Ҡасҡын (Бишбүләк районы)

Ҡасҡын (рус. Качкиново) — Башҡортостандың Бишбүләк районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 190 кеше[2]. Почта индексы — 452056, ОКАТО коды — 80212819003.

Халыҡ һаны

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Халҡы

Халҡы иҫәбе
2002[3]2009[3]2010[4]
243203190

2002 йылғы Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса, ауылдың төп халҡы — башҡорттар (98%)[5].

Географик урыны

  • Район үҙәгенә тиклем (Бишбүләк): 28 км
  • Ауыл советы үҙәгенә тиклем (Йылболаҡтамаҡ): 5 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Приютово): 67 км

Ауыл тарихы

1795 йылда Күл-Иле-Мең улусы Ҡасҡын ауылы 1795 йылғы V ревизияла иҫәпкә алынмаған. Ауыл XVIII быуаттың аҙағында барлыҡҡа килә. 1812 йылда бында (Ырымбур өйәҙе) 9-сы башҡорт кантонынан (Ырымбур өйәҙе) 5 ғаилә күсә. Ғаилә башлыҡтарының һәм уларҙың улдарының исемдәрен атайбыҙ: Айсыуаҡ Алдаҡаев, улдары: Аҡбулат, Бикбулат, Килмөхәмәт ;Аҡкөсөк Айсыуаҡов, улы Баймөхәмәт ; Аҡкилде Айсыуаҡов, улы Абдулхызыр; Зәйләү Шоңҡаров, улдары: Шырлыҡура, Атригун; Аҫылғужа Зәйлиев, улдары — Йомағужа, Байғужа.
1816 йылда бында 92, 1834 йылда — 152, 1859 йылда — 187, 1870 йылда — 287, 1917 йылда — 378, 1920 йылда 438 башҡорт иҫәпкә алынған.
1843 йылда 152 башҡортҡа 32 бот ужым һәм 336 бот яҙғы иген сәселгән. Тирмән булған. 1917 йылда 62 йорттоң 681 дисәтинә һөрөнтө ерҙәре булған, шул иҫәптән 23-ө — 4 дисәтинәгә тиклем, 20-һе — 10 дисәтинәгә тиклем, 6-һы — 15 дисәтинәнән ашыу.[6]

Ауылы тураһында балалар ижады

Тыуған ауылым


 
Зөлфиә Ғәлиева[7]

Сығанаҡтар

  1. https://www.webcitation.org/6Rxi3K6iw?url=http://bashstat.gks.ru/wps/wcm/connect/rosstat_ts/bashstat/resources/2f055a804e303140ba45fe3bf8d20d64/%D0%A7%D0%B8%D1%81%D0%BB%D0%B5%D0%BD%D0%BD%D0%BE%D1%81%D1%82%D1%8C+%D0%BD%D0%B0%D1%81%D0%B5%D0%BB%D0%B5%D0%BD%D0%B8%D1%8F+%D0%BF%D0%BE+%D0%BD%D0%B0%D1%81
  2. Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник.  (рус.)
  3. 1 2 Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан ВПН-2002 и 2009
  4. Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 20 август 2014. Архивировано 20 октябрь 2013 года.
  5. Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан — приложение в формате Excel 2016 йылдың 4 март көнөндә архивланған..
  6. Асфандияров А.З «История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий» стр.462 2020 йылдың 3 март көнөндә архивланған.
  7. "Аҡбуҙат", 2014,№10 [1](недоступная ссылка)

Видео

YouTube сайтында Видео История деревни Каскиново Ҡасҡын Бижбулякского района Башкортостана 2010г

Тема буйынса өҫтәмә