6 февраль
6 февраль (рус. 6 февраля) — рәсми календарь буйынса йылдың 37-се көнө. Йыл аҙағына тиклем 328 көн ҡала (кәбисә йылында 329). Мосолман календары буйынса 1446 йылдың Шәғбан айының 7-се көнө. Өфөлә ☀️Ҡояш 8 сәғәт 46 минутта ҡалҡа, 17 сәғәт 51 минутта бата. Көн оҙонлоғо 🕒 9 сәғәт 5 минут. 🌓 Айҙың беренсе сиреге (йәше 7.92 көн).
← февраль → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шм | Йк |
1 | 2 | |||||
3 | 4 | 5 | 6 | 7 | 8 | 9 |
10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15 | 16 |
17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22 | 23 |
24 | 25 | 26 | 27 | 28 | ||
2025 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
Ер:
- Уйҙар байрамы.
- Саам халҡы көнө.
- Витаминлы эсемлектәр көнө.
- Мобиль телефондан баш тартыу көнө.
- Туңдырылған йогурт көнө.
Ер: Бармен көнө.
- 1643 йыл: Абел Тасман Фиджи архипелагын аса.
- 1663 йыл: Англияла алтын гинея һуға башлайҙар.
тулы исемлек
- 1689 йыл: 16 йәшлек Пётр I һәм 19 йәшлек Евдокия Лопухинаның туйы була.
- 1788 йыл: Массачусетс АҠШ Конституцияһын раҫлай һәм илдең алтынсы штаты була.
- 1806 йыл: Наполеон һуғыштары: Сан-Доминго янында британ һәм француз эскадралары араһында алыш. Елкән быуатының һуңғы классик һуғышы.
- 1807 йыл: Гоф янында һуғыш (француз һәм рус ғәскәрҙәре араһында).
- 1840 йыл: Инглиздәр маори юлбашсылары менән Вайтанги килешеүен төҙөй, уға ярашлы, Яңы Зеландия Бөйөк Британияның колонияһына әйләнә.
- 1880 йыл: Австрия астрономы Иоганн Пализа астероидтар теҙмәһендә Медея астероидын аса.
- 1886 йыл: Германия химигы Клеменс Винклер германий элементын аса.
- 1888 йыл: Йиллис Бильдт Швецияның премьер-министры итеп раҫлана.
- 1891 йыл: Антонио Старабба Италия министрҙар советы рәйесе итеп һайлана.
- 1899 йыл: АҠШ сенаты 1898 йылғы Испания-Америка һуғышын тамамлаусы Париж килешеүен раҫлай.
- 1900 йыл: Рәсәй империяһы ғалимы Александр Попов донъяла тәүге тапҡыр радио аша диңгеҙҙә һәләкәт тураһында сигнал тапшыра («Ермак» боҙватҡысы командирына радиограмма).
- 1918 йыл: Британия парламенты 30 йәше тулған, ғаилә башлығы булған йә иһә ғаилә башлығы менән никахта торған йәки университет тамамлаған ҡатын-ҡыҙҙарға һайлауҙарға юл асҡан закон ҡабул итә.
- 1922 йыл: АҠШ, Бөйөк Британия, Франция, Италия һәм Япония диңгеҙ ҡоралдарын сикләү тураһында Вашингтон диңгеҙ килешеүе төҙөй.
- 1922 йыл: Кардинал Ахилл Ратти Рим папаһы итеп һайлана, Пий XI исемен ала.
- 1930 йыл: Совет Армияһының Үҙәк академия театры асыла (әле — Рәсәй Армияһының Үҙәк академия театры).
- 1936 йыл: Гармиш-Партенкирхенда IV Ҡышҡы Олимпия уйындары асыла.
- 1943 йыл: Ҡурған өлкәһе ойошторола.
- 1945 йыл: Лондонда I Бөтә донъя профсоюздар конференцияһы эш башлай, ул Бөтә донъя профсоюздар федерацияһы ойошторорға ҡарар итә.
- 1947 йыл: Юзеф Циранкевич Польшаның премьер-министры итеп раҫлана.
- 1956 йыл: Өфө приборҙар эшләү заводы сафҡа инә.
