М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты

М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты (рус. Башкирский государственный педагогический университет им. М. Акмуллы́, БГПУ им. М. Акмуллы) — Өфөләге юғары уҡыу йорто.

Тулы атамаһы — Юғары белем биреүҙең «М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты» федераль дәүләт бюджет белем биреү учреждениеһы .

Тарихы

Республикала 1909 йылда ойошторолған беренсе уҡытыусылар институты[1]. 1919 йылдан халыҡ мәғарифы институты тип үҙгәртелә, уның составына дүрт факультет инә: социаль-тарихи, биология-география, физика-математика һәм әҙәби-лингвистик[1]. Был юғары типтағы уҡыу йорто мәктәп һәм техникумдар өсөн уҡытыусылар әҙерләй. 1923 йылда институт «практик» атамаһын ала һәм өҫтәмә рәүештә ауыл хужалығы белгестәрен әҙерләй башлай.

1929 йылда уның базаһында Тимирязев исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия институты ойошторола, ул 1957 йылда Башҡорт дәүләт университеты итеп үҙгәртелә[1]. Әммә юғары педагогик белемде үҫтереүгә, юғары квалификациялы уҡытыусы кадрҙары әҙерләүгә ихтыяж ҙур була. Был ваҡытҡа республика уҡытыусыларының өстән бер өлөшөнән аҙырағы ғына юғары белемле була.

РСФСР Мәғариф министрлығының бойороғона ярашлы, 1967 йылдың 18 ғинуарында Башҡорт дәүләт педагогия институты ойошторола[1].

1972 йылда физика-математика һәм сит телдәр факультеттары беренсе сығарылыш сығара[1].

1976 йылда уҡыу йорто беренсе категория юғары уҡыу йорто тип таныла[1].

1986 йылда Башҡорт дәүләт педагогия институтының тарих факультеты студенттары археолог А. Х. Пшеничнюк етәкселегендә Ырымбур өлкәһендә Филиппов ҡурғандарын ҡаҙа һәм беҙҙең эраға тиклем V—IV быуаттар менән билдәдәнгән сармат алтындарын таба — 26 алтын болан таба[2].

2000 йылда Башҡорт дәүләт педагогия университеты тип үҙгәртелә, ә 2006 йылда уға М. Акмулла исеме бирелә[1].

2008 йылдың 8 октябрендә уҡыу йорто территорияһында мәғрифәтсе шағир Мифтахетдин Аҡмуллаға һәйкәл ҡуйыла[3][4].

undefined

2013 йылдан М. Аҡмулла исемендәге БДПУ Шанхай Хеҙмәттәшлек Ойошмаһы университеты селтәренә индерелә[5].

2018 йылдан университет ректоры итеп Башҡортостан Хөкмәтенең элекке вице-премьеры[6] Сәғитов Салауат Тәлғәт улы һайлана[7].

Структураһы

Тәбиғәт-география факультеты
Тарихи, хоҡуҡи һәм социаль-гуманитар белем институты
Педагогика институты
Физика, математика, һанлы технологиялар институты
Физик культура һәм кеше сәләмәтлеге институты
Филологик белем һәм мәҙәни-ара бәйләнештәр институты
М. Аҡмулла исемендәге БДПУ колледжы
Башҡорт филологияһы факультеты
Психология факультеты
Сәнғәт-графика факультеты
«Үҫеш векторы» өҙлөкһөҙ һөнәри белем алыу институты

Фәнни-тикшеренеү институттары

• Рәсәй белем биреү академияһының Башҡортостан фәнни үҙәге
• Белем биреүҙе үҫтереү стратегияһының фәнни-тикшеренеү институты

