Фишт (стадион)
«Фишт» — Сириус ҡасабаһындағы стадион, Олимпия паркында урынлашҡан.
2013 йылда Сочи ҡалаһында үтәсәк XXII Ҡышҡы Олимпия уйындары өсөн төҙөлгән. «Сочи» футбол клубының өй аренаһы.
2014 йылдың 7 февралендә «Фишт» стадионында ҡышҡы Олимпия уйындарын асыу тантанаһы, ә 23 февралдә уйындарҙы ябыу тантанаһы үтә. Шул уҡ йылдың мартында бында ҡышҡы Паралимпия уйындарын асыу һәм ябыу тантаналары үтә. 2018 йылда стадионда футбол буйынса донъя чемпионатының бер нисә уйыны ойошторола.
Тасуирлама
Стадион үҙенең исемен Төп Кавказ һыртының көнбайыш өлөшөндә урынлашҡан шул уҡ исемдәге тау түбәһенән алған. Адыгей теленән тәржемә иткәндә, «фишт» һүҙе «аҡ баш» тигәнде аңлата[5].
Башта стадиондың тышҡы күренеше Фаберженың пасха йомортҡаһын хәтерләтергә тейеш була[6]. Һөҙөмтәлә бер үк ваҡытта ҡабырсаҡ һәм ҡарлы түбә образдарын файҙаланған проект раҫлана[7].
Стадион Олимпиадаға — 40 мең, халыҡ-ара футбол матчтарына — 45 мең, ә әһәмиәте булмаған сараларға — 25 мең тамашасыны һыйҙырышлы итеп иҫәпләнә.
Стадион Имеретин уйһыулығында элекке Марлинский ҡасабаһы урынында урынлашҡан, унда иҫке тәртип православтары ла йәшәгән. Ауыл янында биләмәнең ҡала пландарына индерелмәгән 1 гектар самаһы майҙанда уларҙың зыяраты була. Стадион төҙөлгән ваҡытта зыярат һаҡланған, хәҙер ул Сочи ҡалаһының Олимпия паркы уртаһында, әммә асыҡ булмаған пластик ҡойма менән көпләнә, йыш итеп мәңге йәшел туялар ултыртыла[8].
Төҙөүсе
Генераль подрядсы — «Ингеоком» компанияһы, ә төҙөлөш менән австралиялы Дэймон Лавелл етәкселек итә, ул Populous архитектура компанияһы менән берлектә 2010 йылда Йоханнесбургта үткән футбол буйынса донъя чемпионатының төп аренаһы проекты авторы[5]. Рәсми сығанаҡтар буйынса, Сочиҙағы стадиондың хаҡы — 23,5 миллиард һум[9][10].
Төҙөлөш барышы[11]
- 2008 йыл. Биләмәләрҙе таҙартыу, ер участкалары һатып алыу башлана.
- 2010 йыл. «Фишт» стадионы төҙөүгә ныҡлап тотоналар.
- 2013 йыл. Стадион төҙөлөшөн тамамлау. Ул башҡа олимпия объекттарына ҡарағанда һуңыраҡ файҙаланыуға тапшырыла.
- 2015 йыл. Стадионды яңыртыу башлана.
- 2017 йыл. Реконструкция тамамлана.
Хәүефһеҙлек
2017 йылдың 15 мартына стадион объект хәүефһеҙлеге паспортын ала, унда эвакуация маршруттары, янғын һүндереү системалары һәм ғәҙәттән тыш хәлдәргә ҡаршы тороу пландары һүрәтләнә[12]. Паспорт "Фишт"тың 2018 йылда Конфедерациялар кубогын да, донъя чемпионатын да ҡабул итергә әҙерлеген хоҡуҡи раҫлау булып тора[13]. 2018 йылғы донъя чемпионаты матчтары ваҡытында стадионда 2 мең камера эшләйәсәк[14] һәм Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының 600 хеҙмәткәре дежурҙа тора[15].
Олимпия уйындарынан һуң
XXII Ҡышҡы Олимпия уйындарынан һуң арена 2018 йылғы футбол буйынса донъя чемпионаты һәм 2017 йылғы Конфедерациялар кубогы матчтарын үткәреү өсөн яңыртыла. Стадиондың һыйҙырышлылығын тәүҙә 45 мең кешегә еткереү планлаштырыла[16]. Стадион 2017 йылдың 10 мартында яңынан асыла, асыу матчы 28 мартта үтә, Рәсәй командаһы Бельгия командаһы менән тигеҙ иҫәпкә уйнай[17]. 2017 йылдың 2 майында стадионда 2016/17 йылдар Рәсәй кубогы финалы үтә. Мәскәүҙең "Локомотив"ы Екатеринбургтың "Урал"ын 2:0 иҫәбе менән еңә[18].
2018 йылда ул Санкт-Петербургтан күсеп килгән һәм «Сочи»ға үҙгәртелгән «Динамо» футбол клубының өй аренаһына әйләнә[19]. 2018/19 йылдар Рәсәй Премьер-лигаһы миҙгелендә резервтар исемлегенә индерелә[20].
