Савченко Оксана Владимировна
Оксана Владимировна Савченко (рус. Оксана Владимировна Савченко; 1990 йылдың 10 октябре, Петропавловск-Камчатский) — Рәсәй йөҙөүсеһе. 2008 йылғы Йәйге Паралимпия уйындарының, 2012 йылғы Йәйге Паралимпия уйындарының һигеҙ тапҡыр чемпионы. Рәсәй йәмәғәт эшмәкәре, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты (2013—2023)[1]. Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры.
Биографияһы
Оксана Владимировна Савченко яңы тыуған балалар араһында һирәк осрай торған сир — ике күҙенең дә тыумыштан килгән глаукомаһы менән донъяға килә. Табиптар тәүҙә ауырыуҙы шунда уҡ билдәләй алмай, һәм ғүмеренең тәүге айҙарында сир бер ниндәй тотҡарлыҡһыҙ үҫешә. Оксана 3 айлыҡ булғанда, күҙ ҡараһының саманан тыш ҙур булыуын күреп, әсәһе борсола башлай. Тәрәнерәк тикшереүҙәрҙән һуң табиптар сирҙең бик ныҡ аҙған глаукома икәнен асыҡлай. Дүрт айлыҡ сағында, әсәһенең дуҫтары ярҙамында, Оксана менән әсәһе Светлана Ивановна операцияға Мәскәүгә оҙатыла. Гельмгольц исемендәге Мәскәү күҙ ауырыуҙары ғилми-тикшеренеү институтында Оксанаға бер нисә операция яһала, һөҙөмтәлә уң күҙенең күреү һәләтен тергеҙеү мөмкин булмай, ә һул күҙендә күреү ҡеүәһенең бәләкәй өлөшө генә тороп ҡала. Оксана үҙе әйтеүенсә, ул донъяны бер күҙ менән күрергә күнеккән һәм тулы күреү һәләте менән уның нисек күренеүен күҙ алдына ла килтерә алмай. Сир сәбәпле баланы ауыр спорт төрҙәре (саңғы, еңел атлетика, ауыр атлетика) менән шөғөлләндерергә ярамай торған була. Шуға күрә әсәһе ҡыҙын бассейнға бирергә ҡарар итә.
5 йәшендә әсәһе ҡыҙын йөҙөү төркөмөнә бирә, һәм шунда ул үҙенең артабанғы ҡаҙаныштарына юл башлай. 2003 йылда үҙенең тәүге эре ярыштарында — донъя беренселегендә еңеү яулай. 2004 йылда Оксана Рәсәй паралимпия йыйылма командаһына инеүгә кандидат була. 2006 йылда йыйылма команда составында ирекле стиль менән 50 метрға йөҙөү дистанцияһында донъя чемпионатын ота. Тәүҙә Камчаткала Садовская Наталия Владимировна етәкселегендә йөҙөү менән шөғөлләнә. Оксананың икенсе остазы — атҡаҙанған тренер Ревякин Владимир Васильевич. Әлеге ваҡытта Өфөлә йәшәй. 18-се балалар һәм үҫмерҙәр олимпия резервы спорт мәктәбендә (СДЮСШОР № 18) Рәсәйҙең атҡаҙанған тренеры Тверяков Игорь Львович етәкселегендә күнекмәләр үтә. Бөгөнгө көндә 8 паралимпия алтын миҙалы, донъя чемпионаттарының 35 алтын миҙалы һәм Рәсәй чемпионаттарының 65-кә яҡын алтын миҙалы эйәһе булып тора. 2014 йылдың 7 мартында Сочиҙағы Ҡышҡы Паралимпия уйындарын асыу тантанаһы барышында «Фишт» стадионы буйлап Паралимпия утын алып үтә[2].
2015 йылда спорттағы карьераһын тамамлай[3].
Спорты
2003 йылдан 2015 йылға тиклем Рәсәй чемпионы (төрлө кимәлдәге 75-тән ашыу миҙал яулай, шуларҙың яҡынса 60—65-е — алтын). 2004 йылдан 2015 йылға тиклем Европа чемпионаттарында, асыҡ кубоктарында, беренселектәрендә төрлө кимәлдәге 20-нән ашыу миҙалға лайыҡ була (шуларҙың яҡынса 17-һе — алтын). 2006 йылдан 2015 йылға тиклем донъя чемпионаттарында, беренселектәрендә, шул иҫәптән ҡыҫҡа һыуҙа, төрлө кимәлдәге 45-тән ашыу миҙал яулай (шуларҙың яҡынса 39-ы — алтын). 2008 йылда Пекинда уҙған Паралимпия уйындарында Оксана 3 алтын миҙал ала. Шулай уҡ Оксана Рәсәйҙә спортты үҫтереү һәм уны алға этәреү өсөн төрлө бүләктәр менән билдәләнә. «Йыл спортсыһы» номинацияһында еңеү яулай. 2012 йылда Лондонда уҙған Паралимпия уйындарындағы еңеү уның иң юғары ҡаҙанышы була (5 алтын миҙал)[3].