Корпустар адресы

• Уҡыу корпусы № 1 — БР, Өфө ҡалаһы, Ленин урамы, 20
• Уҡыу корпусы № 2 — БР, Өфө ҡалаһы, Октябрь Революцияһы урамы, 3А
• Уҡыу корпусы № 3 — БР, Өфө ҡалаһы, Октябрь Революцияһы урамы, 3А
• Уҡыу корпусы № 4 — БР, Өфө ҡалаһы, Октябрь Революцияһы урамы, 55
• Уҡыу корпусы № 5 — БР, Өфө ҡалаһы, Чернышевский урамы, 25А
• Уҡыу корпусы № 6 — БР, Өфө ҡалаһы, Октябрь Революцияһы урамы, 10, корп. 3
• Уҡыу корпусы № 7 — БР, Өфө ҡалаһы, Октябрь Революцияһы урамы, 7
• Уҡыу корпусы № 8 «Спорт-һауыҡтырыу комплексы» — БР, Өфө ҡалаһы, ул. Коммунистик урамы, 54А
• Уҡыу корпусы № 9 — БР, Өфө ҡалаһы, Сельская Богородская урамы, 37
• Уҡыу корпусы № 10 — БР, Өфө ҡалаһы, Чернышевский урамы, 49/1
• Уҡыу корпусы № 11 «Спорт-һауыҡтырыу комплексы» — БР, Өфө ҡалаһы, Софья Перовская урамы, 40
• Уҡыу корпусы № 12 — БР, Өфө ҡалаһы, Беляков урамы, 25
• Уҡыу корпусы № 13 — БР, Өфө ҡалаһы, Октябрь Революцияһы урамы, 8
• Уҡыу корпусы № 14 — БР, Өфө ҡалаһы, Свердлов урамы, 53/1[8]

Талип тормошо

Йәшәү

Уҡыу йортоноң ете ятағы бар[8]:

Ятаҡ атамаһы Адресы
1-се ятаҡ Свердлов урамы, 72
2-се ятаҡ Свердлов урамы, 51
3-сө ятаҡ Свердлов урамы, 55
4-се ятаҡ Свердлов урамы, 53/1
5-се ятаҡ Коммунистик урам, 22А
6-сы ятаҡ Аксаков урамы, 57
7-се ятаҡ Мейәс урамы, 22

Спорт

«Сокол» спорт комплексының Коммунистик урамы, 54А һәм С. Перовская урамы, 40 адрестары буйынса урынлашҡан ике йөҙөү бассейны бар. Уның базаһыеда йөҙөү мәктәбе эшләй[9].

Бассейндар 25 метрлы 6 йөҙөү юлына эйә, шулай уҡ комплекста күнекмә залы бар.

Фәнни-практик баҫмалар

Вестник Башкирского государственного педагогического университета им. М. Акмуллы. Журнал 2020 йылдан[10] өс: тәбиғи фәндәр, филология фәндәре, социаль-гуманитар фәндәр серияһында сыға[11][12][13]. шулай уҡ йәштәр хәбәрҙәре сыға[14].
Педагогический журнал Башкортостана. 2005 йылдан сыға, 2019 йылдан Рәсәйҙең ВАК исемлегенә инә[15][16]. Баҫма Рәсәй Федерацияһында һәм Башҡортостан Республикаһында дөйөм һәм һөнәри белем үҫешенең көнүҙәк проблемаларын яҡтырта.

Билдәле уҡытыусылары

Әпсәләмова Әминә Ғәбделәхәт ҡыҙы, мәктәпкәсә белем биреү һәм һөнәри педагогик белем биреү теорияһы һәм методикаһы өлкәһендәге ғалим
Әлмөхәмәтов Рәшит Вәлиәхмәт улы, лингвистика дисциплиналарын уҡытыу методикаһы кафедраһы профессоры
Әмиров Рәиф Ҡәҙим улы, әҙәбиәт кафедраһы профессоры, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре
Әсәҙуллин Раил Мирвай улы, физика-математика фәндәре докторы, программалау һәм иҫәпләү математикаһы кафедраһы мөдире
Башенев Валерий Алексеевич, баянист, музыкаль педагог
Бушуев Семён Кузьмич, тарихсы, XIX быуатта Рәсәйҙең тышҡы сәйәсәте һәм Кавказды өйрәнеү өлкәһе белгесе
Вәлиәхмәтов Рифат Миңләхмәт улы, физик культура һәм спорт теорияһы һәм методикаһы кафедраһы профессоры
Вахитов Венер Абсатар улы, ғалим биохимик
Горбунова Валентина Юрьевна, биология фәндәре докторы, генетика кафедраһы профессоры
Джемилев Усеин Мәмәт улы, химик-органик
Кәримов Әхим Кәрим улы, геохимик
Кузеев Рөстәм Ғүмәр улы, тарихсы, БДПИ ректоры (1971—1983)
Мөлөков Муса Ғайса улы (рус.)баш., әҙәбиәт белгесе һәм фольклорсы, журналист
Сафуанов Суфиян Ғаяз улы, яҙыусы, филолог һәм әҙәбиәт белгесе
Сухов Владимир Павлович, геолог
Солтанов Ринат Ишбулды улы, философ һәм сәйәсмән, ислам тарихы буйынса белгес
Ураҡсин Зиннур Ғәзиз улы, лингвист-тюрколог, яҙыусы, йәмәғәт эшмәкәре
Фенина Эвелина Павловна, сәнғәт белгесе
Шәкүров Рәшит Закир улы, ғалим тюрколог, топонимист, шағир, публицист, йәмәғәт эшмәкәре[21].

