30 июль
30 июль — рәсми календарь буйынса йылдың 211-се (кәбисә йылында 212-се) көнө. Йыл аҙағына тиклем 154 көн ҡала.
| ← июль → | ||||||
| Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шм | Йк |
| 1 | 2 | 3 | 4 | 5 | ||
| 6 | 7 | 8 | 9 | 10 | 11 | 12 |
| 13 | 14 | 15 | 16 | 17 | 18 | 19 |
| 20 | 21 | 22 | 23 | 24 | 25 | 26 |
| 27 | 28 | 29 | 30 | 31 | ||
| 2026 йыл | ||||||
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
Тарихи ваҡиғалар
- 1932 йыл: Лос-Анджелеста 10-сы Олимпия уйындары башлана.
- 1972 йыл: Красноярск ГЭС-ы сафҡа индерелә.
Был көндә тыуғандар
- Юлдашев Әхнәф Әхмәт улы (1920—11.08.1988), тел белгесе-ғалим, төркиәтсе. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1950—1988 йылдарҙа СССР Фәндәр академияһының Тел ғилеме институты (Мәскәү) төрки һәм монгол телдәре бүлегенең өлкән ғилми хеҙмәткәре. Филология фәндәре докторы (1966), профессор (1967). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1970).
- Бродский Пётр Абрамович (1935—26.11.2010), инженер-ғалим. 1957 йылдан Бөтә Союз геология-разведка скважиналарын геофизик өйрәнеү ғилми-тикшеренеү һәм проект-конструкторлыҡ институты (Октябрьский ҡалаһы) инженеры, 1972—1977 йылдарҙа — директор урынбаҫары. Техник фәндәр докторы (1972), профессор] (1985). РСФСР-ҙың атҡаҙанған геологы (1986), Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре (1976), СССР-ҙың Дәүләт премияһы (1980), И. М. Губкин исемендәге премия (1983) лауреаты. Халыҡтар Дуҫлығы ордены кавалеры (1986). Сығышы менән Днепропетровск ҡалаһынан.
тулы исемлек
- Катков Николай Николаевич (1955), реаниматолог-табип. Өфө ҡалаһының 13-сө дауаханаһы табибы.Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы.
- Сурков Константин Александрович (1960), хәрби хеҙмәткәр, инженер-ғалим, 1-се ранг капитаны (1996). 1977 йылдан СССР, 1992—2010 йылдарҙа Рәсәй Хәрби-Диңгеҙ флоты хеҙмәткәре. Рәсәй Федерацияһы Геройы (2008). Техник фәндәр кандидаты (2008). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
- Тимерғәлин Илдар Сәғит улы (1960—8.02.2022), ауыл хужалығы һәм дәүләт органдары хеҙмәткәре, йәмәғәтсе. 2001 йылдан «Башсельхозтехника» предприятиеһының генераль директоры, 2014 йылдан – Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең Премьер-министр урынбаҫары, 2016—2018 йылдарҙа Стәрлетамаҡ районы «Рощинский» совхозы директоры. Башҡортостан Республикаһының өсөнсө (2003—2008), дүртенсе (2008—2013) һәм алтынсы (2018—2023) саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре һәм Почёт грамотаһы менән бүләкләнеүсе. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ишембай районы Петровский ауылынан.
- Баҙамшин Рәмил Шәүкәт улы (1980), автор-башҡарыусы, музыкант, режиссер, продюсер, эшҡыуар, йәмәғәтсе. 2023 йылдан Башҡортостан Республикаһының 7-се саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы (2019). Автор йырҙарының Илмән (2000), Грушинск (2000) һәм башҡа фестивалдәре лауреаты.
- Ғәниева Роза Шәрип ҡыҙы (1921—2013), башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарынан тәүге нефтсе. 1953—1988 йылдарҙа Башҡортостан нефть ғилми-тикшеренеү һәм проект институтының өлкән ғилми хеҙмәткәре. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры.
- Красавин Александр Павлович (1931—2011), тау инженеры-ғалим. 1977—2011 йылдарҙа Күмер сәнәғәтендә тирә-яҡ мөхитте һаҡлау ғилми-тикшеренеү һәм проект-конструкторлыҡ институты директоры һәм генераль директоры. Техник фәндәр докторы (1992), профессор (1998). Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре (1994). СССР Министрҙар Советы премияһы лауреаты (1985). Почёт ордены кавалеры (1998). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Белорет районы Үрге Әүжән ауылынан.
