Уҫаҡкисеү


Уҫаҡкисеү (рус. Усак-Кичу) — Башҡортостан Республикаһының Бишбүләк районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә халыҡ һаны 767 кеше булған[2]. Почта индексы — 452044, ОКАТО коды — 80212825001.

Халыҡ һаны

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль ( 26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь 767 405 362 52,8 47,2

Географик урыны

  • Район үҙәгенә тиклем (Бишбүләк): 24 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Аксеново): 20 км

Ауыл тарихы

Яңы Васильевка (Мәҡсүт,Ҡананйылға, Уҫаҡ-Кисеү) ерле типтәр халҡы йәшәгән Иҫке Васильевка (хәҙерге Башҡортостандағы Әлшәй районы) ауылынан саҡ ҡына һуңыраҡ барлыҡҡа килгән. Ә шулай ҙа 1746 йылдың 29 авгусында Өфө губерна канцелярияһында, шулай уҡ ерле халыҡтың сығышы тураһында яҙмалар булған. Өфө губерна канцелярияһының 1779 йылдың 5 мартындағы указы менән, типтәрҙәр бүлендек ауылда үҙҙәренең йәшәү ерҙәрен булдыралар. Илекәй-Мең улусы башҡорттарының 1782 йылдың 20 мартындағы килешеүе буйынса,керҙәштәр ҡабул ителә, шунлыҡтан йәшәү урындары тағы ла ҙурая.1814 йылдың 5 июлендәге Илекәй- Мең халҡы килешеүе буйынса татарҙарҙан дәүләт крәҫтиәндәре ҡабул ителә. 1783 йылда — 104, 1795 йылда — 108 типтәр, 17 башҡорт, 1834 йылда — 230 типтәр, 200 дәүләт крәҫтиәне, 1859—405, 1870 йылда — 436, 1920 йылда — 1337 типтәр (хаталы рәүештә) башҡорттар тип атала. XIX быуат аҙағында мәсет, ундағы мәктәп, шулай уҡ 2 тирмән яҙып алынған.[3]

Билдәле шәхестәре

Тема буйынса өҫтәмә