Бәшәрова Гүзәл Рәдис ҡыҙы
Ғилми дәрәжә | медицина фәндәре докторы[d] и профессор |
---|---|
Гражданлығы | |
Заты | ҡатын-ҡыҙ |
Уҡыу йорто | |
Тыуған көнө | 6 май 1966 (59 йәш) |
Һөнәр төрө | терапевт, преподавательница университета |
Тыуған урыны | |
Эш урыны |
Бәшәрова Гүзәл Рәдис ҡыҙы (6 май 1966 йыл) — терапевт. Медицина фәндәре докторы (1999), профессор (2008)[1][2].
Биографияһы
Бәшәрова Гүзәл Рәдис ҡыҙы 1966 йылдың 6 майында Башҡорт АССР-ының, хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Учалы ҡалаһында тыуған. 1989 йылда Башҡорт дәүләт медицина университетының дауалау факультетын «терапия» һөнәре буйынса тамамлай. Шул уҡ йылда Хеҙмәт медицина һәм кеше экологияһы ғилми тикшеренеү институтында хеҙмәт юлын башлай, 1999 йылдан алып өлкән ғилми хеҙмәткәр, 2000 йылдан башлап Башҡорт дәүләт медицина университетында уҡыта. Табиптарҙың поликлиника терапияһы, хеҙмәткә яраҡһыҙлыҡты экспертизалау буйынса белемен камиллаштырыу һәм квалификацияһын күтәреү буйынса уҡыуҙар үткәрә. 2011 йылда Башҡортостан Республикаһы һаулыҡ һаҡлау министрлығының Почет грамотаһы менән бүләкләнә[1][3].
Фәнни эшмәкәрлеге
Фәнни эшмәкәрлегенең төп йүнәлештәре — диоксиндарҙың кеше организмына тәьҫирен өйрәнеү буйынса фундаменталь тикшеренеүҙәр. Уның тарафынан хеҙмәт медицинаһында профессиональ хәүефте баһалау һәм идара итеүҙең концептуаль моделен, хеҙмәт шарттарын интеграль баһалауҙы, производствоға бәйле ауырыуҙарҙы таныү алгоритмын, һаулыҡҡа килтерелгән зыян миҡдарын иҫәпләүҙе үҙ эсенә алған стандарт эшләнгән[3]. Ике уйлап табыу (Способ определения степени зависимости болезни от работы. Патент № 2189589, 20.09.02; Способ определения экологически безопасного уровня содержания тяжелых металлов в крови человека. Патент № 2336532 20.10.08), 3 рационализаторлыҡ тәҡдиме (Приспособление для пережатия вены при заборе крови. № 244/2. 27.06.95; Программа для статистической обработки данных, полученных при медицинском обследовании. № 266/3. 17.09.98; Способ медицинского отбора рабочих на хлорорганическое производство. № 288 18.06.04;) авторы. Республика «Кто есть кто» китабына һәм "БР энциклопедияһы"на индерелгән[3].
Йәмәғәт эшмәкәрлеге
Йәмәғәт-фәнни эш алып бара: Башҡорт дәүләт медицина университетының йәмәғәтселек һаулығы һәм һаулыҡ һаҡлауҙы ойоштороу буйынса проблемалы комиссияһы ағзаһы, Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының медицина бүлеге ғилми Советы ағзаһы, Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының ғилми эштәр бойондороҡһоҙ эксперты. Диссертацион һәм фәнни-тикшеренеү эштәренең рецензенты һәм оппоненты булып сығыш яһай. Фәнни-практик конференцияларҙа әүҙем ҡатнаша[3].
Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре
— Башҡортостан Республикаһы һаулыҡ һаҡлау министрлығының Почет грамотаһы (2011)
— Медицина фәндәре докторы (1999)
Баҫылып сыҡҡан фәнни хеҙмәттәре
Баҫылып сыҡҡан 165 фәнни хеҙмәте, шул иҫәптән 3 монографияһы бар:
- Диоксины в научной литературе. (Уфа, 1997);
- Медико-биологические последствия диоксинов. (Уфа, 2002);
- Профессиональный риск для здоровья работников химических и нефтехимических производств. (Уфа, 2005)
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 Бәшәрова Гүзәл Рәдис ҡыҙы
- ↑ Башарова Гузель Радисовна 2021 йылдың 4 октябрь көнөндә архивланған.
- ↑ 1 2 3 4 Известные учёные
Һылтанмалар
- Бәшәрова Гүзәл Рәдис ҡыҙы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- Известные учёные
- Башарова Гузель Радисовна 2021 йылдың 4 октябрь көнөндә архивланған.