Үтәбаев Инсур Рәмил улы
Үтәбаев Инсур Рәмил улы (23 август 1979 йыл) — педагог. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы (2019) һәм мәғариф отличнигы (2011).
Биографияһы
Инсур Рәмил улы Үтәбаев 1979 йылдың 23 авгусында Башҡорт АССР-ының Бөрйән районыны Әбделмәмбәт ауылында тыуған.
2001 йылда БДПУ-ны тамамлай һәм Килдеғол урта мәктәбе уҡытыусыһы, директоры була. 2011 йылдан Әбделмәмбәт урта дөйөм белем биреү мәктәбе директоры.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
- Башҡортостан Республиканың атҡаҙанған уҡытыусыһы (2019)
- Башҡортостан Республиканың мәғариф отличнигы (2011)
Иҫкәрмәләр
Сығанаҡтар
- Утябаев Инсур Рамилович
- Бурзянская энциклопедия / гл. ред. Г. М. Манапов. — Уфа: НИК «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2022. — 640 с. — ISBN 978-5-88185-512-2.