Елистратов Семён Андреевич
Елистратов Семён Андреевич (1990 йылдың 3 майы, Өфө, Башҡорт АССР-ы) — Рәсәй шорт-трексыһы, Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры (2013). 2014 йылғы Олимпия чемпионы (эстафетала) һәм 2018 йылғы Ҡышҡы Олимпия уйындарында бронза миҙалын яулаусы (1500 м дистанцияла). 2015 йылғы донъя чемпионы (1500 м дистанцияла), 2013 йылғы донъя чемпионатында көмөш миҙал яулаусы (эстафетала); күп тапҡыр Европа чемпионы; 1000 метр дистанцияла ике тапҡыр Донъя кубогы эйәһе (2014/2015 һәм 2015/2016 миҙгелдәрендә). Дуҫлыҡ ордены (2014) кавалеры.
Биография
Семён Андреевич Елистратов 1990 йылдың 3 майында Башҡорт АССР-ының Өфө ҡалаһында тыуған[2].. 2007 йылдан Рәсәй йыйылма командаһы составында. Башҡортостан Республикаһы өсөн сығыш яһай.
Өфө ҡалаһының Октябрь районындағы 1-се Олимпия резервы балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбе тәрбиәләнеүсеһе.
Рәсәй олимпия йыйылма командаһы составында 2010 йылда Ванкуверҙа уҙған Олимпия уйындарында ҡатнаша.
2016 йылдың мартында спортсының допинг-пробаһында Бөтә донъя допингҡа ҡаршы агентлығы тарафынан 2016 йылдың 1 ғинуарынан тыйылғандар исемлегенә индерелгән Мельдоний (рус.)баш. препараты табылыуы билдәле булды[3]. 2016 йылда Халыҡ-ара конькиҙа йүгереүселәр союзы спортсынан ситләтеү бөтөрҙө[4].
Спорт ҡаҙаныштары
- Олимпия чемпионы (эстафета, 2014, Сочи).
- Олимпия уйындарында бронза миҙалын яулаусы (1500 м, 2018, Пхёнчхан)[5].
- Донъя чемпионы (1500 м, 2015, Мәскәү)
- Донъя чемпионатында көмөш миҙал яулаусы (эстафета, 2013, Дебрецен)
- күп тапҡыр Европа чемпионы, Европа чемпионатының көмөш һәм бронза миҙалдарын яулаусы
- 1000 метр дистанцияла ике тапҡыр Донъя кубогы эйәһе (2014/2015 һәм 2015/2016 миҙгелдәрендә)
- Рәсәй чемпионы (күпбәйге, 2008)
- Рәсәй чемпионатында көмөш миҙал яулаусы (күпбәйге, 2007)
- 5000 метр эстафетала (Сергей Пранкевич, Евгений Козулин, Вячеслав Кургинян, Семён Елистратов) Рәсәй рекордсыһы — 6:46.336 секунд (13 ноябрь 2009 йыл, АҠШ, Маркетт)
- 1000 метр дистанцияла донъя рекорды эйәһе — 1:22,607 секунд (6 февраль 2016 йыл, Германия, Дрезден)
- 1500 метр дистанцияла 2023 йылғы Рәсәй чемпионы (2023 йылдың декабре).
- Күпбәйге буйынса Рәсәй Кубогы еңеүсеһе (2023, 2024).
- Шорт-тректы популярлаштырыу маҡсатында «Титаны» шоуында (2024 йылдың майы) ҡатнаша[6].
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
- Дуҫлыҡ ордены (24 февраль 2014 йыл).
Ғаиләһе
Семён Элистратовтың шәхси тормошо ла ваҡиғаларға бай. Мәктәптә танышҡан Юлия (Кузьмина) менән ғаилә ҡора. Ғаилә мөнәсәбәттәрен 2015 йылда рәсмиләштерә, 2018 йылда улдары Лев тыуа.
Иҫкәрмәләр
- ↑ Выступал как «Олимпийский спортсмен из России»
- ↑ Военнослужащие спортивных команд Росгвардии на Олимпийских играх 2022. Росгвардия. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 16 июнь 2025.
- ↑ Снова мельдоний: Елистратов и Кулижников вошли в список допинг-случаев. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 16 июнь 2025.
- ↑ ISU снял отстранение с Кулижникова, Елистратова и Константиновой. Российская газета. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 16 июнь 2025.
- ↑ Елистратов принёс России первую медаль Олимпийских игр в Пхёнчхане. 16 июнь 2025 тикшерелгән.
- ↑ Семен Елистратов: от детства в Уфе до олимпийских вершин и побед. Имена России (24 май 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 16 сентябрь 2025.
Һылтанмалар
- Семён Елистратов — Sports-Reference.com (инг.) сайтында олимпия статистикаһы (Тикшерелеү көнө: 16 сентябрь 2025)
- Профиль на сайте Международного союза конькобежцев (ISU) (Тикшерелеү көнө: 16 сентябрь 2025)
- Семен Елистратов (шорт-трек). Биографическая справка (Тикшерелеү көнө: 16 сентябрь 2025)
- Елистратов Семён Андреевич // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: Башҡорт энциклопедияһы (ғилми-нәшриәт комплексы), 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-306-8. (Тикшерелеү көнө: 16 сентябрь 2025)