә уны һорап алып үҙебеҙҙең энергиябыҙ һәм уйҙарыбыҙ менән тултырырға кәрәк. Әлегә ул — йәнһеҙ киңлек. Уға йән өрөргә ине, — ти театрҙың режиссёры һәм актрисаһы Полина Шабаева[4].
Репертуары
Театрҙың даими репертуарына 20-гә яҡын спектакль инә. Барлыҡ постановкалар 0+, 6+, 12+, 16+ йәш категорияһына бүленгән. Жанрҙар араһында балалар вестерны һәм балалар водевиле кеүек һирәктәре лә бар.
Ғәҙәти спектаклдәрҙән тыш, Өфө йәш тамашасы театрында уйын программалары — тамашасылар үҙҙәре лә ҡатнаша алған спектаклдәр була. Күңел асыу, фәһемле программалар ҙа бар[5]. Шулай уҡ ТЮЗ артистары ҡала сараларында һәм концерттарҙа, майҙандарҙа һәм парктарҙа балалар байрамдарында ҡатнаша. Хәйриә эшмәкәрлеге менән шөғөлләнә. Балалар йорттары тәрбиәләнеүселәре, үҫеш үҙенсәлектәре булған балалар — даими тамашасы[1].
• «Не хочу быть собакой»;
• «Королевская корова»;
• «Клочки по закоулочкам»;
• «И всё-таки мы победили!»;
• «Пуговица»;
• «Пожелание добра…»;
• «Морозко»;
• «Маленький Дед Мороз»;
• «Прости меня»;
• «Сто поцелуев принцессы»;
• «Всем кого касается»;
• «Похищение Джонни Дорсета»;
• «Принцесса без горошины»;
• «Лягушка-путешественница»;
• «Остров сокровищ»;
• «Как Баба-Яга Соловья-разбойника женила»;
• «Как Кощей на Василисе женился»;
• «Аленький цветочек»;
• «Оранжевый ежик»;
• «Манюня»;
• «Сотворившая чудо»;
• «Дитя»;
• «Кролик Лапин»;
• «Богатырь Степан Ромашкин»;
• «Комната Рофла»;
• «Уфа»;
• «Сказка о царе Салтане»;
• «Каштанка»;
• «Настоящий папа»;
• «Как Иваны на Кощея ходили»;
• «Василий Тёркин»[6].
Директорҙары
• Д Н. Рудницкий (1936);
• И. К. Глушарин (1936);
• Тюремнова (1938 йылдан);
• В. З. Сидурин (1939 йылда);
• И. Я. Медведев (1939 йылдан);
• Г. Х. Камалов (1940 йылдан)[7];
• Ю. М. Карманов (1989 йылдан)[8];
• Ю. В. Заяц (2013—2021);
• А. А. Зөбәйҙуллин (2021 йылдан)[9].
Йәш тамашасы мәктәбе
ТЮЗ-да йәш тамашасы мәктәбе эшләй. Ул — театрҙың художество етәксеһе Полина Шабаева етәкселегендәге мәғариф проекты. Дәрестә балалар театрҙың эске донъяһы, донъя театры тарихы менән таныша, актёрлыҡ оҫталығына өйрәнә. Айына бер тапҡыр актёрҙар менән осрашыу үтә, шулай уҡ телмәр һәм грим буйынса оҫталыҡ дәрестәре ойошторола. Спектаклгә инеү билетын күрһәтеп, балалар Йәш тамашасы мәктәбенә бушлай йөрөй ала.
Наградалары
2019 йылда «Сотворившая чудо» (рус.)баш. мелодрамаһы Чебоксарҙа «Волжская сказка» милли театрҙар фестивалендә ике наградаға эйә була. 2020 йылда «Всем кого касается» «Современная пьеса для детей и юношества» (Йошкар-Ола) фестивалендә — өс, «Волжская сказка» (Чебоксар) Милли театрҙарҙың V төбәк-ара фестивалендә алты награда яулай. 2021 йылда «Прости меня» хәрби драмаһы «Волжская сказка» фестивалендә ике награда ала, 2022 йылда «Манюня» спектакле Рәсәйҙ ТЮЗ-дарының II «Современная пьеса для детей и юношества» фестивалендә «Иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ роле» номинацияһында еңеү яулай[5].
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 Из истории. Театр Юного Зрителя. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 4 апрель 2024. (Тикшерелеү көнө: 30 июнь 2025)
- ↑ Уфимский ТЮЗ. kino-teatr.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 4 апрель 2024. (Тикшерелеү көнө: 30 июнь 2025)
- ↑ Уфимскому ТЮЗу исполнилось 10 лет! Театр Юного Зрителя. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 4 апрель 2024. (Тикшерелеү көнө: 30 июнь 2025)
- ↑ 1 2 Ника Никольская. Новый дом для ТЮЗа. Издательский дом «Уфа» (16 май 2023). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 4 апрель 2024. (Тикшерелеү көнө: 30 июнь 2025)
- ↑ 1 2 Уфимский театр юного зрителя. Цифровая культура. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 4 апрель 2024. (Тикшерелеү көнө: 30 июнь 2025)
- ↑ Спектакли. Официальный сайт Уфимского ТЮЗ. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 2 июль 2025.
- ↑ А. А. Балгазина. Өфө Йәш тамашасы театры // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ МАУ Театральный центр детского творчества «Маска». Справочник организаций. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 2 июль 2025.
- ↑ Эльвира Галиева. Арслан Зубайдуллин: «Русская театральная школа — одна из лучших в мире». sobaka.ru Уфа (11 август 2022). (Тикшерелеү көнө: 2 июль 2025)
Һылтанмалар
- А. А. Балгазина. Өфө Йәш тамашасы театры // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- Уфимский тетар юного зрителя. Официальный сайт. (Тикшерелеү көнө: 2 июль 2025)
- История театра. (Тикшерелеү көнө: 2 июль 2025)
- Гульназира Ишбердина. В России модернизируют 70 ТЮЗов: «РГ» проверила, как живут детские театры в регионах. "Российская газета", Уфа (26 май 2022). (Тикшерелеү көнө: 2 июль 2025)
- Олеся Нематова. Уфимский ТЮЗ открыл новый сезон премьерой. "Российская газета", Уфа (4 октябрь 2023). (Тикшерелеү көнө: 2 июль 2025)
- Захара Ермолова. Интервью с режиссёром и актрисой уфимского ТЮЗа Полиной Шабаевой. "Бельские просторы" (3 май 2020). (Тикшерелеү көнө: 2 июль 2025)
- Эльвира Галиева. Арслан Зубайдуллин: «Русская театральная школа — одна из лучших в мире». sobaka.ru Уфа (11 август 2022). (Тикшерелеү көнө: 2 июль 2025)