Ҡолғана мәктәбе

Ҡолғана мәктәбе — Башҡортостан Республикаһы Бөрйән районы Ҡолғана ауыл советы биләмәһендәге уҡыу йорто. Бөрйән районы Ҡолғана ауылында урынлашҡан. Бөрйән районы Әбделмәмбәт ауылы урта дөйөм белем биреү мәктәбенең филиалы

Тарихы

Ҡолғана ауылында уҡытыу 1929 йылда мәсет бинаһында башлана. 1932 йылда ике бүлмәле йорт мәктәп бинаһы итеп яраҡлаштырыла. 1934 йылдан — башланғыс мәктәп булараҡ эшләй. 1968 йылда яңы мәктәп бинаһы төҙөлә. 1984 йылдан 5, 6-сы кластар ҙа асыла. 1992 йылда мәктәптең хәҙерге бинаһы төҙөлә.

Артабанғы статустары
  • 1987 йылдан — тулы булмаған урта (һигеҙ йыллыҡ) мәктәп
  • 2008 йылдан — төп мәктәп
  • 2009 йылдан — Әбделмәмбәт мәктәбе филиалы

Ҡолғана мәктәбенең тәүге уҡытыусылары: С. Әхмәтшин, Б. Сафин, Ҡунаҡасов, С. Ҡужин, Ғ. Муллағолов, Ш. Муллағолов, М. Тайыпов, С. Усмановтар.

Етәкселәре

Уҡытыусылары

Мәғарифта эшләүсе уҡыусылары

Мәктәпте тамамлаусы билдәле шәхестәр

Мәктәп тураһында матбуғатта

  • «Аманат» журналы. 14 декабрь 2021, Тыуған телем — моңло көйөм[1]
  • «Йәншишмә» гәзите 1 декабрь, Яратҡан уҡытыусым[2]

Сығанаҡтар

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар

Категориялар