Флоча Виорел Михайлович

Флоча Виорел Михайлович (1974 йылдың 6 феврале, СССР) — хәрби, эске эштәр органдары һәм юғары мәктәп хеҙмәткәре, полиция полковнигы. 2022 йылдың сентябренән Рәсәй Эске эштәр министрлығының Өфө юридик институты начальнигы[1]. Ҡул һуғышы буйынса Рәсәйҙең спорт мастеры[2].

Ике Ҡыҙыл Байраҡ орденлы Рязань юғары һауа-десант команда училищеһын һәм Рәсәй Эске эштәр министрлығы Мәскәү университетының Рязань филиалын тамамлаған[3].

Биографияһы

Виорел Михайлович Флоча 1974 йылдың 6 февралендә тыуған[3].

2011—2015 йылдарҙа – Рәсәй Эске эштәр министрлығының Мәскәү университеты Рязань филиалының тактик-махсус, ут һәм физик әҙерлек кафедраһы етәксеһе[2].

Артабанғы йылдарҙа Рәсәй Эске эштәр министрлығының Түбәнге Новгород академияһы начальнигы урынбаҫары (хеҙмәтте ойоштороу буйынса), академияның Ғилми советы ағзаһы[2].

2025 йылдың сентябренән — Рәсәй Эске эштәр министрлығының Өфө юридик институты начальнигы[1][4].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

• Ҡул һуғышы буйынса Рәсәйҙең спорт мастеры; [2]

Иҫкәрмәләр

  1. 1 2 Личному составу Уфимского юридического института МВД России представлен новый начальник. Официальный сайт Министерства внутренних дел Российской Федерации (9 сентябрь 2022). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 15 июль 2025.
  2. 1 2 3 4 Флоча Виорел Михайлович биография. Сайт Биографии известных людей. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 15 июль 2025.
  3. 1 2 Радий Хабиров встретился с новым начальником Уфимского юридического института. ИА «Башинформ» (14 сентябрь 2022). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 15 июль 2025.
  4. Уфимский юридический институт Министерства внутренних дел Российской Федерации (ФГКОУ ВО УЮИ МВД России). Официальный сайт. Главная → Институт → Руководство  (рус.)  (Тикшерелеү көнө: 15 июль 2025)