Рәсәй футбол союзы

Рәсәй футбол союзы (рус. Росси́йский футбо́льный сою́з (РФС)) — Бөтә Рәсәй йәмәғәт ойошмаһы, уның төп маҡсаттары — Рәсәй Федерацияһында футболды үҫтереү һәм популярлаштырыу. Ил кимәлендә футбол буйынса спорт сараларын (Рәсәй чемпионаты, Рәсәй Кубогы, Рәсәй Суперкубогы һ. б.) ойоштороу һәм үткәреү, илдең спорт командаларын ойоштороу һәм әҙерләү, шәхестең комплекслы, гармониялы үҫешендә футболдың ролен арттырыу, граждандар һаулығын нығытыу һәм сәләмәт йәшәү рәүешен формалаштырыу менән шөғөлләнә.

Штаб-фатиры Мәскәүҙә урынлашҡан.

Тарихы

Рәсәй империяһы

1910 йылдан Рәсәй футбол берләшмәһендә берҙәм идара итеүсе футбол ойошмаһы булдырыу идеяһы күтәрелә[1]. Рәсәй йыйылма командаһы рәсми халыҡ-ара ярыштарҙа милли футбол ойошмаһы барлыҡҡа килгәс һәм ФИФА-ға ингәндән һуң ғына ҡатнаша ала[2] Стокгольмдағы Олимпия уйындары алдынан, 1912 йыл башына, Ваҡытлы футбол союзы булдырыу буйынса ваҡытлы комитет ойошторола. Уға Мәскәүҙән — К. Г. Бертрам һәм Р. Ф. Фульда; Санкт-Петербургтан — А. Д. Макферсон, Г. В. Гартли, А. Ф. Пирсон һәм Г. А. Дуперрон[1]; Севастополдән С. П. Пестерев инә[3].

Бөтә Рәсәй футбол союзына нигеҙ һалыу ултырышы 1912 йылдың 6 (19) ғинуарында Санкт-Петербургта үтә[4][2]. Футбол берләшмәһе ФИФА ҡағиҙәләрен рәсми рәүештә ҡабул итә[1]. Бөтә Рәсәй футбол союзы ФИФА-ға шул уҡ 1912 йылда ҡабул ителә[1]. Ул ваҡытта Ваҡытлы футбол союзы ағзалары булып Санкт-Петербург, Мәскәү, Одесса, Рига, Киев һәм Лодзи футбол союздары тора. Ул 52 ойошманан тора[1].

СССР

Төп мәҡәлә: СССР футбол федерацияһы

1959 йылдың 6 майында ойоштороу конференцияһында СССР футбол федерацияһы ойошторола. Рәсәй футбол союзы кеүек үк, СССР футбол федерацияһы ла ил беренселеге ойоштороу, халыҡ-ара мөнәсәбәттәр һәм дөйөм ватан футболын үҫтереү менән шөғөлләнә. Беренсе рәйес итеп Валентин Гранаткин һайлана.

Илдә футбол менән ике етәксе ойошма булыу сәбәпле, 1972 йылда СССР футбол федерацияһы үҙгәртеп ҡорола. Шул ваҡыттан алып СССР йыйылма командаһы һөҙөмтәләре ҡырҡа насарая. 1972 йылдан 1982 йылға тиклем СССР йыйылма командаһы бер тапҡыр ҙа донъя һәм Европа чемпионатына үтә алмай. Йыйылма команда Ватан футболында йәмәғәт һәм дәүләт етәкселеге булған йылдарҙа иң яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшә. Шуға ла 1990 йылда СССР футбол федерацияһы тергеҙелә.

1992 йылдан

1992 йылдың 8 февралендә Бөтә Рәсәй футбол конференцияһы саҡырыла, унда Рәсәй футбол союзы ойошторола. Ул ФИФА тарафынан таныла һәм СССР футбол федерацияһының юридик вариҫы була.

Иҫкәрмәләр

  1. 1 2 3 4 5 В. Лизунов. «Морозовцы» (страницы истории отечественного футбола). www.bogorodsk-noginsk.ru - Богородск-Ногинск. Богородское краеведение (1992). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 25 июнь 2008. Архивировано 21 ноябрь 2011 года.
  2. 1 2 Мария Кросс. Футбольная сага // Бизнес сегодня. — СПб., 2007. — № 8 (80). — С. 21—22.(недоступная ссылка)
  3. Сегодня день рождения Сергея Петровича Пестерева
  4. История РФС. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 15 июнь 2017. Архивировано из оригинала 28 ноябрь 2010 года.

Ссылки

Тема буйынса өҫтәмә