Ҡаҙаныштары

  • 2017 йылдың майында университеттың «Страдл» халыҡ коллективы спорт-аэробика шоуы «Рәсәй студент яҙы» фестивалендә беренсе урынды яуланы. Мәскәүҙә, Дәүләт Кремль һарайында үткән концертта был төркөм «Үҙенсәлекле жанр»/«Пластика» йүнәлешендә иң яҡшыһы булды[22].
  • 2017 йылдың апрелендә «Кружева» халыҡ бейеүҙәре ансамбле артистары Ҡытайҙы яуланы: Тяньзинь ҡалаһында барған Халыҡ-ара фестивалдә башҡорт, рус, татар, ҡаҙаҡ һәм ҡытай бейеүҙәре менән сығыш яһап, башҡорт һылыуҙары тамашасыны хайран итте[23].
  • 2017 йылдың мартында Башҡорт дәүләт педагогия университетының «Кружева» халыҡ бейеүҙәре ансамбле Ҡаҙағстанда Науруз байрамында ҡатнашты[24] һәм Халыҡ-ара бейеү конкурсы дипломанты булды. Ансамбль «Сәскә ат, илем!» тигән башҡорт бейеүен башҡарып, 320 мең тәңкәлек сертификат алды[25].
  • 2017 йылдың ғинуарында Башҡортостандың дүрт юғары уҡыу йорто иҫәбендә педагогия университеты студент берләшмәләре эшмәкәрлеген үҫтереү программаларын һайлап алыу конкурсында еңеүсе булды[26].
  • Университет 2017—2020 йылдарҙа ислам тарихын һәм мәҙәниәтен тәрән белгән белгестәр әҙерләү буйынса дәүләт программаһын тормошҡа ашырыу өсөн 200 миллион һумдан ашыу грант отто[27].