тулы исемлек
- Напалков Валентин Васильевич (1941—20.10.2021), математик-ғалим. 1971 йылдан СССР Фәндәр академияһы Башҡортостан филиалы Математика институтының ғилми хеҙмәткәре, 1988 йылдан — директоры, 2015 йылдан функциялар теорияһы бүлеге мөдире, бер үк ваҡытта 1972 йылдан Октябрҙең 40 йыллығы исемендәге Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы; 1991—1993 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының вице президенты, 2006—2011 йылдарҙа Физика-математика һәм техник фәндәр бүлегенең академик секретары. Рәсәй Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы (1990), Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының академигы (1991), физика-математика фәндәре докторы (1977), профессор (1980). II дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» орденының миҙалы менән бүләкләнеүсе (1999).
- Ғәлиев Фәһим Мансур улы (1956), ауыл хужалығы хеҙмәткәре. 1982—2008 йылдарҙа Саҡмағош районы Фрунзе исемендәге колхоздың Яңы Ҡалмаш комплекслы бригадаһы бригадиры. Башҡортостан Республикаһынаң атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (1997). Райондың почётлы гражданы (2006). Сығышы менән Яңы Ҡалмаш ауылынан.
- Ханова Зәйтүнә Ҡәнзәфәр ҡыҙы (1956), журналист, публицист. Башҡортостан Республикаһынаң атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1993).
- Пищаев Геннадий Михайлович (1927), СССР-ҙың опера һәм эстрада йырсыһы. Мәскәү филармонияһының һәм Ленинград Кесе опера һәм балет театрының элекке солисы. 1980 йылдан ГИТИС-тың вокал факультеты уҡытыусыһы. 1963 йылдан СССР Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы (1965), Дуҫлыҡ ордены кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Мәләүез районы Ергән ауылынан.
- Мищенко Игорь Тихонович (1937), ғалим-тау инженеры. 1961 йылдан Өфө нефть институты, 1967 йылдан — Мәскәү ҡалаһындағы хәҙерге И. М. Губкин исемендәге Рәсәй нефть һәм газ университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1988 йылдан нефть ятҡылыҡтарын эшкәртеү һәм эксплуатациялау кафедраһы мөдире, бер үк ваҡытта 1989—2012 йылдарҙа нефть һәм газ ятҡылыҡтарын эшкәртеү факультеты деканы. Техник фәндәр докторы (1984), профессор (1987). Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1997) һәм почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2000), Рәсәй Яғыулыҡ һәм энергетика министрлығының атҡаҙанған хеҙмәткәре (1998), СССР-ҙың юғары мәктәп отличнигы (1987), почётлы нефтсеһе (1990) һәм уйлап табыусыһы (1985). Ике тапҡыр Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте премияһы (1997, 2009), өс тапҡыр И. М. Губкин исемендәге премия (1998, 2002, 2006) лауреаты.
тулы исемлек
- Бикбулатова Нәзибә Хамай ҡыҙы (1942), хеҙмәт ветераны. 1967—1997 йылдарҙа «Башнефть» производство-сауҙа фирмаһы Дүртөйлө филиалының 4-се ашханаһы ашнаҡсы-бригадиры, 1969—1971 һәм 1973—1974 йылдарҙа — ашхана мөдире. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған сауҙа хеҙмәткәре (1979), Совет сауҙаһы отличнигы (1966), Рәсәй Яғыулыҡ һәм энергетика министрлығының атҡаҙанған хеҙмәткәре (1992). «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1974). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Шишмә районы Сәфәр ауылынан.
- Богомолов Евгений Георгиевич (1953—3.08.2018), Мәскәү өлкәһе Королёв ҡалаһында йәшәгән һәм эшләгән физик, радиоинженер, Википедия ирекмәне (Ҡатнашыусы:Qweasdqwe), Рус Википедияһында 3700-гә яҡын (башлыса Башҡортостанға ҡағылышлы) мәҡәлә яҙыусы, «Вики-Һабантуй 2015»-тә ҡатнашыусы. Сығышы менән Салауат ҡалаһынан.
- Борисов Иван Михайлович (1953), химик-ғалим. 1975 йылдан Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы, 2003 йылдан — химия факультеты деканы; 2008 йылдан М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының химия кафедраһы мөдире. Химия фәндәре докторы (2000), профессор (2009). Д. И. Менделеев исемендәге Бөтә Рәсәй химия йәмғиәте ағзаһы.
