Мансуров Зөфәр Хәйретдин улы
Мансуров Зөфәр Хәйретдин улы | |
---|---|
Тыуған көнө | 15 март 1909 (116 йәш) |
Эшмәкәрлек төрө | яҙыусы |
Мансуров Зөфәр Хәйретдин улы (15 март 1909 йыл — 4 октябрь 1942 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған журналист, шағир, прозаик һәм тәржемәсе. СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы.
Биографияһы
Зөфәр Хәйретдин улы Мансуров 1909 йылдың 15 мартында Өфө губернаһы Бәләбәй өйәҙе Яңы Васильевка ауылында[1] тыуған[2].
1921—1925 йылдарҙа тыуған ауылындағы башланғыс мәктәптә, артабан Бишбүләк ауылындағы 2-се баҫҡыс мәктәбендә уҡый. Бында ул комсомол сафына ҡабул ителә.
1928 йылда Бәләбәй педагогия техникумына уҡырға инә, әммә коллективлаштырыу һәм кулактарға ҡаршы көрәш башланған осорҙа техникумдан ҡыуыла[3].
Социаль яҡтан бер ниндәй ҙә кире нәмә асыҡланмағас, 1932 йылда Зөфәр Мансуров хәрби хеҙмәткә саҡырыла, уны Урта Азияла сик буйы ғәскәрҙәрендә үтә, кесе командир була[3].
1934 йылдан — Куйбышев тимер юлының «Дим—Ишембай» участкаһы төҙөлөшөндә эшләй.
Артабан журналистика өлкәһендә эшләй, атап әйткәндә 1935 йылдан — «Коммуна» (хәҙерге «Ҡыҙыл таң»)[3], 1937 йылдан «Водник Башкирии» гәзиттәре хеҙмәткәре була[2].
1937 йылда Бәләбәй педагогия училищеһына ҡабаттан инә, бында сит телдәр бүлегендә уҡый. 1939 йылда был бүлек тулы составында Өфөгә, К. А. Тимирязев исемендәге Башҡорт педагогия институтына күсерелә. Зөфәр Мансуров француз һәм немец телдәрен өйрәнә. Уҡыу отличнигы була[4]. Пединститутты 1941 йылда тамамлай.
Бөйөк Ватан һуғышы башланғас та, фронтҡа китеү теләге менән военкоматҡа бара, егетте хәрби училищеға ебәрәлә. Уны лейтенант булып тамамлай һәм хәрәкәт итеүсе армияға юллана. Уҡсылар полкы штабы начальнигы ярҙамсыһы вазифаһында хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнаша. 1942 йылдың 4 октябрендә Ленинград өлкәһендә барған бер алышта һәләк була, Чуд районының Коломка ауылында ерләнә[5].
Әҙәби эшмәкәрлеге
Зөфәр Мансуровтың әҫәрҙәре 1934 йылда матбуғатта баҫыла башлай. 1941 йылда «Салют» исемле тәүге шиғри йыйынтығы донъя күрә. Уға совет ил сиге һаҡсыларының хәрби хеҙмәтен һәм көндәлек тормошон һүрәтләгән «Сүлдәр эсендә» поэмаһы, шиғырҙар, шулай уҡ Францияның сатирик шағиры һәм йыр текстары авторы Пьер-Жан де Беранженың (1780—1857) тәржемә ителгән әҫәрҙәре ингән.
Китаптары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Салют. Шиғырҙар һәм тәржемәләр. Өфө, 1941 йыл
- «Сүлдәр эсендә» исемле поэмаһы һәм шиғырҙары («Йыр сафта ҡала» коллектив йыйынтыҡта, Өфө, 1960 йыл).
Ҡара йөҙҙәр бөтмәҫ һәм төкәнмәҫ
Асыу ҡаҡлай икән илемә;
Сәғәт, минут һайын ынтыла икән
Тап һалырға Совет еремә.
Ҡояш яҡтыһылай илебеҙҙе
Ҡанлы күҙҙәр көн дә күрәләр,
Тик ҡорос стенаны үтәлмайҙар,
Юлдар ҡыҙыу сиккә терәлә!
Хәтер
- Зөфәр Мансуровтың исеме Өфөләге Матбуғат йортонда ҡуйылған мемориаль таҡтаташта мәңгеләштерелгән (1985).
- Өфөлә Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге милли китапханала Башҡорт дәүләт университеты талиптары өсөн башҡорт шағир-фронтовиктарына бағышланған «Һеҙҙең ҡаһарманлыҡ — мәңгегә беҙҙең йөрәктәрҙә» исемле әҙәби композиция формаһындағы асыҡ дәрес үтте (2015). Талиптар ябай уҡыусыға билдәһеҙ булған, Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған әҙиптәр тураһында йөкмәткеле докладтар әҙерләне. Сығыштарҙа Ғәли Әхмәти, Зиннәт Ҡотип, Хөрмәт Хәйри, Әхмәт Шакири, Нур Исмағилов, Сабир Кинйәкәй менән бер рәттән Зөфәр Мансуровтың исеме лә яңғыраны[6].
Иҫкәрмәләр
- ↑ Хәҙер Башҡортостан Республикаһының Бишбүләк районы Уҫаҡкисеү ауылы
- ↑ 1 2 «Башҡортостан» төбәк интерактив энциклопедик порталы. МАНСУРОВ Зөфәр Хәйретдин улы (Тикшерелеү көнө: 14 март 2024)
- ↑ 1 2 3 Поэты-фронтовики Башкортостана. ЗУФАР МАНСУРОВ (рус.) (Тикшерелеү көнө: 14 март 2024)
- ↑ Музейное объединение муниципального района Бижбулякский район Республики Башкортостан. Официальный сайт. Зуфар Хайретдинович Мансуров – журналист, поэт, патриот, член Союза писателей СССР (Тикшерелеү көнө: 14 март 2024)
- ↑ Союз поискового движения ПФО «Никто не забыт». Официальный сайт. Память и гордость в сердцах поколений > Имена победы: Мансуров Зуфар Хайретдинович (рус.) (Тикшерелеү көнө: 14 март 2024)
- ↑ [1] 2019 йылдың 6 июль көнөндә архивланған.
Әҙәбиәт
- Поэты-фронтовики Башкортостана. 70-ЛЕТИЮ ПОБЕДЫ ПОСВЯЩАЕТСЯ
Һылтанмалар
- Мансуров Зөфәр Хәйретдин улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 14 март 2024)
- [2] УЛАР ЕҢЕҮ ӨСӨН ҮЛДЕЛӘР.
- [3] 2019 йылдың 6 июль көнөндә архивланған. Открытый урок, посвященный творчеству писателей-фронтовиков.