Октябрь районы (Өфө)


Октябрь районы (рус. Октябрьский район (Уфа)) — Өфө ҡалаһындағы ете райондың береһе. Ағиҙел йылғаһының һул ярында урынлашҡан. Заманса архитектураһы һәм үҫешкән инфраструктураһы менән айырылып тора. Ҡала үҙәгенә һәм транспорт сиселештәренә яҡын урынлашҡан.

Тарихы

РСФСР Юғары Советы Президиумының 1977 йыл 23 мартындағы указы нигеҙендә Өфө ҡалаһының Совет, Калинин һәм Орджоникидзе райондарының бер өлөшөн бүлеп алыу юлы менән ойошторолған. Яңы район булдырыу зарурлығы баш ҡала сәнәғәте үҫеше һәм халыҡ һанының артыуынан тыуа.

Географияһы

Ойошторолғандан алып район ике тапҡыр биләмә сиктәрен үҙгәртә: 1986 йылда (Һупайлы биҫтәһендә йорттар төҙөлөшө бик йылдам барғанға райондың халыҡ һаны ҡырҡа артып китә, шуға ла Октябрь районының бер өлөшөн Совет һәм Орджоникидзе райондарына тапшырырға тура килә). 1992 йылда Өфө районына ҡараған һәм составында Нуғай, Жилино, Зинино ауылдары һәм Нуғай кордоны булған Нуғай ауыл советы ҡушыла.

Октябрь районы биләмәһе 13 613га тәшкил итә.

Халҡы

Халҡы иҫәбе
1979[2]1989[3]2002[4]2003[5]2004[5]2005[5]2006[5]
253 311184 076231 651232 117232 341230 827230 411
2007[5]2008[5]2009[6]2010[7]2013[8]2014[9]2015[10]
228 954228 963228 865234 152238 871240 708241 238
2016[11]2017[12]2020[13]2021[1]
241 425243 205246 476245 416

Иҡтисады

Район биләмәһендә урынлашҡан иҡтисади объекттар:

  • «Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе» Асыҡ акционерҙар йәмғиәте (УМПО) — Рәсәй һәм БДБ (урыҫ. Содружество Независимых Государств, СНГ) илдәрендәге авиация двигателдәре эшләүсе иң ҙур предприятиеларҙың береһе.
  • ААЙ (Асыҡ акционерҙар йәмғиәте) «Уфимский завод Өфө „Промсвязь“ заводы»
  • ААЙ «Өфө күн-тире галантереяһы фабрикаһы»
  • ААЙ «Өфө шырпылары»
  • «Башлеспром» Өфө ремонт-механика заводы
  • ЯСЙ (Яуаплылығы сикләнгән йәмғиәт) «Башҡорт граниты»,
  • ААЙ «Авиаспецмонтаж»,
  • ААЙ «Лесохолдинговая компания» Өфө фанера комбинаты,
  • ААЙ"Крупнопанельное домостроение",
  • «Баштрансгаз»,
  • ААЙ «Газпром»,
  • ӨДЭС (Өфө дәүләт элекстр станцияһы) «Башкирэнерго»,
  • «Башкирэнерго» компанияһының «Энергостройремонт» предприятиеһы
  • «Башкирэнерго» компанияһының АТП-һы
  • УПАТП-1, № 6 колоннаһы,
  • № 1 Өфө икмәк комбинаты,
  • «Иремель» Өфө шарап-араҡы заводы
  • «Амстар» һыра ҡайнатыу заводы

Нигеҙ һалынғандан һуң оҙаҡ ваҡыт Октябрь районы һатыу итеү объекттарына ҡытлыҡ кисерә. 1987 йылда «Башкирия», аҙаҡ ТЦ «Башҡортостан» тип аталған республикабыҙҙағы иң ҙур һатыу үҙәге асыла. Әлеге көндә ул лайфстайл үҙәк «Башкирия» тип атала.