- Сахратов Роман Фәнис улы 1958), энергетик, йәмәғәтсе. 1994 йылдан «Яңауыл электр селтәрҙәре» предприятиеһы мастеры, 1995 йылдан — директоры, Яңауыл ҡала советының элекке рәйесе. Башҡортостандың хеҙмәтләндереү өлкәһенең атҡаҙанған хеҙмәткәре. Яңауыл районының почётлы гражданы (2020).
- Ефимова Аделаида Александровна (1929), рәссам. 1963—1984 йылдарҙа «“Ағиҙел” башҡорт сәнғәт әйберҙәре кәсебе» берекмәһе, 1994—1996 йылдарҙа Өфөләге «Горлица» предприятиеһы хеҙмәткәре. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған рәссамы (1979).
- Ҡудашев Рифҡәт Хөсәйен улы (1939), химик‑органик-ғалим. 1972 йылдан СССР Фәндәр академияһы Башҡортостан филиалының Органик химия институты хеҙмәткәре, шул иҫәптән 1977—1980 йылдарҙа директорҙың фәнни эштәр буйынса урынбаҫары; 1992 йылдан Башҡортостан ауыл хужалығы институты һәм Башҡорт дәүләт аграр университеты уҡытыусыһы. 2005 йылдан Журналистар союзы ағзаһы. Химия фәндәре докторы (1992), профессор (2001). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
тулы исемлек
- Маляренко Михаил Константинович (1949—25.07.2016), инженер-механик, йәмәғәтсе. 2007 йылдан Күмертау авиация етештереү предприятиеһының генераль директоры, 2009 йылдан — Директорҙар советы рәйесе. Башҡортостан Республикаһының 4-се саҡырылыш (2008—2013) Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған машина эшләүсеһе (2009). Сығышы менән хәҙерге Ставрополь крайының Кисловодск ҡалаһынан.
- Зилә Сөнғәтуллина (1949), опера йырсыһы, педагог, йәмәғәтсе. 1973—2009 йылдарҙа М. Йәлил исемендәге Татар дәүләт академия опера һәм балет театры солисы, бер үк ваҡытта 1983 йылдан — Н. Г. Йыһанов исемендәге Ҡазан дәүләт консерваторияһы уҡытыусыһы, вокал сәнғәте кафедраһы мөдире, профессор (1998). Рәсәй Федерацияһының (1995), Татар АССР-ының (1980) һәм Ҡарағалпаҡ АССР‑ының (1980) халыҡ артисы, Татарстандың Ғабдулла Туҡай исемендәге Дәүләт премияһы лауреаты (1984). Дуҫлыҡ ордены кавалеры (2009). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ҡыйғы районы Үрге Ҡыйғы ауылынан.
- Миронов Пётр Иванович (1959), педиатр-ғалим, анестезиолог‑реаниматолог. 1982—2001 йылдарҙа Республика балалар клиник дауаханаһы табибы, 1998 йылдан Башҡорт дәүләт медицина университеты уҡытыусыһы. Медицина фәндәре докторы (1998), профессор (2008). Башҡортостан Республикаһының һаулыҡ һаҡлау отличнигы (2011). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Бишбүләк районы Бишбүләк ауылынан.
- 1840 йыл: Александр Жохов, Рәсәй империяһы яҙыусыһы, публицист.
- 1863 йыл: Генри Форд, АҠШ сәнәғәтсеһе, «Форд» автомобилдәрен сығарыусы компанияны ойоштороусы.
тулы исемлек
- 1915 йыл: Иван Дмитриев, СССР һәм Рәсәйҙең театр һәм кино актёры, СССР-ҙың халыҡ артисы (1980).
- 1915 йыл: Пётр Монастырский, СССР һәм Рәсәй режиссёры, театр эшмәкәре, СССР-ҙың халыҡ артисы (1980).
- 1920 йыл: Николай Шундик, СССР яҙыусыһы, РСФСР-ҙың М. Горький исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1979).
- 1925 йыл: Антуан Дюамель, Франция композиторы.
- 1940 йыл: Клайв Синклер, Британияның электроник-инженеры, беренсе кеҫә калькуляторын һәм өй компьютерҙары серияһын уйлап табыусы.
- 1950 йыл: Габриэле Сальваторес, Италия кинорежиссёры, актёр һәм сценарист.
- 1970 йыл: Кристофер Нолан, АҠШ кинорежиссёры, сценарист һәм продюсер.
Был көндә вафат булғандар
- 2007 йыл: Бергман Ингмар, Швецияның театр һәм кино режиссёры.