Мәнәүез-Мәскәү


Мәнәүез-Мәскәү (рус. Менеуз-Москва) — Башҡортостандың Бишбүләк районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 261 кеше[2]. Почта индексы — 452045, ОКАТО коды — 80212840004.

Халыҡ һаны

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль ( 26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь 261 116 145 44,4 55,6

Географик урыны

  • Район үҙәгенә тиклем (Бишбүләк): 47 км
  • Ауыл советы үҙәгенә тиклем (Ҡушйылға): 6 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Аксаково): 31 км

Ауыл тарихы

Мәнәүез-Мәскәү ауылына, 1782 йылдың 20 июлендәге Иликей-Мең олоҫо башҡорттарының килешеүе буйынса, керҙәшлек нигеҙендә, типтәрҙәр нигеҙ һалған. Атамалары: беренсеһе — гидронимдан — йылғанан, икенсеһе — антропонимдан, был олоҫтоң абруйлы аҫабаһы Москов Зәйет исеменән килеп сыҡҡан. Бында шулай уҡ Пермь губернаһы Гәйнә улусы башҡорттары йәшәгән. 1859 йылда Коян (Тасим) ауылынан шуларҙың 70-е була. 1783 йылда бында 33, 1795 йылда — 39 типтәр иҫәпләнә, 25 яһаҡ түләүсе татарҙар, 34 башҡорт (17 ихатанан) йәшәй, 1834 йылда — 66 типтәр, 35 дәүләт крәҫтиәне, 55 башҡорт, 1859 йылда — 109 типтәр һәм 70 башҡорт иҫәптә тора. 1870 йылда — 281 припущенник, 1920 йылда — 769 типтәр, татарҙар. Башҡорттар ҙа булырға тейеш. 1843 йылда 55 башҡортҡа ни бары 48 бот ужым ашлығы һәм 200 бот яҙғы ашлыҡ сәселә.[3]

Тема буйынса өҫтәмә