- 1968 йыл: Греноблдә Х ҡышҡы Олимпия уйындары асыла.
- 1978 йыл: Ранасин гхе Премадаса Шри-Ланканың премьер-министры була.
- 1987 йыл: «Союз ТМ-2» космос карабы осорола.
- 1991 йыл: Башҡортостан Фәндәр академияһы ойошторола.
- 1992 йыл: Башҡортостан ижади союздары ассоциацияһы төҙөлә.
- 1994 йыл: Финляндияла президент һайлауҙары үтә, Мартти Ахтисаари еңеү яулай.
- 1996 йыл: Эфиопия флагы ҡабул ителә.
- 2000 йыл: Тарья Халонен Финляндияның тәүге ҡатын-ҡыҙ президенты була.
- 2001 йыл: Ариэль Шарон Израилдең премьер-министр һайлауҙарында еңеп сыға.
- 2006 йыл: Стивен Харпер Канада премьер-министры итеп тәғәйенләнә.
- 2010 йыл: Өфөлә Башҡортостан Республикаһы Президенты кубогына көрәш буйынса 1-се асыҡ республика турниры башлана.
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Әхтәмов Тәлғәт Хәбибрахман улы (1935—2008), зоотехник. Хәйбулла районы «Маҡан» совхозының элекке зоотехнигы. Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (1992). Сығышы менән ошо райондан.
- Ғәлимова Венера Үзбәк ҡыҙы (1950), офтальмолог-ғалим.1973 йылдан Өфө күҙ ауырыуҙары ғилми-тикшеренеү институты хеҙмәткәре; 1987 йылдан Бөтә Рәсәй күҙ һәм пластик хирургия үҙәге хеҙмәткәре, 1990 йылдан — директор урынбаҫары, бер үк ваҡытта 1998 йылдан Башҡорт дәүләт медицина университетының Дипломдан һуң белем биреү институты уҡытыусыһы. Медицина фәндәре докторы (2000), профессор (2001). Рәсәй Федерацияһының (2005) һәм Башҡортостан Республикаһының (1998) атҡаҙанған табибы, Башҡортостан комсомолы премияһы лауреаты (1979). Сығышы менән хәҙерге Үзбәкстандың Ҡолған-Даръя ауылынан.
тулы исемлек
- Хафизов Вадим Феликс улы (1970), спортсы, футболсы, тренер. 2008—2009 йылдарҙа Учалы ҡалаһының «Горняк» футбол командаһы тренеры.
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Вәлиев Хәлит Барый улы (1941—2007), төҙөүсе. 1990 йылда төҙөлөшө туҡтатылған Башҡортостан атом электр станцияһының Төҙөлөш идаралығы начальнигы. Октябрь Революцияһы һәм Халыҡтар Дуҫлығы ордендары кавалеры.
- Журавлев Виктор Игнатьевич (1951—2016), журналист, эске эштәр органдары хеҙмәткәре, эске хеҙмәт подполковнигы. 1978—1996 йылдарҙа Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәте етәксеһе, бер үк ваҡытта 1990 йылдан «Версия» республика хоҡуҡи гәзитенең баш мөхәррире; 1992—1996 йылдарҙа «Версия» мәғлүмәт-хоҡуҡ агентлығының генераль директоры; 1996—2009 йылдарҙа «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының генераль директоры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Бүздәк районы Сергеевка ауылынан.
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Таңатаров Викторин Сергеевич (1922—03.2014), педагог, йәмәғәтсе. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, миномёт взводы командиры, капитан. 1963—1971 йылдарҙа Мәләүез ҡалаһының 2-се урта мәктәбе (хәҙер 1-се гимназия) директоры, «Белем» йәмғиәтенең Мәләүез район бүлексәһе етәксеһе. РСФСР мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы, I дәрәжә Ватан һуғышы (1985) һәм Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордендары кавалеры, Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Президиумының Почёт грамотаһы менән бүләкләнеүсе. Сығышы менән ошо райондың Васильевка ауылынан.