Был үҙенсәлекле бинала универсам, «Базар № 1» аҙыҡ-түлек баҙары, дөйөм туҡланыу предприятиеһы, универмаг, бутиктар, ресторандар урынлашҡан. 1990 йылда «Сипайлово» сауҙа-баҙар комплексы эшмәкәрлеген йәйелдереп ебәрә. Әммә ул 2010 йылда ябыла. 2005 йылда өс ҡатлы «Сипайловский» заманса сауҙа-сервис комплексы төҙөлөшө тамамлана.

Социаль сфера

Район мәҙәниәт һәм спорт учреждениелары менән дә билдәле: «Салауат Юлаев» спорт һарайы (1967), «Аҡбуҙат» ипподромы (1982, Башҡортостандың Рәсәйгә ирекле ҡушылыуына 450 йыл тулыуға ҡарата 2007 йылда реконструкциялана).

Мәҙәниәт учреждениелары:

  • Башҡортостан рус дәүләт академия драма театры (1982 йылда төҙөлгән),
  • «Смена» балалар кинотеатры,
  • «Искра» мультиплекс-кинокомплексы,
  • Сипайлово биҫтәһендәге «Кинопростор» мультиплекс-кинокомплексы,
  • Өфө дәүләт циркы (1968 йылда асыла),
  • Өфө дәүләт татар театры «Нур».
undefined
undefined

Районда йәшәүселәр М.Ғәфүри исемендәге Үҙәк мәҙәниәт һәм ял паркында һәм «Ҡашҡаҙан» мәҙәниәт һәм ял паркында булырға яраталар.

1977 йылда Октябрь район советы башҡарма комитетында һаулыҡ һаулау бүлеге булдырыла. Тәүге етәксе итеп Александр Сергеевич Стоянов тәғәйенләнә. Уның ҡарамағында 6 дауалау учреждение була: 6-сы һанлы дауахана, 15-се больница, 38-се поликлиника, 1-се һанлы балалар поликлиникаһы, 4-се һанлы стоматология поликлиникаһы, 5-се һанлы стоматология поликлиникаһы.

1997 йылда бүлек Октябрь районыны администрацияһының һаулыҡ һаҡлау идаралығына үҙгәртелә.

Район барлыҡҡа килгәндән алып күп кенә учреждениелар: 21-се клиник больница, 5-се һанлы балалар поликлиникаһы, 1-се һанлы балалар поликлиникаһының реабилитация-диагностика бүлегенең беренсе сираты, 43-сө поликлиника, 5-се стоматология поликлиникаһының яңы бинаһы, 43-сө поликлиникаһы филиалының беренсе сираты сафҡа инә.

Райондың белем биреү системаһы 31 дөйөм белем биреү учреждениеһын үҙ эсенә индерә. Шуларҙың иҫәбендә 34 мәктәпкәсә йәштәге белем биреү учреждениелары. Рихард зорге урамы янында 1936 йылдан бирле «Аҡсарлаҡ» балалар һауыҡтырыу лагеры эшләп килә.

Спорт

Районда 1-се һанлы Балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбе (СДЮСШОР) бар. Ул Рәсәйҙең шорт-трек үҙәктәренең береһе. Был мәктәптә халыҡ-ара класлы Рәсәй спорт мастерҙары тәрбиәләнгән:

  • Елистратов Семен Андреевич,
  • Захаров Руслан Альберт улы,
  • Карнеев Эмиль Ильдар улы,
  • Валиуллин Булат Риф улы,
  • Кургинян Вячеслав Седракович,
  • Чачина Юлия Юрьевна,
  • Шумилов Дмитрий Александрович.

Совет осоронда спортсмендар Андрей Максимов, Альберт Тимербулатов, Рәмил Баширов, Андрей Максимов, Альберт Тимербулатовтар билдәлелек яулай.

