Әбделмәмбәт мәктәбе (Бөрйән районы)
Әбделмәмбәт мәктәбе — Башҡортостан Республикаһы Бөрйән районы Ҡыпсаҡ ауыл советы биләмәһендәге уҡыу йорто[1]. Бөрйән районы Әбделмәмбәт ауылында урынлашҡан.
Тарихы
1930 йылда Әбделмәмбәт ауылында башланғыс мәктәп булараҡ асыла. Беренсе уҡытыусы — Сабирйән Мөхәмәтҡолов балаларҙы үҙ өйөндә уҡыта. 1931 йылдан уҡыу элекке мәсет бинаһында алып барыла башлай.
1938—1956 йылдарҙа һәм 1965 йылдан (уҡытыу 5-се кластан алып барыла) тулы булмаған урта мәктәп. 1956 йылдан 1965 йылға тиклем башланғыс мәктәп.
1978 йылдан алып урта мәктәп.
Тәүге уҡытыусылар: Н. Бикмәтов, Н. Ғәббәсова, Ишмәтов, С. Зарипов, К.Хөснитдинов, В. Ямғурсина һ.б.
1935 йылдан алып мәктәп элек мулла С. Сөләймәновтың өйө булған ағас бинала урынлаша. 1937 йылда мәктәптең 3 бүлмәле бинаһы төҙөлә, унда 1960—1970 йылдарҙа мәктәп яны интернаты урынлаша. 1997 йылда яңы типтағы мәктәп төҙөлә.
Мәктәптә китапхана, музей, компьютер класы, спорт залы, мәктәп яны интернаты бар.
Хәҙерге көндә 2 филиалы бар:
Етәкселәре
Уҡытыусылары
- Ҡарамышева(Мөхәмәтғәлина) Нәркәс Миңнеғәле ҡыҙы 1985 йылдың 21 майында Бөрйән районы Әбделмәмбәт ауылында тыуған.
- Ғәликәев Шәфҡәт Юлай улы
- Ғәликәева Зифа Ғәбдулхай ҡыҙы
- Маликов Рәйел Фәруҡ улы
- Хәсәнова(Мөхәмәтғәлина) Нәргөл Миңнеғәле ҡыҙы 1987 йылдың 27 майында Бөрйән районы Әбделмәмбәт ауылында тыуған.
- Ғөбәйҙуллина(Ишемова) Земфира Ғәлимйән ҡыҙы 1981 йылдың Бөрйән районы Әбделмәмбәт ауылында тыуған.
Мәғарифта эшләүсе уҡыусылары
Ҡаҙаныштары
- Башҡортостан Республикаһы Һаулыҡ һаҡлау министрлығының Бөтә Рәсәй «Һаулыҡ һаҡлау технологияларын индереү» конкурсы еңеүсеһе (2008)
- Физик культураны һәм спортты үҫтереү буйынса Бөтә Рәсәй конкурсының «Иң яҡшы ауыл дөйөм белем биреү мәктәбе» номинацияһында еңеүсеһе (2014)
- Республика форумында «Электрон мәктәп» номинацияһында еңеүсе (2015)
- Таң гәзите, 15 июнь 2023 йыл Әбделмәмбәт мәктәбе - Рәсәй Президенты гранттары фонды конкурсы еңеүселәре араһында!
Әбделмәмбәт мәктәбе матбуғатта
- Аманат журналы. 5 март 2002. "Аманат"тар Бөрйән районының Әбделмәмбәт мәктәбендә[2]
- Йәшлек гәзите 17 февраль 2022. Камила, беҙ һинең менән![3]
- Таң гәзите, 9 декабрь 2022 Беҙ ҙә «интернатский» булдыҡ
- Таң гәзите Еңеү менән ҡайтҡандар
- Таң гәзите. 27 апрель 2023 йыл. Әбделмәмбәт уҡыусылары проекттарҙы финанслау программаһында ҡатнаша!
- Таң гәзите.5 июнь 2023 йыл Ҡазанда ла бирешмәгәндәр!
Мәктәпте тамамлаусы билдәле шәхестәр
- Боҫҡонов Зиннур Ғүмәр улы (14 ғинуар 1972 йыл) — педагог. Рәсәй Федерацияһының Почетлы тәрбиә һәм мәғариф хеҙмәткәре, Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғыһы, Башҡортостан Республикаһының иң яҡшы физик культура һәм спорт хеҙмәткәре.
- Заһитов Йәүҙәт Ғаяз улы (10.08.1978), отставкалағы эске хеҙмәт капитаны, «Рәсәй Федерацияһы Яза башҡарыу хеҙмәтенең иң яҡшы хеҙмәткәре» почётлы билдә эйәһе. Рәсәй ДОСААФ-ының Белорет өлгөлө автомәктәбе начальнигы урынбаҫары.
- Үтәбаев Инсур Рәмил улы (23.08.1979) — «Башҡортостан Республиканың мәғариф отличнигы» билдәһе менән бүләкләнгән (2011). Башҡортостан Республиканың атҡаҙанған уҡытыусыһы (2019). 2001—2011 йылдан алып Килдеғол урта мәктәбе уҡытыусыһы һәм директоры. 2011 йылдан алып Әбделмәмбәт урта дөйөм белем биреү мәктәбе директоры.
- Мөхәмәтҡолов Сабирйән Мөхәмәтзакир улы (1890—1934) — сәсән, ҡобайырсы, шағир, композитор, оҫта ҡурайсы һәм ҡумыҙсы, мөғәллим, мәғрифәтсе.
- Бүләкова Ғәҙилә Мөҙәрис ҡыҙы (11 апрель 1957 йыл) — ғалим-әҙәбиәт белгесе, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Филология фәндәре кандидаты (1990). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре (2012).
- Тимашева Гөлшат Фаат ҡыҙы (1960), дәүләт хеҙмәткәре. 1988 йылдан Ғаиләгә һәм балаларға социаль ярҙам күрһәтеү үҙәге һәм Төньяҡ-көнбайыш район-ара «Ғаилә» үҙәге директоры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған халыҡты социаль яҡлау хеҙмәткәре.
Фотогалерея
Шулай уҡ ҡарағыҙ
- Тимербатыр студияһы
- Мәктәп сайты. Муниципальное общеобразовательное бюджетное учреждение средняя общеобразовательная школа д. Абдулмамбетово муниципального района Бурзянский район Республики Башкортостан(недоступная ссылка)
- Йәшлек гәзите. 9 октябрь 2015 йыл. Спорт — ул сәнғәт, оло мәҙәниәт (Гөлнур Ҡыуатова)[4]
- Таң гәзите, 18 февраль 2023 йыл. Саңғыға һөйөү тәрбиәләйҙәр
- Таң гәзите [1]
Иҫкәрмәләр
Сығанаҡтар
Бурзянская энциклопедия / гл. ред. Г. М. Манапов. — Уфа: НИК «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2022. — 640 с. — ISBN 978-5-88185-512-2.