Белеме
Өфө дәүләт нефть техник университетының механика факультетын «янғын хәүефһеҙлеге» һөнәре буйынса тамамлаған.
Башҡорт дәүләт педагогия университетының физик культура факультетын тамамлаған.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа наградалары
- Почёт ордены (2009 йылдың 30 сентябре) — физик культураны һәм спортты үҫтереүгә ҙур өлөш индергәне, 2008 йылда Пекинда уҙған XIII Паралимпия уйындарында өлгәшкән юғары спорт ҡаҙаныштары өсөн.
- Дуҫлыҡ ордены (2012 йылдың 10 сентябре) — физик культураны һәм спортты үҫтереүгә ҙур өлөш индергәне, 2012 йылда Лондон ҡалаһында (Бөйөк Британия) уҙған XIV Йәйге Паралимпия уйындарында өлгәшкән юғары спорт ҡаҙаныштары өсөн.
- Салауат Юлаев ордены.
- Халыҡтар дуҫлығы ордены.
2012 йылда Рәсәй бизнес һәм эшҡыуарлыҡ академияһының ҡатын-ҡыҙҙар ҡаҙаныштарын йәмәғәтселек яғынан таныу буйынса «Олимпия» милли премияһы лауреаты.
Сәйәси эшмәкәрлеге
2010 йылда Берҙәм Рәсәй партияһына ҡабул ителә.
2013 йылда Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты итеп һайлана, Һаулыҡ һаҡлау, социаль сәйәсәт һәм ветерандар эштәре буйынса комитет ағзаһы була.
2016 йылда VII саҡырылыш Дәүләт Думаһына һайлауҙар буйынса «Берҙәм Рәсәй»ҙең алдан тауыш биреүендә ҡатнаша, унда Белорет округы буйынса 2-се урынды, ә партия исемлеге буйынса 15-се урынды биләй.
2018 йылда Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты итеп һайлана, Мәғариф, мәҙәниәт, йәштәр сәйәсәте һәм спорт буйынса комитет ағзаһы була.
2021 йылда республикала Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы 2 айырым ведомствоға бүленә; уларҙы бүлергә тәҡдим иткән беренсе кеше Оксана Савченко була, депутат республика Хөкүмәтенә һәм Төбәк Башлығына бер нисә тапҡыр мөрәжәғәт итә. Хөкүмәт бер нисә ҡат кире яуап бирә, уларҙы Савченко үҙенең социаль селтәрҙәрендә яҡтыртып бара. 2016 йылдан 2019 йылға тиклем Башҡортостан Республикаһы Паралимпия резервы спорт адаптив мәктәбе директоры булып эшләй. Республикала балалар йөҙөүен үҫтереү программаһын һәм «Йөҙөү буйынса бөтәһен уҡытыу» («Всеобуч по плаванию») программаһын көйләп тора, Башҡортостан йөҙөү федерацияһы президиумы ағзаһы булып тора. «Роскибербезопасность.рф» проектының федераль координаторы булып тора. Депутатлыҡ вәкәләттәре 2023 йылдың сентябрендә тамамлана[1].
2023 йылдың 10 сентябрендә һайланған Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың яңы саҡырылышына Савченко инмәй[4].
Йәмәғәт эшмәкәрлеге
2015 йылда спорт карьераһын тамамлай һәм йәмәғәт эшмәкәрлеге менән шөғөлләнә башлай[3].
2022 йылдан алып «Продвижение» автономиялы коммерцияға ҡарамаған ойошмаһы (АНО) директоры һәм «Роскибербезопасность» проекты етәксеһе булып тора[5][6].
«Белем» («Знание») йәмғиәтенең лекторы булараҡ эшмәкәрлек алып бара[7].
2024 йылдың ғинуарында хәйриә маҡсатында паралимпия миҙалдарын һатырға ниәтләүе тураһында белдерә[8].
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 Совсем немного времени остается до завершения работы шестого созыва Госсобрания Курултая. Госсобрание — Курултай Республики Башкортостан. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 10 февраль 2026.
- ↑ В Сочи зажгли огонь XI зимних паралимпийских игр. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 10 февраль 2026. Архивировано 7 март 2014 года.
- ↑ 1 2 3 Оксана Савченко: биография, личная жизнь, достижения. borntoday.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 10 февраль 2026.
- ↑ Полный список депутатов 7 созыва Госсобрания Курултая Башкирии. Аскаровские новости (13 сентябрь 2023). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 10 февраль 2026.
- ↑ Савченко Оксана Владимировна. bashkortostan.er.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 10 февраль 2026.
- ↑ О проекте. Роскибербезопасность. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 10 февраль 2026.
- ↑ О героях, женщинах и не только. Оксана Савченко. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 10 февраль 2026.
- ↑ «Оценили в 60 миллионов»: паралимпийская чемпионка из Уфы продает золотые медали, чтобы помочь участникам СВО. UFA1.ru (30 ғинуар 2024). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 10 февраль 2026.