Бишбүләк
Бишбүләк (рус. Бижбуляк) — Башҡортостан Республикаһында Бишбүләк районы[2] административ үҙәге ауыл. Шулай уҡ Бижбуляк ауыл Советы үҙәге.
Географик урыны
Бишбүләк ауылы Башҡортостан Республикаһының көньяҡ-көнбайышында, Бөгөлмә-Бәләбәй ҡалҡыулығының көньяҡ өлөшөндә, Ырымбур өлкәһе менән сиктәш урынлашҡан. Республиканың баш ҡалаһы Өфөнән 230 км, Приют тимер юл станцияһынан 33 км алыҫлыҡта урынлашҡан.
Ауыл Ҡорған йылғаһы буйында урынлашҡан. Ауыл аша Ҡырғыҙ-Миәкә-Бишбүләкк автомобиль юлы үтә. Биләмә Көньяҡ Уралдың урман-дала зонаһына ҡарай[3].
Тарихы
Бишбүләк ауылы 1760-сы йылдарҙа барлыҡҡа килә. Төп документ тип Нуғай даруғаһы Илек-Мең волосы башҡорттары старшина Илсеғол Таймасов етәкселегендә төҙөгән 1767 йылдың 18 майындағы килешеү һанала. Был килешеүгә ярашлы, башҡорттар Бишбүләк (Ҡорған-Менеүез йылғаһының үрге ағымында) тип аталған ата-баба ерҙәренең бер өлөшөн Василий Наумов етәкселегендәге яңы суҡындырылған сыуаштарға тапшыра.
Күсеп килеүселәргә (яҡынса 20 хужалыҡ) һөрөнтө ерҙәр, бесәнлектәр, урман ерҙәре булған ерҙәрҙе йылына 100 һум ҡуртымға «мәңгелеккә эйә булыу» хоҡуғы бирелә. 1770 йылда ошондай уҡ килешеү буйынса бында сыуаш крәҫтиәндәренең тағы бер төркөмө күсеп килә, был тораҡ пунктының үҫешенә булышлыҡ итә.
Шулай уҡ ҡасабаның 1640 йылда уҡ булыуы ихтимал тигән теория ла бар, әммә 1767 йыл йышыраҡ документлаштырылған нигеҙ һалыу йылы тип иҫәпләнә[4].
Ауылдың атамаһы башҡорт телендәге «биш бүләк» һүҙбәйләнешенән килеп сыҡҡан. «Биш» һәм бүләк — «урман участкаһы» йәки «ер бүлеү»[5]. һүҙҙәренән килеп сыҡҡан. Урындағы риүәйәткә ярашлы, нигеҙ һалыусылар ерҙәрҙе биш өлөшкә бүлгән, ауыл исеме шунан килеп сыҡҡан (тарихи сығанаҡтарҙа Шулай уҡ Пишпулек яҙылышы ла осрай)[6].
XVIII—XIX быуаттарҙа ауыл халҡының күпселеге сыуаштар була, ауылда шулай уҡ мордвалар, татарҙар, урыҫтар, башҡорттар ҙа теркәлгән.
Халыҡ ауыл хужалығы, умартасылыҡ, транспорт, ҡул эштәре (тегеү, сабата үреү) менән шөғөлләнгән. XIX быуат уртаһына ауылда мөһим социаль объекттар барлыҡҡа килә: 1863 йылда сиркәү төҙөлә, мәктәп, һыу тирмәндәре эшләй.
XX быуат башына Бишбүләк эре волость үҙәгенә әүерелә. 1906 йылда
- сиркәү;
- ике класлы приход мәктәбе;
- тимерлек;
- аҙыҡ-түлек магазиндары;
- иген келәте;
- волость хакимиәте булыуы билдәле.
Айырыуса белем биреүгә иғтибар була. 1893 йылдан ҡыҙҙар өсөн дини ведомство мәктәбе эшләй. XX быуат башында мәктәптә сыуаш һәм рус уҡыусылары уҡый.
1917 йылда халыҡ һаны 1372 кешегә етә. Ер биләмәләре тигеҙ бүленмәгән: ҡайһы бер хужалыҡтарҙың ҙур булмаған участкалары булған, ә ҡайһы берҙәре бөтөнләй ерһеҙ булған.
1917 йылғы революциянан һуң Бишбүләкк административ һәм ауыл хужалығы үҙәге булараҡ үҫешеүен дауам итә.
1929 йылда «Самана» колхозы, 1931 йылда «Бишбүляк» колхозы ойошторола, һуңынан «Я.Тельман колхозы» тип үҙгәртелә.
Ауыл район үҙәгенә әйләнә (1930 йылдан 1963 йылға тиклем һәм тағы ла 1965 йылдан). Совет осоронда социаль инфраструктура әүҙем үҫешә[6][3].
Халҡы
Инфраструктура
Бишбүләк — заманса инфраструктуралы үҫешкән административ үҙәк[6][3]:
- Мәғариф учреждениелары: 1-се, 2-се, 3-сө мәктәптәр, Бишбүләк ауылында Бәләбәй механизациялау һәм электрлаштырыу колледжы, 4 мәктәпкәсә белем биреү учреждениелары («Журавушка», «Улыбка», «Дюймовочка», «Умка»);
- Һаулыҡ һаҡлау: Үҙәк район дауаханаһы (ЦРБ);
- Мәҙәниәт: Район мәҙәниәт һарайы (7 үҙешмәкәр сәнғәт халыҡ коллективы эшләй), балалар ижады үҙәге, үҫмерҙәр клубы;
- Китапханалар: үҙәк район китапханаһы, балалар китапханаһы;
- Дин: мәсет, сиркәү;
- Спорт: «Батыр» спорт клубы, «Олимп» һәүәҫкәр хоккей командаһы, бассейлы «Парус» физкультура-һауыҡтырыу комплекс;
- Башҡа учреждениелар: Бишбүләк район тарихи-этнографик музейы, почта элемтәһе бүлексәһе, район элемтә үҙәге, Һаҡлыҡ Банкы һәм Россельхозбанк бүлексәләре, Эске эштәр бүлексәһе, энергия менән тәьмин итеүсе ойошмалар һәм башҡа предприятиелар.
