Взвод
Взвод — күпселек дәүләттәрҙең ҡораллы көстәрендәге хәрби подразделение. Ойоштороу йәһәтенән рота һәм батарея составына инә. Айырым взводтарҙың үҙаллы штаттар менән шулай уҡ хәрби частар, берләшмәләр һәм учреждениелар составына инеүе мөмкин.
Функциональ тәғәйенләнеше буйынса мотоуҡсылар (мотопехота), пехота, парашют-десант, танк, артиллерия, танкка ҡаршы, разведка, элемтә, идара итеү, комендант, көйләү, медицина-санитар, хужалыҡ, тәьмин итеү, хеҙмәтләндереү һәм башҡа взводтары бар[1].
Составы һәм командованиеһы
Рәсәй империяһында тәүге взводтар рота, эскадрон һәм батареяның структур өлөшө булараҡ XVII быуат аҙағында башта пехота һәм кавалерияла, һуңыраҡ артиллерияла ойошторола. Ғәскәрҙәрҙең танк, һауа-десант кеүек яңы төрҙәрен булдырыу һәм инженер, элемтә, тимер юл ғәскәрҙәрен үҙ эсенә алған хәрби һәм тыл тәьминәте ғәскәрҙәрен артабан камиллаштырыу барышында взводтар уларҙың структураһының состав өлөшө булып китә.
Совет Армияһының хәрби подразделениеларындағы мотоуҡсылар, танк, артиллерия һәм парашют-десант взводтары өсәр отделениенан тора[2]
Иҫкәрмәләр
- ↑ Коллектив авторов. статья «Взвод» // Военная энциклопедия / Под ред. П.С. Грачёва]]. — М.: Воениздат, 1994. — Т. 2. — С. 85. — 544 с. — 10 000 экз. — ISBN 5-203-00299-1.
- ↑ Коллектив авторов. Раздел «Motorized rifle regiment structure» // Field Manual No. 100-2-3 «The Soviet Army:Troops, Organization, and Equipment» / Под ред. Carl E. Vuono. — Вашингтон: US Government Printing Office, 1991. — С. 32—66. — 456 с.
Әҙәбиәт
- Взвод // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
- Взвод // Военная энциклопедия : в 18 т. / под ред. В. Ф. Новицкого и др.. — СПб. : Товарищество И. Д. Сытина, 1911—1915.
- Взвод // Великий князь — Восходящий узел орбиты. — М. : Большая российская энциклопедия, 2006. — С. 242. — (Большая российская энциклопедия : [в 35 т.]; vol. 2004—2017, вып. 5). — ISBN 5-85270-334-6.