- Ҡаһарманов Мәсәбих Мәсәлим улы (1942), һаулыҡ һаҡлау өлкәһе хеҙмәткәре. 1989—2005 йылдарҙа Республика ҡан ҡойоу станцияһының баш табибы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы, СССР-ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы, Башҡортостан Республикаһының Почёт грамотаһы менән бүләкләнеүсе (2002). Сығышы менән хәҙерге Силәбе өлкәһенең Златоуст ҡалаһынан.
тулы исемлек
- Ужегова Нина Семёновна (1947), һаулыҡ һаҡлау өлкәһе хеҙмәткәре, үҙешмәкәр сәнғәттә ҡатнашыусы. 1966 йылдан Балаҡатай районы Иҫке Балаҡатай фельдшер пункты мөдире. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған медицина хеҙмәткәре (1981). Сығышы менән ошо ауылдан.
- Әйүпов Фәһим Иҙрис улы (1947), ауыл хужалығы, партия һәм муниципаль органдар хеҙмәткәре. 1982 йылдан КПСС-тың Илеш район комитетының ауыл хужалығы бүлеге мөдире, 1987 йылдан — икенсе секретары; 1990 йылдан — район советы рәйесе урынбаҫары, 2004—2012 йылдарҙа — район советы секретары. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (1981), «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1986), Башҡортостан Республикаһының Почёт грамотаһы менән бүләкләнеүсе (1997), райондың почётлы гражданы (2013). Сығышы менән Түбәнге Йәркәй ауылынан.
- Шәрәфетдинов Рәмил Фәйзер улы (1952), геофизик-ғалим. 1975 йылдан Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы. Физика-математика фәндәре докторы (2000), профессор (2007), Рәсәй Тәбиғи фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы. И. М. Губкин исемендәге премия лауреаты (2006). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Дәүләкән районы Суйынсы ауылынан.
- Ғәбдрәхимов Камил Мәхмүт улы (1962), урман хужалығы инженеры-ғалим. 1984 йылдан Башҡортостан ауыл хужалығы институты һәм Башҡорт дәүләт аграр университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 2003 йылдан урман культуралары кафедраһы мөдире, 2006 йылдан — ер төҙөлөшө һәм урман хужалығы факультеты деканы, 2011 йылдан — Тәбиғәтте рациональ файҙаланыу институты директоры. Ауыл хужалығы фәндәре докторы (2003), профессор (2006). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған урмансылыҡ белгесе (2010). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Борай районы Ваныш-Алпауыт ауылынан.
- Лыков Сергей Владимирович (1967), хужалыҡ хеҙмәткәре. 2019 йылдан «БашРТС» йәмғиәте директоры. Өфө ҡала советы депутаты. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған энергетигы.
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Әхмәров Биктимер Ғәлиулла улы (1903—1989), прокуратура, партия һәм дәүләт органдары, нефть сәнәғәте хеҙмәткәре. 1947—1950 йылдарҙа Башҡорт АССР-ы Министрҙар Советы Рәйесе урынбаҫары, Башҡорт АССР-ының икенсе саҡырылыш (1947—1951) Юғары Советы депутаты. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Мәсетле районы Яңы Мөслим ауылынан.
- Сыртланов Рафиҡ Шәрәфетдин улы (1928—2001), педагог, йәмәғәтсе. 1951 йылдан хәҙерге Көйөргәҙе районы мәктәптәре уҡытыусыһы һәм етәксеһе, шул иҫәптән 1960—1979 йылдарҙа Мораптал урта мәктәбе директоры. Башҡорт АССР-ы мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы (1966). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Дәүләкән районы Яңы Яппар ауылынан.
тулы исемлек
- Алейникова Нина Николаевна (1933), педагог. 1950 йылдан Хәйбулла районы мәктәптәре, шул иҫәптән 1955—1988 йылдарҙа Һамар мәктәбе уҡытыусыһы. РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1986). Сығышы менән ошо ауылдан.
- Науменков Олег Александрович (1948—28.02.2004), тарихсы-ғалим. 1974 йылдан Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1989—1999 йылдарҙа яңы һәм өр-яңы тарих кафедраһы мөдире. Тарих фәндәре докторы (1992), профессор (1993).
