23 август
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
Ер:
- «Һөйгәнеңде ҡосаҡла» көнө.
Рәсәй Федерацияһы:
- Хәрби дан көнө: Совет ғәскәрҙәренең Курск дуғаһындағы еңеүе.
АҠШ:
- Бисквит көнө.
Тарихи ваҡиғалар
- 1919 йыл: Муса Мортазиндың Айырым башҡорт кавалерия бригадаһы Ҡыҙыл Армия яғына күсә.
- 1942 йыл: Бөйөк Ватан һуғышында Сталинградты обороналау башланған көн.
тулы исемлек
- 1943 йыл: Рәсәйҙең Хәрби дан көнө: Совет ғәскәрҙәренең Курск дуғаһындағы еңеүе. Был ваҡиға Бөйөк Ватан һуғышы барышына һынылыш бирә.
- 1944 йыл: Хәҙерге Молдованың баш ҡалаһы Кишинёв фашист илбаҫарҙарынан азат ителә.
- 1955 йыл: Череповецк металлургия заводы эшләй башлай.
- 1960 йыл: Өфөнөң Ленин исемендәге майҙанында В. И. Ленинға һәйкәл асыла.
- 2011 йыл: Илеш районы Бишҡурай ауылы урта мәктәбенә ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәев исеме бирелә.
Был көндә тыуғандар
- Минһажетдинова Лира Нәбиулла ҡыҙы (1935—20.02.2024), терапевт-ғалим, кардиолог, йәмәғәтсе. 1967 йылдан Башҡорт дәүләт медицина институты һәм 1995 йылдан Башҡорт дәүләт медицина университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1984—2003 йылдарҙа госпиталь терапияһы кафедраһы мөдире. 1984—1998 йылдарҙа Кардиологтарҙың Башҡортостан йәмғиәте рәйесе. Медицина фәндәре докторы (1984), профессор (1984). Рәсәй Федерацияһының (1996) һәм Башҡорт АССР-ының (1990) атҡаҙанған фән эшмәкәре, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы (1995), Рәсәйҙең почётлы кардиологы (2007). Тереғоловтар нәҫеленән.
- Рабинович Михаил Исакович (1940—9.01.2021), театр режиссёры. 1983 йылдан хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Рус дәүләт академия драма театры режиссёры, 1985 йылдан — баш режиссёр, 1998—2016 йылдарҙа — художество етәксеһе. Башҡорт АССР-ының 10-сы (1980—1985) һәм 11-се (1985—1990) саҡырылыш Юғары Советы депутаты. 1980 йылдан СССР Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. Рәсәй Федерацияһының (1999) һәм Башҡорт АССР-ының (1988) атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре. «Башҡортостан Республикаһында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн» (2020) һәм Халыҡтар дуҫлығы (2015) ордендары кавалеры.
тулы исемлек
- Ниғәмәтйәнов Эмир Әнүәр улы (1950—7.12.2006), хәрби һәм дәүләт органдары хеҙмәткәре, философ-ғалим. Генерал-майор. 2002—2003 йылдарҙа Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиленең баш кәңәшсеһе, 2003 йылда — Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең Премьер-министры урынбаҫары, 2003—2006 йылдарҙа Наркотиктар әйләнешен контролдә тотоу буйынса Рәсәй Федераль хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы етәксеһе. Социология фәндәре кандидаты (2005), философия фәндәре докторы.
- Сәйетгәрәев Риф Рәйес улы (1960—18.06.1996), спортсы. Мотоспорт буйынса 1980 йылдан СССР-ҙың, 1992 йылдан БДБ-ның, 1993–1995 йылдарҙа Рәсәй йыйылма командалары ағзаһы. СССР-ҙың халыҡ-ара класлы спорт мастеры (1982). Үләндәге тректа ярышыуҙа Европа (1991), СССР (1982, 1989), РСФСР (1983–1984, 1988) һәм Рәсәй (1995) чемпионы; Спидвей буйынса команда ярыштарында СССР (1979, 1981–1983, 1988, 1991) һәм Рәсәй (1993) чемпионы, «Социалистик илдәрҙең Дуҫлыҡ кубогы» (1980–1981) халыҡ-ара ярыштары еңеүсеһе.
- Марат Кәбиров (1970), журналист, яҙыусы, шағир һәм сценарист. 1991—2000 йылдарҙа «Өмет» республика гәзите хеҙмәткәре. 1995 йылдан Яҙыусылар союзы ағзаһы.
- Исламов Фәнис Фәтхел улы (1932—20.06.2010), педагог-[ғалим]]. Педагогия фәндәре кандидаты (1971). Татарстандың атҡаҙанған уҡытыусыһы, РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы. Яңауыл районының Ғәли Соҡорой исемендәге премияһы лауреаты. Сығышы менән ошо райондың Сибәҙе ауылынан.
- Вдовыкин Геннадий Петрович (1937—14.12.2010), геохимик-ғалим. 1982 йылдан Бөтә Союз нефть һәм газ сәнәғәтен ойоштороу, идара итеү һәм иҡтисад ғилми-тикшеренеү институтының өлкән ғилми хеҙмәткәре, сектор мөдире, баш ғилми хеҙмәткәре, 1992 йылдан — И. М. Губкин исемендәге Рәсәй нефть һәм газ университетының төп ғилми хеҙмәткәре, 1999—2000 йылдарҙа Г. А. Гамбурцев исемендәге Ер физикаһы институтының баш ғилми хеҙмәткәре. Геология-минералогия фәндәре докторы (1976), профессор (2001). В. И. Вернадский исемендәге премия лауреаты (1969). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Федоровка районы Веровка ауылынан.