Билдәле шәхестәре

Октябрь районында йәшәгән һәм әлеге көндә лә йәшәүен дауам иткән яҙыусылар – Башҡортостан һәм Рәсәй Яҙыусылар союзы ағзалары: (алфавит буйынса. 2014 йылғы мәғлүмәттәр буйынса):

  • Әбүзәров Салауат Нәзир улы (Сипайлово);
  • Аҡбулатова Фәрзәнә Фатих ҡыҙы (Сипайлово);
  • Алтынбаева Зөһрә Нариман ҡыҙы (Сипайлово);
  • Әсәдуллина Әлфиә Нәзиб ҡыҙы (Сипайлово);
  • Бәҙретдинов Сәлимйән Миниәхмәт улы (Октябрь проспекты);
  • Ғәбиҙуллина Фәниә Рауиль ҡыҙы (Сипайлово биҫтәһе);
  • Ғәлимов Флүр Миншәриф улы (Нуғай ауылы);
  • Зәкиров Мухамет Тафтизан улы;
  • Зиннәтуллин Зәкир Шәкир улы (Сипайлово);
  • Игеҙйәнова Нәжиә Заһир ҡыҙы (Сипайлово);
  • Ҡәйепова Лилиә Зәйнулла ҡыҙы (Лилиә Һаҡмар)(Р.Зорге урамы);
  • Ҡарамышева Таңһылыу Фаяз ҡыҙы (Таңһылыу Ҡарамыш)(Октябрь Проспекты);
  • Кәримов Марат Нәби улы (Марат Кәримов);
  • Кәримов Салауат Ғайса улы (Салауат Кәрим);
  • Низамов Рәшит Зыяфутдин улы (Рәшит Уңғар);
  • Павлов Борис Николаевич;
  • Харрасова Фәндиҙә Туҡтарғәле ҡыҙы;
  • Хөсәйенов Айҙар Гайдар улы;
  • Шәрипов Сабир Нәғим улы (Сипайлово);
  • Шәрипова Зәйтүнә Яхъя ҡыҙы (Сипайлово);

Иҫкәрмәләр

  1. 1 2 Таблица 5. Численность населения России, федеральных округов, субъектов Российской Федерации, городских округов, муниципальных районов, муниципальных округов, городских и сельских поселений, городских населенных пунктов, сельских населенных пунктов с населением 3000 человек и более. Итоги Всероссийской переписи населения 2020 года. На 1 октября 2021 года. Том 1. Численность и размещения населения (XLSX). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 1 сентябрь 2022. Архивировано 1 сентябрь 2022 года.
  2. Всесоюзная перепись населения 1979 года Численность городского населения РСФСР, ее территориальных единиц, городских поселений и городских районов по полу. Демоскоп Weekly. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 25 сентябрь 2013. Архивировано 7 ноябрь 2021 года.
  3. Всесоюзная перепись населения 1989 г. Численность городского населения РСФСР, ее территориальных единиц, городских поселений и городских районов по полу. Архивировано 26 сентябрь 2011 года.
  4. Всероссийская перепись населения 2002 года. Том. 1, таблица 4. Численность населения России, федеральных округов, субъектов Российской Федерации, районов, городских поселений, сельских населённых пунктов - райцентров и сельских населённых пунктов с населением 3 тысячи и более. Архивировано 3 февраль 2012 года.
  5. 1 2 3 4 5 6 Подготовка к проведению всероссийской переписи населения на территории городского округа г. Уфа
  6. Численность постоянного населения Российской Федерации по городам, посёлкам городского типа и районам на 1 января 2009 года. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 2 ғинуар 2014. Архивировано 18 май 2015 года.
  7. Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 20 август 2014. Архивировано 20 октябрь 2013 года.
  8. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2013 года. — М.: Федеральная служба государственной статистики Росстат, 2013. — 528 с. (Табл. 33. Численность населения городских округов, муниципальных районов, городских и сельских поселений, городских населённых пунктов, сельских населённых пунктов). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 16 ноябрь 2013. Архивировано 12 октябрь 2013 года.
  9. Таблица 33. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2014 года. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 2 август 2014. Архивировано 10 август 2014 года.
  10. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2015 года. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 6 август 2015. Архивировано 23 сентябрь 2015 года.
  11. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2016 года
  12. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2017 года (31 июль 2017). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 31 июль 2017. Архивировано 31 июль 2017 года.
  13. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2020 года. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 17 октябрь 2020. Архивировано 17 октябрь 2020 года.

Һылтанмалар

Тема буйынса өҫтәмә

Категориялар