Исхаҡов Салауат Миҙхәт улы
Салауат Миҙхәт улы Исхаҡов (рус. Исхаков Салават Мидхатович; 1959 йылдың 7 сентябре, Меңйетәр, Башҡорт АССР-ы) — СССР һәм Рәсәй тарихсыһы; 1995 йылдан Рәсәй Фәндәр академияһы Рәсәй тарихы институтының өлкән ғилми хеҙмәткәре.[2], һуңыраҡ— әйҙәүсе ғилми хеҙмәткәр[3]); уволен 28 октября 2025 года[4]. Тарих фәндәре докторы (2003).
Рәсәй Фәндәр академияһының социаль реформалар, хәрәкәттәр һәм революциялар тарихы буйынса ғилми советының ғилми секретары (1995)[2][5]; Тарих фәндәре халыҡ-ара комитетының Рәсәй революцияһы тарихы буйынса халыҡ-ара комиссияһы генераль секретары (2002—2010)[6].
Биографияһы
Салауат Миҙхәт улы Исхаҡов 1959 йылдың 7 сентябрендә Башҡорт АССР-ының Иглин районы Меңйетәр ауылында тыуған.
1988 йылда кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлай («Башҡортостан сәнәғәте эшселәренең Октябрь революцияһы һәм граждандар һуғышы осоронда иҡтисади хәле»), 2003 йылда — докторлылыҡ диссертацияһы яҡлай («Рәсәй мосолмандары һәм революция (1917 йылдың яҙы — 1918 йылдың йәйе)»)[6].
Фәнни эшмәкәрлегенең төп йүнәлештәре[6]:
- XX быуатта Рәсәй революциялары,
- Рәсәйҙә Граждандар һуғышы,
- XX быуаттың тәүге утыҙ йылында Рәсәй мосолмандарының милли‑азатлыҡ хәрәкәте һәм мосолман эмиграцияһы.
Һайланма хеҙмәттәре
- Российские мусульмане и революция (весна 1917 г. — лето 1918 г.). — М., 2003.
- Первая русская революция и мусульмане Российской империи. — М., 2007.
- Отношение российских мусульман к Первой мировой войне // Российская история. — 2014. — № 5.
- Научный совет РАН по истории российских революций // Вопросы истории. — 2007. — № 12.
- Первая российская революция и мусульманское движение // Отечественная история. — 2005. — № 5.
Иҫкәрмәләр
- ↑ http://xn----7sbacsfsccnbdnzsqis3h5a6ivbm.xn--p1ai/index.php/8-spisok/14350-iskhakov-salavat-midkhatovich
- ↑ 1 2 Исхаков Салават Мидхатович. Башкирская энциклопедия. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 11 ноябрь 2025. Архивировано 27 декабрь 2024 года.
- ↑ Исхаков Салават Мидхатович. Институт российской истории РАН. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 11 ноябрь 2025. Архивировано 11 июль 2025 года.
- ↑ Научный совет РАН по истории социальных реформ, движений и революций. Институт российской истории РАН. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 11 ноябрь 2025. Архивировано 24 сентябрь 2025 года.
- ↑ 1 2 3 ИРИ РАН
Һылтанмалар
- Исхаков Салават Мидхатович. Институт российской истории РАН. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 25 октябрь 2017.