тулы исемлек
- Ғабдрахманов Марат Әхмәтнур улы (1947), педагог. 1965 йылдан Борай районы мәктәптәре, 1971—2007 йылдарҙа Дүртөйлө районы Семилетка урта мәктәбенең физика һәм математика уҡытыусыһы, 1980—1984 йылдарҙа кластан һәм мәктәптән тыш тәрбиә эштәрен ойоштороусы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы (2002). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Борай районы Яңы Йәлдәк ауылынан.
- Синенко Сергей Германович (1957), филолог-ғалим, журналист һәм яҙыусы, тыуған яҡты өйрәнеүсе. 1989 йылдан Октябрҙең 40 йыллығы исемендәге Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы. Филология фәндәре кандидаты (1986).
- Шәмсетдинова Римма Фәрит ҡыҙы (1957), бейеүсе, 1974—1994 йылдарҙа Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле солисы. Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (1994).
- Ҡантүков Рәфҡәт Ғәбделхәй улы (1953), инженер-ғалим, газ сәнәғәте хеҙмәткәре, йәмәғәтсе. 1998 йылдан «Газпром трансгаз Ҡазан» ябыҡ акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры. Техник фәндәр кандидаты. Рәсәй газ сәнәғәтенең почётлы хеҙмәткәре (2003), Рәсәй Федерацияһы яғыулыҡ-энергетика комплексының почётлы хеҙмәткәре (2003), Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған нефть һәм газ сәнәғәте хеҙмәткәре (2006). Рәсәйҙең Дуҫлыҡ ордены (2011), «Татарстан Республикаһы алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены (2013) кавалеры. Татарстан Республикаһының Фән һәм техника өлкәһендәге дәүләт премияһы лауреаты (2012), Ҡазан ҡалаһының почётлы гражданы (2013). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Стәрлетамаҡ районы Ҡантүк ауылынан.
- Ғайсин Ришат Зөфәр улы (1958), спортсы. Ауыр атлетика буйынса СССР-ҙың халыҡ-ара класлы спорт мастеры (1982), СССР йыйылма командаһы ағзаһы (1982—1983). Икебәйгелә РСФСР чемпионы (1981—1984), СССР кубогы һәм СССР халыҡтары спартакиадаһының көмөш призёры (икеһе лә — 1983), СССР чемпионатының бронза призёры (1982). Бөтә донъя ветерандар уйындары еңеүсеһе (1998), ветерандар араһында донъя (1996—1997) һәм Европа (1995) чемпионы. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Күмертау ҡалаһынан.
- Миронов Александр Васильевич (1919—01.2005), ауыл хужалығы хеҙмәткәре. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, элемтәселәр отделениеһы командиры. 1951—1956 йылдарҙа Стәрлетамаҡ районы Жданов исемендәге колхоз (артабан Машкин исемендәге хужалыҡ) рәйесе. II дәрәжә Ватан һуғышы (1985) һәм III дәрәжә Дан ордены кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Ауырғазы районы Михайловка ауылынан.
- Әхиәр Хәким (1929—27.12.2003), прозаик, әҙәбиәт белгесе-ғалим, журналист. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1967—1992 йылдарҙа «Литературная газета» редакцияһы хеҙмәткәре. Филология фәндәре кандидаты (1967). РСФСР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1985) һәм М. Горький исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1989), Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы (2001). Башҡорт АССР-ының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы (1984) һәм Башҡортостан комсомолының Ғәлимов Сәләм исемендәге премияһы (1980) лауреаты. 2‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1985), Халыҡтар дуҫлығы (1984), Ҡыҙыл Йондоҙ (1945) һәм «Почёт Билдәһе» (1979) ордендары кавалеры.
тулы исемлек
- Закирничная Марина Михайловна (1974), инженер‑механик-ғалим, 1996 йылдан Өфө дәүләт авиация техник университеты уҡытыусыһы, кафедра мөдире. Техник фәндәр докторы (2001), профессор. Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
- Үтәбаев Инсур Рәмил улы (1979), педагог. 2001 йылдан Бөрйән районы Килдеғол урта мәктәбе уҡытыусыһы һәм директоры, 2011 йылдан Әбделмәмбәт урта дөйөм белем биреү мәктәбе директоры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы (2019) һәм мәғариф отличнигы (2011).
- 1880 йыл: Александр Грин (төп фамилияһы Гриневский; Рәсәй империяһы һәм СССР яҙыусыһы.
- 1900 йыл: Эрнст Кшенек, АҠШ композиторы, музыка белгесе, педагог.
тулы исемлек
- 1905 йыл: Константин Розанов, Францияның хәрби осоусы-һынаусыһы.
- 1910 йыл: Джузеппе Меацца, Италия футболсыһы, ике тапҡыр донъя чемпионы (1934, 1938).
- 1912 йыл: Джин Келли, АҠШ актёры, хореограф, режиссёр, йырсы һәм продюсер.
- 1930 йыл: Эдуард Шим (төп фамилияһы Шмидт), СССР һәм Рәсәй яҙыусыһы, шағир һәм драматург, йыр текстары һәм сценарийҙар авторы, РСФСР-ҙың Дәүләт премияһы лауреаты (1984).
- 1940 йыл: Валерий Пьянов, СССР һәм Рәсәй рәссамы.
- 1945 йыл: Рита Павоне, Италия йырсыһы, актриса.
- 1970 йыл: Ривер Феникс, АҠШ киноактёры, музыкант.
Был көндә вафат булғандар
- 1994 йыл: Булатов Ғәзий Ғиҙиәт улы, юрист, публицист, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған юрисы (1986).