Искра (кинотеатр, Өфө)
«Искра» кинотеатры (рус. Кинотеатр «Искра») — Өфөнөң Октябрь районындағы мәҙәниәт бинаһы. Кинотеатр 1970 йылда совет модернизмы стилендә төҙөлгән. Оҙаҡ ваҡыт ул Башҡортостандың иң ҙур кинотеатры һәм ҡаланың төп мәҙәни үҙәктәренең береһе була. 1976 йылдан бинаның бер өлөшө төбәк әһәмиәтендәге архитектура һәм ҡала төҙөлөшө ҡомартҡыһы статусына эйә.
Архитектураһы
Кинотеатр бинаһы үҙенсәлекле лаконик формалар, киң быяла һәм функциональ планировка менән совет модернизмы (рус.)баш. рухында төҙөлгән. Тәүҙә фасад биҙәкле паннолар менән биҙәлгән, ә төп фасад алдында «Яҙғы йыр» фонтаны һәм «Ҡурайлы малай» скульптураһы ҡуйылған парк урынлашҡан[1].
Тарихы
1970 йылда Башҡорт АССР-ы Кинематография идаралығы заказы буйынса стандарт проект буйынса архитекторҙар М. П. Бубнов, В. В. Лазарев, И. В. Семейкин, Е. Б. Тер-Степанов һәм инженер В. Г. Немировский проекты буйынса төҙөлгән. Башҡорт АССР-ы Министрҙар Советының 1976 йылдың 19 июлендәге 390-сы ҡарары менән бина дәүләт ҡурсалауындағы объекттар исемлегенә индерелгән.
Кинотеатрҙа тәүҙә 800 урынлыҡ залы була. Совет модернизмы стилендә төҙөлгән бина Октябрь проспектының архитектура доминанттарының береһенә әүерелә. «Искра» премьералар, фестивалдәр, мәҙәни саралар үткәреү майҙансығы булып хеҙмәт итте, бөтә республиканан тамашасыларҙы йәлеп итте.
Кинотеатр 1968 йылда төҙөлә башлай һәм 1970 йылда тамамлана, тәүге проектта иркен кинозал, мәрмәр менән биҙәлгән вестибюль һәм ҙур панорамалы тәҙрәләрле фасад була.
1999 йылда күләмле яңыртыу үткәрелә: яңы ултырғыстар ҡуйыла, экрандар һәм аудиосистемалар алмаштырыла, яҡтыртыу ҡоролмалары яҡшыртыла. Дөйөм урындар һаны 1169 тәшкил итә, 7 кинозал асылf. Был «Искра»ға төбәк кинотеатрҙары араһында алдынғы урындарҙы биләргә мөмкинлек бирҙе.
2009 йылда төп корпусҡа өҫтәмә биналар өҫтәлә, шул иҫәптән IMAX залы (рус.)баш. — Рәсәйҙә тәүгеләрҙән булып. Ҙур форматлы кинотеатрҙың барлыҡҡа килеүе «Искра»ны кино һөйөүселәрҙең ылыҡтырғыс үҙәгенә әйләндерҙе .
Бөтә донъя COVID-19 пандемияһы һәм уның менән бәйле сикләүҙәр башланыу менән кинотеатрға йөрөүселәр һаны ҡырҡа кәмене, был идарасы компанияның финанстарына кире йоғонто яһайңны һәм "Искра"ның банкротлыҡҡа һәм ябылыуына килтерҙе. Артабанғы йылдарҙа бинаны һатырға маташыуҙар булды, улар тәүге хаҡтың юғары булыуы һәм артабанғы янғын уның фасадын ныҡ зыян килтергәнлектән уңышһыҙ булды.
Бер нисә тапҡыр һатырға тырышҡандан һуң һәм янғын һөҙөмтәләрен бөтөргәндән һуң бинаны компания һатып ала, ул уны фитнес-үҙәк һәм матурлыҡ студиялары менән заманса сауҙа-күңел асыу комплексына әйләндерергә ниәтләй, традицион кинотеатр булмаясаҡ[1].
Архитектур әһәмиәтен юғалтыу
Белгестәр фекеренсә, күп һанлы төкөтмәләре бинаның архитектура үҙенсәлеген юғалтыуға килтергән. Мәҙәни мираҫ объекты статусын алыу мәсьәләһен Рәсәй Федерацияһының Мәҙәниәт министрлығы ғына хәл итә ала. Шул уҡ ваҡытта ҡала һәм республика властары эксперттарҙың һығымталары менән килешеп, бинаны һаҡланған статусынан мәхрүм итеү башланғысын хупланы. Әлегә Рәсәй Федерацияһының Мәҙәниәт министрлығы ошоға ярашлы ҡарар ҡабул итмәгән. Архитектура ҡомартҡыһы статусын юғалтҡандан һуң бина тағы ла тышҡы архитектура үҙгәрештәренә дусар булыуы ихтимал.
«Башкультнаследие» асыҡ акционерҙар йәмғиәте Өфөләге «Искра» кинотеатры биләмәһен сиктәрен һәм файҙаланыу режимын раҫланы. Һәйкәл территорияһында төҙөлөш, ҡаҙыу эштәре, киосктар һәм павильондар урынлаштырыу, объектҡа зыян килтереү һәм биләмәне бысратыу тыйыла[2].
«Искра» кинотеатры кино ҡарау урыны ғына түгел, ҡала мөхитенең эволюцияһын һәм йәмәғәтселектең өҫтөнлөктәрен, технологияларының үҙгәреүен сағылдырған Өфөнөң мәҙәни тормошо символы ла булды. Хәҙер ул тамырынан үҙгәртеп ҡороу алдында торһа ла, әһәмиәтле мәҙәни һәм социаль үҙәк булараҡ тарихи роле үҙгәрешһеҙ ҡала[3].
| 70-се йылдар башында күренеш | 1970-се йылдар башында тирә-яғы | Беренсе ҡатта кафела янғын, 2023 йылдың 6 майы | 2023 йыл |
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 Павел Крайнов. Стала известна судьба уфимского кинотеатра «Искра». КП (10 сентябрь 2024). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 15 август 2025.
- ↑ Майа Иванова. На территории кинотеатра «Искра» в Уфе запретили строительство. Коммерсант (26 июль 2022). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 15 август 2025.
- ↑ Башкультнаследием утверждены границы и режим использования территории объекта культурного наследия регионального значения «Кинотеатр “Искра”» в Уфе (26 июль 2022). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 15 август 2025.
Әҙәбиәт
- Н. Н. Дьяконова. «Искра», кинокомплекс (Уфа) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: Башҡорт энциклопедияһы (ғилми-нәшриәт комплексы), 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-306-8. (Тикшерелеү көнө: 15 август 2025)
- С. Г. Синенко. «Искра», кинокомплекс // Уфа старая и новая : популярная иллюстрированная энциклопедия. — Уфа : Государственное республиканское издательство «Башкортостан», 2007. — 272 с. — 3000 экз. — ISBN 978-5-8258-0236-7. (Тикшерелеү көнө: 15 август 2025)
Һылтанмалар
- Кинотеатр «Искра» на сайте «Домофото» (Тикшерелеү көнө: 15 август 2025).