Почётлы профессорҙар

Башҡорт филологияһы факультеты уҡытыусылары

М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетын тамамлаусылар

Иҫкәрмәләр

  1. 1 2 3 4 5 6 7 Башкирский Государственный Педагогический Университет Им. М. Акмуллы: от истоков к перспективам. cyberleninka.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 16 октябрь 2024.
  2. Мусина, Айгуль. «Золото засверкало на солнце». Как 30 лет назад нашли сокровище сарматов. 16 октябрь 2024 тикшерелгән.
  3. K, E. Памятник поэту Мифтахетдину Акмулле в Уфе - Скульптурное предприятие «Лит Арт» (25 июнь 2020). 16 октябрь 2024 тикшерелгән.
  4. Эльмира Сабирова, Ольга Горюнова. В Уфе открыли памятник выдающемуся поэту и просветителю Мифтахетдину Акмулле. https://www.bashinform.ru (8 октябрь 2008).
  5. Башкирский вуз вошел в состав университета ШОС. 16 октябрь 2024 тикшерелгән.
  6. 1 2 Сагитов Салават Талгатович. 16 октябрь 2024 тикшерелгән.
  7. 1 2 Выбрали большинством голосов: бывший вице-премьер правительства Башкирии стал ректором БГПУ. 16 октябрь 2024 тикшерелгән.
  8. 1 2 Основные сведения. Учебные корпуса и общежития, адреса и схема проезда. https://bspu.ru.
  9. Спортивный комплекс "Сокол". https://bspu.ru.
  10. Новости | Вестник Башкирского государственного педагогического университета им. М. Акмуллы. bspu.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 16 октябрь 2024.
  11. «Вестник БГПУ им. М.Акмуллы» приглашает к участию в подготовке выпусков журнала | Вестник Башкирского государственного педагогического университета им. М. Акмуллы. bspu.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 16 октябрь 2024.
  12. Вестник Башкирского государственного педагогического университета им. М. Акмуллы. КиберЛенинка. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 16 октябрь 2024.
  13. Вестник Башкирского государственного педагогического университета им. М. Акмуллы - журнал | ИСТИНА – Интеллектуальная Система Тематического Исследования НАукометрических данных. istina.ipmnet.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 16 октябрь 2024.
  14. Молодёжный вестник. bspu.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 16 октябрь 2024.
  15. Педагогический журнал Башкортостана. КиберЛенинка. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 16 октябрь 2024.
  16. Педагогический журнал Башкортостана. ores.su. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 16 октябрь 2024.
  17. М.Я. Янгиров - Первый ректор Башкирского Государственного Педагогического Института: 1967-1971 Годы. cyberleninka.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 16 октябрь 2024.
  18. Судьба человека: Рустем Гумерович Кузеев (Из воспоминаний С.С. Кудашевой). cyberleninka.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 16 октябрь 2024.
  19. В Уфе ушел из жизни бывший ректор Башкирского педуниверситета Эдуард Хамитов. 16 октябрь 2024 тикшерелгән.
  20. Асадуллин Раиль Мирваевич. 16 октябрь 2024 тикшерелгән.
  21. Галерея профессоров. https://web.archive.org.
  22. Республиканың ижади коллективы Кремлдә "Рәсәй студент яҙы"нда беренсе урынды яуланы. Bashinform logo-e1423154856921.jpg, 2017, 23 май (Тикшерелеү көнө: 23 май 2017)
  23. Республиканың «Кружева» халыҡ бейеүҙәре ансамбле артистары Ҡытайҙы яуланы. Bashinform logo-e1423154856921.jpg, 2017, 2 май (Тикшерелеү көнө: 2 май 2017)
  24. Башҡорт дәүләт педагогия университеты ансамбле Ҡаҙағстанда Науруз байрамында ҡатнаша. Bashinform logo-e1423154856921.jpg, 2017, 21 март (Тикшерелеү көнө: 21 март 2017)
  25. Республиканың «Кружева» ансамбле Халыҡ-ара бейеү конкурсы дипломанты булды. Bashinform logo-e1423154856921.jpg, 2017, 24 март (Тикшерелеү көнө: 24 март 2017)
  26. Башҡортостандың юғары уҡыу йорттары Рәсәй Мәғариф министрлығының студент берләшмәләрен үҫтереүгә гранттар отто. Bashinform logo-e1423154856921.jpg, 2017, 25 ғинуар (Тикшерелеү көнө: 26 ғинуар 2017)
  27. Башҡорт дәүләт педагогия университеты ислам өлкәһендә белгестәр әҙерләү өсөн 200 миллион һумдан ашыу грант отто. Bashinform logo-e1423154856921.jpg, 2017, 17 ғинуар (Тикшерелеү көнө: 17 ғинуар 2017)
  28. Уфа | Генеральный секретарь Организации Исламская конференция Экмеледдин Ихсаноглу посетит с официальным визитом БГПУ им. М. Акмуллы — БезФормата.Ru — Новости. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 3 апрель 2016. Архивировано 12 июнь 2018 года.
  29. Ғәйнуллина Асия Солтан ҡыҙы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: Башҡорт энциклопедияһы (ғилми-нәшриәт комплексы), 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-306-8.
  30. Нечвалода Елена Евгеньевна // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: Башҡорт энциклопедияһы (ғилми-нәшриәт комплексы), 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-306-8.
  31. Нечвалода Елена Евгеньевна. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 14 июль 2025.[ ]

Һылтанмалар

Тема буйынса өҫтәмә