- Ғәлишанова Әлфинә Ҡасим ҡыҙы (1953), педагог. Балтас районы мәктәптәре уҡытыусыһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы. Сығышы менән ошо райондан.
- Дауытбаева Сәриә Ҡужәхмәт ҡыҙы (1953), малсы. 1969 йылдан Баймаҡ районы «Һәүәнәк» совхозы һауынсыһы, 1990—2003 йылдарҙа — быҙау ҡараусы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (2001). Сығышы менән ошо райондың Күгиҙел ауылынан.
- Ҡырымғужин Зөфәр Фәйзулла улы (1958), шәхси эшҡыуар, фермер. 2007 йылдан Хәйбулла районы крәҫтиән-фермер хужалығы башлығы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (2021). Сығышы менән ошо райондың Иләс ауылынан.
- Мочалова Ирина Георгиевна (1958), табип. Өфө ҡалаһындағы 2-се республика клиник дауаханаһы рентгенологы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы.
- Кирәев Олег Хөсәйен улы (1963), саксофонсы-музыкант, уҡытыусы. Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2012).
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Вилданов Ғәбделәхәт Фазлый улы (1879—9.02.1954), башҡорт тел белгесе, фольклорсы һәм этнограф. 1925 йылдан Башҡорт АССР-ы Халыҡ Комиссарҙары Советы ҡарамағындағы башҡорт телен ғәмәлгә индереү комиссияһы инструкторы. 1927—1931 йылдарҙа Башҡортостан үҙәк төбәк музейы мөдире. Сәйәси золом ҡорбаны.
- Карамова Лена Мирза ҡыҙы (1939), табип-профпатолог-ғалим, йәмәғәтсе. 1979—1997 йылдарҙа Өфө Хеҙмәт медицинаһы һәм кеше экологияһы ғилми-тикшеренеү институты директоры. Башҡортостан Республикаһы Фәндәр Академияһының мөхбир ағзаһы (1991), медицина фәндәре докторы (1986), профессор (1992), Башҡортостандың атҡаҙанған фән эшмәкәре (1992), Рәсәйҙең (2006) һәм Башҡорт АССР-ының (1985) атҡаҙанған табибы, Рәсәй Федерацияһы Дәүләт санитария эпидемиалогия хеҙмәтенең почётлы хеҙмәткәре (1995). «Почёт Билдәһе» (1981) һәм «Башҡортостан Республикаһында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн» (2014) ордендары кавалеры.
тулы исемлек
- Тришин Виктор Алексеевич (1949), педагог, композитор. Дүртөйлө балалар музыка мәктәбе уҡытыусыһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.
- Әхәт Мортазин (1959—13.03.2018), журналист, 1986—2018 йылдарҙа Башҡортостан радиоһы һәм телевидениеһы дикторы һәм тапшырыуҙар алып барыусыһы. Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2009).
- Сәйфуллина Эльвира Иҙрис ҡыҙы (1959), невролог-ғалим, рентгенолог. Медицина фәндәре докторы (2008). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы (2007) һәм һаулыҡ һаҡлау отличнигы (2007). Сығышы менән Ишембай ҡалаһынан.
Дөйөм исемлек[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 1855 йыл: Фёдор Куманин, Рәсәй империяһының театр тәнҡитсеһе, нәшерсе, драматург-тәржемәсе.
- 1895 йыл: Пол Брэгг, АҠШ диетологы, сәләмәт тормош хәрәкәтен башлаусы.
тулы исемлек
- 1905 йыл: Владислав Гомулка, Польшаның сәйәси эшмәкәре.
- 1911 йыл: Рональд Рейган, Америка Ҡушма Штаттарының 40-сы президенты.
- 1960 йыл: Игорь Матвиенко, СССР һәм Рәсәй музыканты, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған артисы (2020).
- 1945 йыл: Ғәлиев Әлмөхәмәт Бикмөхәмәт улы, хәрби хеҙмәткәр, гвардия капитаны, уҡсылар полкының батальон командиры урынбаҫары.
- 2019 йыл: Кәбир Аҡбашев, яҙыусы, шағир, драматург һәм тәржемәсе.