Сатира

Сатира (латинса satira) — мәрәкә һәм мәҙәктең (комизмдың) сәнғәттә әсе һәм үткер сағылышы. Беҙҙең әйләнә-тирәләге төрлө (башлыса кире) күренештәрҙе күп яҡлы көлдөргөс һәм көлкө саралар: сарказм, ирония, гипербола, гротеск, аллегория, пародия һәм башҡалар ярҙамы менән һәм поэтик кәмһетеү аша фаш итеү жанры. Унда Гораций, Персий, бигерәк тә Европа классицизмы өсөн уның иң һуңғы формаһын билдәләгән Ювенал әле лә һоҡланырлыҡ уңыштарға ирешә. Сәйәси сатира жанрына Аристофандың Афиналағы халыҡ власы тураһындағы әҫәрҙәре туранан-тура йоғонто яһай.

Сатирала юмор тура тәнҡитте йомшартыу өсөн ҡулланыла, юғиһә сатира вәғәз төҫө алыр ине. Был сатирик әҫәрҙәрҙең тәүгеләре өсөн үк хас күренеш.

Этимология

«Сатира» (француз телендәге «satire», латин телендәге «satira», боронғораҡ формаһы — «satura») үҙләштерелгән һүҙ — аллаларға йыл һайын алып барылған төрлө аш-һыу менән тулы табаҡ; десерт; ҡатнашма, шиғри ҡатышма; күсмә мәғәнәһе: ҡатышма, ваҡ-төйәк.

Әҙәби әһәмиәте

Үҙенең тарихи сығышы яғынан Боронғо Рим әҙәбиәтендә «сатира» — ул поэтик әҫәр, әҙме-күпме әһәмиәтле күләмле лирик шиғыр. Унда беҙ айырым типик заттарҙың йәки күренештәр һәм заттарҙың киң бер төркөмө үҙенсәлектәрен һәм сифаттарын әҙме-күпме кире яҡтан йәки ҡаты ғәйепләп һәм нәфрәт менән һүрәтләүҙе күрәбеҙ. Әҫәрҙең һөжүм һәм фаш итеү йөкмәткеһе яғынан сатиранан памфлет һәм пасквиль айырылып тора; һуңғыһы авторҙың теге йәки был заттарға һөжүм итеүе һәм уларҙы фаш итеүендә ниәттәренең мораль бысраҡлыҡтары менән характерлана. Ә памфлет — ҡайһы бер осраҡта тик публицистик сығыш, әммә ул айырым заттарға ҡаршы яуаплы ирекле һүҙ бейеклегендәге художестволы сатира.

Грек-рим доньяһы

undefined
undefined

Фарсы һәм әзербайжан сатираһы

undefined

Инглиз сатираһы

undefined

Америка сатираһы

undefined

Хәҙерге көнбайыш сатираһы

undefined

Тәнҡитле моменттар

undefined

Рәсәй империяһында сатира

undefined

Хәҙерге Рәсәйҙә сатира

undefined

Иҫкәрмәләр

  1. «A Million Little Fibers» на TV Squad 2019 йылдың 18 ноябрь көнөндә архивланған.

Әҙәбиәт

  • Стенник Ю. В. Русская сатира XVIII века / Отв. ред. Г. Н. Моисеева. Институт русской литературы (Пушкинский Дом) АН СССР. — Л.: Наука, Ленингр. отд-ние, 1985. — 364 с. — 5 300 экз.Стенник Ю. В. Русская сатира XVIII века / Отв. ред. Г. Н. Моисеева. Институт русской литературы (Пушкинский Дом) АН СССР. — Л.: Наука, Ленингр. отд-ние, 1985. — 364 с. — 5 300 экз.

Һылтанмалар



Был — әҙәбиәт тураһында тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ, мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып, РУВИКИ проектына ярҙам итә алаһығыҙ..

Категориялар