Мәҙәниәт һәм туризм
Бишбүләк районы «Һыуырҙар һәм шишмәләр иле» буларыҡ билдәле. Районда Башҡортостан Республикаһында берҙән-бер «Һыуыр-байбаҡтар заказнигы» (яҡынса 15 мең гектар майҙанды биләй, 1989 йылда нигеҙ һалынған) бар, шулай уҡ 270-тән ашыу шишмә, 20 күл, 20 йылға, шул иҫәптән Ыҡ йылғаһы аға. Күп шишмәләр минералдарға бай һәм шифалы тип иҫәпләнә[6].
Ауылда һәм тирә-яғында түбәндәге тарихи-мәҙәни урындар урынлашҡан:
- Ватанды һаҡлаусыларға һәйкәл;
- Дүсән (Кәрим Хәкимов) һәм Айыт (Фатих Кәрим) ауылдарындағы музейҙар;
- Каменка ауылындағы Изге Деметрий Салоникский сиркәүе (XVIII быуат аҙағы, архитектура ҡомартҡыһы);
- Мәнәүез йылғаһы буйында эшләп килгән мини-гидроэлектр станцияһы (районда тәүгеләрҙән булып 1950 йылда төҙөлгән);
- Тарихи шишмәләр (шул иҫәптән Камилиашишмәһе, монах Иоанн шишмәһе һәм элекке Владимир монастыры янындағы изге шишмәләр)[6].
Транспорт
Иң яҡын тимер юл вокзалы — Приют станцияһы (40 км). Даими автобус бәйләнешә ауылды Өфө (көнөнә ике тапҡыр), Бәләбәй, Октябрьский һәм Ырымбург (Пономаревка аша) менән тоташтыра. Төп юл маршруттары Ҡырғыҙ-Миәкә-Бишбүләк төбәк шоссеһы буйлап үтә[3].
Билдәле шәхестәр
- Борисова, Валентина Васильевна — әҙәбиәт белгесе, филология фәндәре докторы;
- Миронов, Пётр Иванович — табип, медицина фәндәре докторы;
- Михеев, Владимир Александрович — үҫемлекселексе, ауыл хужалығы фәндәре кандидаты[3].
Галерея
Иҫкәрмәләр
- ↑ Городецкая И. Л., Левашов Е. А. Бишбүләк // Русские названия жителей: Словарь-справочник. — М.: АСТ, 2003. — С. 49. — 363 с. — 5000 экз. — ISBN 5-17-016914-0.
- ↑ Администрация Бижбулякского района (3 декабрь 2023). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 16 апрель 2026.
- ↑ 1 2 3 4 5 Бишбүляк. Энциклопедия: Населённые пункты Башкортостана. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 10 апрель 2026.
- ↑ Бижбуляк. Генеалогия и архивы. ufagen.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 10 апрель 2026.
- ↑ Хисаметдинова Ф. Г., Сиразитдинов З. А. Русско-башкирский словарь справочник названий населенных пунктов Республики Башкортостан. — Уфа: Китап, 2001. — С. 85. — 320 с. — 10 000 экз. — ISBN 978-5-88185-205-4.
- ↑ 1 2 3 4 5 Бижбуляк: в краю сурков и родников. 10 апрель 2026 тикшерелгән.
- ↑ https://bashstat.gks.ru/storage/mediabank/Оценка+численности+постоянного+населения+Республики+Башкортостан+на+1+января+2019+г+по+муниципальным+образованиям.pdf.
- ↑ https://bashstat.gks.ru/storage/mediabank/Оценка+численности+постоянного+населения+Республики+Башкортостан+на+1+января+2019+г+по+муниципальным+образованиям.pdf.
- ↑ https://bashstat.gks.ru/storage/mediabank/Оценка+численности+постоянного+населения+Республики+Башкортостан+на+1+января+2019+г+по+муниципальным+образованиям.pdf.
- ↑ https://bashstat.gks.ru/storage/mediabank/Оценка+численности+постоянного+населения+Республики+Башкортостан+на+1+января+2019+г+по+муниципальным+образованиям.pdf.
- ↑ https://bashstat.gks.ru/storage/mediabank/Оценка+численности+постоянного+населения+Республики+Башкортостан+на+1+января+2019+г+по+муниципальным+образованиям.pdf.
- ↑ Всероссийская перепись населения 2002 года. Том. 1, таблица 4. Численность населения России, федеральных округов, субъектов Российской Федерации, районов, городских поселений, сельских населённых пунктов - райцентров и сельских населённых пунктов с населением 3 тысячи и более.
- ↑ Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан.
- ↑ Таблица 5. Численность населения России, федеральных округов, субъектов Российской Федерации, городских округов, муниципальных районов, муниципальных округов, городских и сельских поселений, городских населенных пунктов, сельских населенных пунктов с населением 3000 человек и более.
- ↑ База данных «Этно-языковой состав населённых пунктов России» (2002) / Ю.Б. Коряков. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 10 апрель 2026. Архивировано 3 февраль 2019 года.
Әҙәбиәт
- Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с.— ISBN 978-5-87691-038-7. (рус.)
- Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий — Уфа: Китап, 2009. — 744 б. — ISBN 978-5-295-04683-4. (рус.)