Сочи донъя чемпионатын ҡабул иткән ун бер ҡаланың береһе булды, уның финал өлөшө 14 июндән 15 июлгә тиклем Рәсәйҙә үтә[21]..
| Башланыу датаһы һәм ваҡыты(UTC+3) |
Команда 1 | Иҫәп | Команда 2 | Этап | Тамашасылар |
|---|---|---|---|---|---|
| 15 июнь, 21:00 | 3:3 | В төркөмө | 43 866[22] | ||
| 18 июня, 18:00 | 3:0 | G төркөмө | 43 257[23] | ||
| 23 июнь, 21:00 | 2:1 | F төркөмө | 44 287[24] | ||
| 26 июнь, 17:00 | 0:2 | G төркөмө | 44 073[25] | ||
| 30 июнь, 21:00 | 2:1 | 1/8 финал | 44 287[26] | ||
| 7 июль, 21:00 | 2:2 (3:4 пен.) | Сирек финал | 44 287[27] |
Регби буйынса Рәсәй йыйылма командаһының матчтары
Регби буйынса 2020 йылғы Европа халыҡтары кубогы[28]
| 1 февраль 2020 |
|
Стадион: «Фишт» тамашасылар: 8 237 Судья: |
Регби буйынса 2021 йылғы Европа халыҡтары кубогы][29]
| 6 март 2021 |
|
Стадион: «Фишт» Тамашасылар: 2 895 Судья: |
Шулай уҡ ҡарағыҙ
Иҫкәрмәләр
- ↑ Дорогое удовольствие. Сколько стоит Олимпиада в Сочи? 2014 йылдың 16 ғинуар көнөндә архивланған.
- ↑ BN.RU 2014 йылдың 29 ноябрь көнөндә архивланған.
- ↑ Стадион Фишт. fifa.com. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 6 май 2018. Архивировано 6 май 2018 года.
- ↑ Стадион Фишт. fifa.com. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 21 июнь 2017. Архивировано 26 август 2017 года.
- ↑ 1 2 12 главных спортивных объектов Олимпийских игр 2014 года. Интерфакс-Запад (21.01.14). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 25 ғинуар 2014. Архивировано 2 февраль 2014 года.
- ↑ Будущий олимпийский стадион в Сочи напоминает яйцо // yuga.ru (18 января 2007 года) 2011 йылдың 1 февраль көнөндә архивланған.
- ↑ Журналистов познакомили с концепцией Центрального стадиона в Сочи. Олимпстрой (24 декабрь 2009). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 11 май 2015. Архивировано 18 май 2015 года.
- ↑ Кристина Фомагина. Олимпийские игры в Сочи пройдут рядом с кладбищем // superomsk.ru (19 января 2014 года). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 25 ғинуар 2014. Архивировано 21 ғинуар 2014 года.
- ↑ Александр Жуков: «Строительство стадионов в Сочи обошлось в 200 миллиардов рублей» // championat.com (2 ноября 2013 года) 2014 йылдың 28 ғинуар көнөндә архивланған.
- ↑ Мутко: арена, на которой пройдет церемония открытия Игр 2014 в Сочи, будет сдана в эксплуатацию в декабре // gazeta.ru (23 декабря 2013 года) 2013 йылдың 26 декабрь көнөндә архивланған. (Тикшерелеү көнө: 7 февраль 2014)
- ↑ Как все начиналось
- ↑ Приложение. Типовой паспорт безопасности опасного объекта. base.garant.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 16 май 2018. Архивировано 17 май 2018 года.
- ↑ Стадион «Фишт» получит паспорт безопасности объекта до 15 марта. РБК. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 16 май 2018. Архивировано 15 июнь 2018 года.
- ↑ Системы видеонаблюдения и информационной безопасности стадиона "Фишт" готовы к ЧМ. rsport.ria.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 16 май 2018. Архивировано 17 май 2018 года.
- ↑ Систему "Безопасный город" планируется запустить в Сочи и Краснодаре к ЧМ-2018 (рус.), ТАСС. 16 май 2018 тикшерелгән.
- ↑ Олимпийский стадион «Фишт», Олимпийский парк Сочи — официальный сайт. 16 май 2018 тикшерелгән.
- ↑ Стадион «Фишт» в Сочи введен в эксплуатацию 2017 йылдың 12 март көнөндә архивланған.
- ↑ «Локомотив» выиграл у «Урала» и стал обладателем Кубка России. Чемпионат.com (2 май 2017). Архивировано 15 ноябрь 2017 года.
- ↑ ФК «Сочи» планирует начать выступать на стадионе «Фишт» с 18 августа. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 31 июль 2018. Архивировано 31 июль 2018 года.
- ↑ РПЛ назвала резервные стадионы в сезоне-2018/19. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 31 июль 2018. Архивировано 31 июль 2018 года.
- ↑ Матчи ЧМ-2018 в Сочи. Архивная копия от 20 июнь 2018 на Wayback Machine Независимый новостной сайт, посвящённый Чемпионат мира по футболу 2018 // ru2018.org
- ↑ Португалия — Испания на myscore.com
- ↑ Бельгия — Панама на myscore.com
- ↑ Германия — Швеция на myscore.com
- ↑ Австралия — Перу на myscore.com
- ↑ Уругвай — Португалия на myscore.com
- ↑ Россия — Хорватия на myscore.com
- ↑ 2019-20 REIC Men XV - M2 RUSSIA Vs. SPAIN (ингл.). Rugby Europe (7 август 2019). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 1 февраль 2020. Архивировано 1 февраль 2020 года.
- ↑ 2020-21 REIC Men XV - RUSSIA Vs. RUMANIA (ингл.). Rugby Europe (6 март 2021). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 21 март 2021. Архивировано 10 март 2021 года.