Карамова Лена Мирза ҡыҙы

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Ғилми дәрәжә медицина фәндәре докторы[d]
Уҡыу йорто
Гражданлығы
Заты ҡатын-ҡыҙ
Тыуған көнө 6 февраль 1939({{padleft:1939|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:6|2|0}}) (85 йәш)
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
«Почёт Билдәһе» ордены
ВДНХ-ның бронза миҙалы Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған врачы
Һөнәр төрө учёная
Тыуған урыны

Карамова Лена Мирза ҡыҙы (6 февраль 1939 йыл) — ғалим-табип-профпатолог, юғары мәктәп уҡытыусыһы, йәмәғәт эшмәкәре. 1979—1997 йылдарҙа Өфө Хеҙмәт медицинаһы һәм кеше экологияһы ғилми-тикшеренеү институты директоры. Башҡортостан Республикаһы Фәндәр Академияһының мөхбир ағзаһы (1991), медицина фәндәре докторы (1986), профессор (1992), Башҡортостандың атҡаҙанған фән эшмәкәре (1992), Рәсәйҙең (2006) һәм Башҡорт АССР-ының (1985) атҡаҙанған табибы, Рәсәй Федерацияһы Дәүләт санитария эпидемиалогия хеҙмәтенең почётлы хеҙмәткәре (1995). «Почёт Билдәһе» (1981) һәм «Башҡортостан Республикаһында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн» (2014) ордендары кавалеры.

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Лена Мирза ҡыҙы Карамова[1] 1939 йылдың 6 февралендә Башҡорт АССР-ының Балтас районы Иҫке Балтас ауылында тыуған.

1962 йылда Башҡорт дәүләт медицина институтын тамамлай. Институттан һуң Учалы ҡала дауаханаһында табип (1962—1966), Балтас үҙәк район дауаханаһының баш табибы (1966—1969), Өфө ҡалаһының Киров районы тубдиспансеры табибы (1969—1970); 1973 йылдан алып Өфө Хеҙмәт медицина һәм кеше экологияһы ғилми-тикшеренеү институтында: бүлек мөдире, 1974 йылдан — алып өлкән ғилми хеҙмәткәр, 1979 йылдан — директор, 1997 йылдан алып баш ғилми хеҙмәткәр, бер үк ваҡытта 1975—1979 йылдарҙа — Медицина хеҙмәткәрҙәре профсоюзының Башҡортостан өлкә комитеты рәйесе. 1989—1998 йылдарҙа — БДМУ-ла уҡыта.

1970—1973 йылдарҙа 1-се Ленинград медицина институтында һаулыҡ һаҡлау һәм социаль гигиенаны ойоштороу буйынса аспирантурала уҡый. 1973 йылда «Гинекологик ауырыусанлығы һәм уның янында медицина ярҙам күрһәтеү ойоштороу» темаһына кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлай. 1986 йылда «Нефть эшкәртеү сәнәғәтендә фәнни-техник прогресс, уның эшселәрҙең сәләмәтлегенә йоғонто яһауы» темаһына докторлыҡ диссертацияһын яҡлай.

1991 йылда Л. Карамова Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының ағза-корреспонденты итеп һайлана.

Карамованың фәнни тикшеренеүҙәре хеҙмәт шарттарына яраҡлышыу проблемаларына, һөнәри ауырыуҙарҙы башланғыс стадияларында диагностикалау критерийҙарын, профессиональ хәүефтең һаулыҡҡа зарарлығын баһалау ысулдарын эшләүгә һәм нефтехимия сәнәғәте һәм химия сәнәғәтендә эшләүҙең һаулыҡ өсөн хәүефһеҙ стажын эре сәнәғәт һәм ауыл хужалағы предприятиелары урынлашҡан төбәктәрҙә медицина экологияһының фәнни нигеҙҙәрен билдәләүгә арналған.

Карамова тарафынан махсус профпатологик медицина ярҙамын ойоштороу принциптарын, насар һәм зарарлы хеҙмәт шарттарында эшләү өсөн профессиональ һайлап алыу һәм яраҡлылыҡ критерийҙары, сәнәғәт предприятиелары эшселәренең һаулыҡ торошон күҙаллау һәм уға идара итеүҙең автоматлаштырылған системаһыһының принциптары һәм нигеҙҙәре эшләнә.

Карамованың тикшеренеү һөҙөмтәләре Рәсәй һәм республика кимәлендә 90-ға яҡын норматив һәм методик документ төҙөгәндә файҙалынған.

Карамова Л. М. медицина өлкәһендә фәнни мәктәп булдырған. Уның уҡыусылары араһында бер фән докторы һәм туғыҙ кандидат бар.

Хеҙмәттәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Карамова Лена Мирза ҡыҙы — 470-кә яҡын фәнни хеҙмәт һәм 5 уйлап табыу авторы.

  • Руководство по проф заболеваниям. М. Под ред. Н. Ф. Измерова (1983 и 1996)
  • Руководство по гигиене труда. М под ред. Н. Ф. Измерова (1987)
  • Социально-гигиенические аспекты здоровья рабочих НПЗ, Уфа. Под ред. Л. М. Карамовой (1990)
  • Нефть и здоровье, Уфа. Под ред. Л. М. Карамовой (1993)
  • Методические основы и система критериев для назначений льготных пенсий по условиям труда, соавт. М (1995)
  • Медико-биологические последствия диоксинов. Уфа. Под ред. Л. М. Карамовой (2002)
  • Западный Башкортостан: экология и безопасность жизнедеятельности. соавт. Уфа (2003)

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

БАССР-ҙың Юғары Советы Президиумының Почёт грамотаһы (1989, 1994). Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең Почёт грамотаһы (2004). ВДНХ бронза миҙалы (1986, 1988). «Почёт Билдәһе» ордены (1981). «Башҡортостан Республикаһында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн» ордены (2014). «Хеҙмәт ветераны» миҙалы (1987). «Ленинград блокадаһынан сығыу» миҙалы (2004).

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. КАРАМОВА Лена Мирзаевна. Дата обращения: 2 февраль 2013. Архивировано 13 февраль 2013 года. 2013 йылдың 13 февраль көнөндә архивланған.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Кто есть кто в Республике Башкортостан. Уфа: Башкортостан, 1995

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]